RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Баланы ирененән үпмә!

21.02.2019 Баланы ирененән үпмә!

Социаль селтәрҙәрҙә фотоларға ҡараһаң, бәләкәй балаһының ирененән үпкән атай-әсәйҙәр бар. Минеңсә, был нормаль күренеш түгел. Белгестәр был һорауға нимә тип яуап ҡайтара икән?

Гөлсәсәк.
Белорет ҡалаһы.

Алиса Любимова, медицина психологы, психотерапевт:

“Баланы ирененән үбергә ярамай! Беренсенән, гигиена яғынан дөрөҫ түгел. Өлкән кешенең ауыҙында нимә генә юҡ, герпес кеүек вируслы инфекцияның да булыуы мөмкин. Икенсенән, ирендәр – рецепторҙар күп урынлашҡан, үтә һиҙеүсән урын. Улар ярҙамында баш мейеһенә ҡуҙғытыу сигналдары килә. Ә бына сикәне, башты, ҡулды үбеүҙән бындай сигналдар килмәй, сөнки был урындарҙа рецепторҙар һаны күпкә кәмерәк. Тимәк, баланы ирендән үбеү бәләкәстең тәнендәге эроген зоналарҙы иртә ҡуҙғытыуға килтерә. Йәғни енси тайпылыш булыуы бар. Был медицина күҙлегенән булды.

Ә психологик яҡтан ҡарағанда, баланың тәне – уның шәхси биләмәһе. Ә тиреһе, шул иҫәптән ирендәре – биләмә сиктәре. Әлбиттә, бәләкәй генә яҡлауһыҙ кешене үпке, яратҡы килә. Ләкин һеҙҙең иркәләү, һыйпау, үбеүҙәр уға оҡшаймы икән һуң? Кемдер балаһын ипләп кенә тешләргә, семтергә, ҡытыҡларға һ.б. ярата. Шулай итеп, ата-әсәләр баланың холҡона кире йоғонто яһай: сабыйҙың киләсәктә үҙенең шәхси сиге менән идара итә алмаған, “юҡ” тип ҡәтғи әйтә белмәгән “ҡорбан синдромы”на дусар булыуы бар. Ҡайһы берәүҙәр балаһын суп-суп иттереп туҡтай алмай үбә, ә сабый көйһөҙләнә, бының уға оҡшамауы күренеп тора, тик бәләкәс бер нәмә лә ҡыла алмай.
Ғаиләлә тик ирендән үбеү генә ҡаралған икән, бала барыһын да шул рәүешле үбеп бөтәсәк. Урамдағы дуҫтарын да, ҡыҙмы, малаймы, инәйме, бабаймы...

Ата-әсәнең үбеүе, иркәләүе баланың эмоциональ һәм интеллектуаль үҫеше өсөн мөһим. Тактиль иркәләүҙәр булырға тейеш, мәҫәлән, арҡанан һөйөү, сәстән һыйпау, башты үбеү һәм башҡа ысулдар менән, ирендән үпмәйенсә лә, балаға һөйөүҙе белдереп була бит?”




Автор: Л. Хәлитова
Фото: pixabay.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!