25.01.2011 Милли-төбәк компонентын яҡлау – йәмәғәтселектең бурысы
Рәсәй Федерацияһының бынан өс йыл элек ҡабул ителгән «Дәүләт белем биреү стандарты төшөнсәһен һәм структураһын үҙгәртеү өлөшөндә Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» 309-сы законы Башҡортостанда милли мәғарифтың үҫешен кәртәләне.
Мәсьәләне асыҡлау алдынан тәүҙә был закондың асылына төшөнәйек. Был ваҡытҡа тиклем Рәсәйҙең «Мәғариф тураһында» законында «милли-төбәк компоненты», «мәғариф учреждениеһы компоненты», «федераль компонент» төшөнсәләре теркәлгәйне. Шуларға ярашлы, һәр белем биреү учреждениеһы күпмелер сәғәт федераль компонентҡа ингән фәндәрҙе һәм милли-төбәк компоненты дәрестәрен уҡыта торғайны, йәғни мәктәп, республика уҡыу планын үҙе һайлай ине.
Ә яңы 309-сы закон буйынса «милли-төбәк компоненты» менән «мәғариф учреждениеһы компоненты» төшөнсәләре алып ташланды. Улар урынына «федераль дәүләт мәғариф стандарты» төшөнсәһе индерелде. Был төшөнсәне бер «Мәғариф тураһында» законға ғына түгел, Рәсәйҙең бөтә закон сығарыусы акттарына ла индерҙеләр. Хәҙер инде, ошо 309-сы закон буйынса, ниндәй фәндәрҙе уҡытырға кәрәклеген тик Мәскәү генә хәл итә.
Законға 2007 йылдың декабрендә Президент В. Путин ҡул ҡуйҙы, һәм ул 2008 – 2009 уҡыу йылынан ғәмәлгә инде.
Өс йыл эсендә ошо закон нигеҙендә республиканың бөтә уҡыу йорттарында милли-төбәк компоненты предметтарын бөтөрөп киләләр. 2008 – 2009 уҡыу йылында «Башҡортостан тарихы» менән «Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте» предметтарын ҡайһы бер мәктәптәрҙә берләштереп, аҙнаһына бер сәғәткә ҡалдырҙылар.
2008 – 2009 йылдарҙа башҡорт йәмәғәтселеге хәрәкәтенең ошо йүнәлештә әүҙем эш алып барыуы федераль үҙәкте республика талаптарын иҫәпкә алырға мәжбүр итте. 2009 йылда ойошторолған митинг, пикеттар һәм август айында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты йыйған ҡултамғалар 2009 – 2010 уҡыу йылында бөтә милли-төбәк компоненты предметтарын ҡабат тергеҙеүгә ярҙам итте. Ә 2010 йылда был өлкәләге ҡаҙаныштар йәнә юҡҡа сыҡты.
Әлеге ваҡытта республиканың бөтә мәғариф учреждениеларында милли-төбәк компоненты предметтарының күбеһен ҡыҫҡартҡандар, ә ҡайһы берҙәрен бөтөнләй алып ташлағандар.
Мәҫәлән, 8 – 9-сы синыфтарҙа элек «Башҡортостан тарихы» дәресе уҡытыла ине. Ә хәҙер ул предмет юҡ. Уның урынына, аҙнаһына бер сәғәткә ҡалдырылып, «Башҡортостандың тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте» курсы ғына алып барыла.
Шундай уҡ аяныс хәл башҡорт теленә лә янай. Билдәле булыуынса, 2006 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай тарафынан башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ, бөтә уҡыу йорттарында аҙнаһына ике сәғәт уҡытыу тураһында закон ҡабул ителгәйне. Әлеге көндә ошо закон Өфөнөң күп кенә мәктәптәрендә тулыһынса үтәлмәй. Быйылғы уҡыу йылында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү баш ҡаланың байтаҡ мәктәптәрендә аҙнаһына бер сәғәткә ҡалдырылған. Ә киләһе уҡыу йылында нимә булыр? Дәүләт теле булараҡ, башҡорт теле өйрәнелерме? Ул саҡта республикала башҡорт телен тик туған тел формаһында ғына өйрәнеү мөмкинлеге ҡала. Уны ла мәктәп хакимиәте тик «ата-әсәләрҙең теләге» буйынса ғына индерә ала. Ә хәҙерге заманда ҡалалағы урыҫлашып бөткән ата-әсәләр балаларының туған телен өйрәнеүен теләрме икән?! Бында һорауҙар, икеләнеүҙәр, борсолоуҙар күп.
Әгәр ҙә киләсәктә шулай була ҡалһа, ул ваҡытта мәктәптәрҙә генә түгел, шулай уҡ юғары уҡыу йорттарында ла ошо милли-төбәк компоненты фәндәре буйынса әҙерләнгән милли белгестәр эшһеҙ ҡаласаҡ.
Был хәлдән нисек сығырға? Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары Рәсәй составындағы республикаларҙа милли-төбәк компонентын үҙ Конституцияларына ярашлы билдәләү һәм финанслау мөмкинлегенә хоҡуғы тураһында законға төҙәтмә индереү буйынса проект тәҡдим иткәйне. Әгәр ҙә РФ Дәүләт Думаһында ошо закон проекты үтһә, ул саҡта Рәсәйҙең 20 республикаһында милли-төбәк компонентын уҡытыу мөмкинлеге буласаҡ. Ләкин ил парламенты был проектты үткәрергә йыйынмай.
Берҙән-бер юл – 309-сы федераль законды юҡҡа сығарыу. Әммә Дәүләт Думаһындағы әлеге депутаттарҙың В. Путин ҡул ҡуйған законға ҡаршы тауыш биреүе икеле. Ә бына халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеүсе «Аҡтамыр» башҡорт үҙәге, ул Законды судҡа биреп, Европа хөкөмөнә тиклем етергә тәҡдим итә.
Күп юристар, ғалимдар был тәҡдим менән ризалаша. Сөнки Рәсәй хәҙер Европа Советы ағзаһы һәм ул күп кенә халыҡ-ара документҡа, конвенцияларға ҡул ҡуйҙы. 1990 йылда Рәсәй «Бала хоҡуҡтары тураһында» конвенцияны ратификацияланы. Ә был конвенция буйынса төп милләттән булған һәр бала үҙ халҡының тарихын, мәҙәниәтен өйрәнергә хоҡуҡлы. Шулай булғас, Рәсәйҙең һәр гражданы, ата-әсә, уҡытыусы, студент булараҡ, һәм йәмәғәт ойошмаһы ошо конвенция нигеҙендә 309-сы законды судҡа бирә ала. Тик был изге эште кем тормошҡа ашырыр?
Тарихтан билдәле булыуынса, бындай осраҡтарҙа һәр ваҡыт йәмәғәтселек ҙур роль уйнаған. Миҫал өсөн Рәсәй батшалығы тарихын ғына алайыҡ. ХХ быуат башында Рәсәйҙең күп университеттарында студенттар, боронғо телдәр уҡытыу урынына тәбиғи предметтар уҡытыуҙы талап итеп, маҡсатына ирешә. Ә Башҡортостанда 1890 йылдарҙағы йәҙитселек хәрәкәте? Бында ла бит шәкерттәр мәҙрәсәләрҙә, мәктәптәрҙә гел дини фәндәр уҡытылыуына ҡаршы сыға. Улар математика, физика, тарих, география кеүек донъяуи предметтарҙың уҡытылыуын талап итә һәм маҡсатына ирешә.
Шулай итеп, әлеге ваҡытта ла 309-сы Федераль законды нисек тә булһа ыңғай яҡҡа үҙгәртеү йәки ундағы милли телдәр уҡытыуҙы инҡар иткән статьяны алып ташлауға өлгәшеү бөтә башҡорт йәмәғәтселегенең төп маҡсаты һәм изге бурысы булып ҡала.
Ирек АГИШЕВ.