20.02.2019 “Бәрәмәс”тән бәлә күрмә!
Улым көн дә тиерлек һорағас, беҙ ҙә тюбинг тигән әйберҙе һатып алдыҡ. Үҙебеҙсә “бәрәмәс” тип йөрөтәбеҙ уны. Ҡарап торһаң оҡшаған бит. Резина сана кеүек, бөгөн бик популяр тау шыуыу сараһы. Үҙе уңайлы, үҙе еңел, тип һөйләшәбеҙ ирем менән үҙ-ара. Тауға менгәндә артыҡ ауыр түгел, шыуғанда тиҙлекте тиҙ йыя, тибеҙ ҡәнәғәт йылмайышып, магазиндан ҡайтышлай.
Беҙ уйлағанса килеп сыҡманы
Йылы, матур ял көнөндә баланы тау шыуырға алып бармай нисек түҙеп ятмаҡ кәрәк?! Боҙ майҙансығына барып еткәс, машинанан сығыу менән Искәндәр өр-яңы “бәрәмәс”ен эләктереп, тауға йүгерҙе. Ундағы сират! Боҙ баҫҡыстарҙа балалар шыуыу яйланмаларын тотоп көтөп тора, ә бәләкәйҙәре өлкәндәр оҙатыуында. Атаһы ла Искәндәрҙе етәкләп сиратҡа баҫты. Мин трасса буйына барып көтә башланым. Йәнәһе, баланы ҡаршы алам.
Шыуып килеп тә төштө улым, артынан килгән баланың саҡ ҡына бәрҙереүенә “бәрәмәс”е менән әйләнеп тә китте. Һөҙөмтәлә бите йыртылып, ҡан аға башланы. Шунда уҡ тирә-йүндәгеләр беҙҙе уратып алды, барыһы ла ах та ух килде. Тиҙерәк ярҙам күрһәтергә баланы күтәреп машинаға ашыҡтыҡ. Әлбиттә, тау шыуыу теләге юҡҡа сыҡты.
Шыуҙың, уяндың, гипс...
Йәрәхәт урынында йөй тороп ҡалды. Балама ҡараған һайын үҙемде ғәйепле тоям, тирене шымартыусы махсус май һөрткән булам. Тюбингтың зыяны тураһында күпме ишетеп беләбеҙ. Тик кеше булмышы үҙ башына төшмәйенсә ышанмай. Боҙ өсөн махсус пластмасса яйланма менән шыуғанда, алдыңда йәки артыңда хәүеф тыуһа, аяҡ менән туҡтатырға була. Ә резина тюбингты контролдә тотоу мөмкин түгел. Өҫтәүенә, ул гел әйләнеп тора, тиҙ хәрәкәтләнә. Быға тиклем махсус трассала “бәрәмәс” менән рәхәтләнеп, күпкә бейегерәк тауҙан шыуған улымды, тәп-тәпәш боҙ трассаһында йәрәхәт алыр тип кем уйлаған. Махсус трассала инструкторҙар, күтәргестәр бар ине, шыуыу урыны тулыһынса тюбингка ғына яраҡлаштырылған, шуға күрә бер ниндәй ҡурҡыныс булманы.
Әйткәндәй, трассаларҙың төрлөһө була. Әгәр ҙә бер кеше шыуғансы, икенсеһе килеп бәрҙерә, өсөнсөһө ситкә сығып оса икән, был ерҙән тиҙерәк китеүең яҡшыраҡ. Ауылдарҙа тауҙан шыуғанда ла һаҡ булырға кәрәк, тюбинг соҡор-саҡырҙы яратмай.
Баҡһаң, был резина саналар модаға инеү менән табиптарға эш артҡан. Ҡыш айҙарында травматологияға мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр бишенсеһе —“бәрәмәс”тән зыян күреүсе. Тюбингтан бөтөнләй арынырға кәрәк, тип белдерә белгестәр. Әле был, әле теге ерҙә тюбинг үлемгә килтергән осраҡтар хаҡында әленән-әле мәғлүмәт килеп сыға. Уларҙың араһында балалар ҙа бар.
Йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында ла популяр “бәрәмәс”. Интернет тюбингты машина артына тағып йөрөткән видеолар менән тулған. Машина аҫтына инеп китеп, боҙға йәки ҡоймаға бәрелеп үлеүселәр һаны артҡан-арта бара. Водитель тюбингты бер нисек контролдә тота алмай, тормозға баҫыу менән шыуырға яратыусыны ситкә алып бәрәсәк. Сәләмәтлекте һәм ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған өсөн, машинаһына тюбинг тағыусыларға штраф янай. Әгәр ҙә ултырып йөрөгән кешенең һаулығына зыян килһә, водителгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Мөһим ҡағиҙәләр
Хәҙер тау шыуыу мәсьәләһенә мин етди ҡарайым. Уйын-көлкөнән әллә нимә килеп сыҡмағайы! Тау шыуыу ҡағиҙәләрен үҙемсә өйрәнеп алдым.
- Тюбинг һәм сана менән боҙҙан шыумаҫҡа. Улар өсөн урын тулыһынса ҡар менән ҡапланған булырға тейеш!
- Тауҙан төшкәндә юлда бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ булмаҫҡа тейеш. Ағас, ҡойма, боҙ, таш һәм башҡаһы бар икән, был урындан китегеҙ.
- Тюбингта бала менән шыуыусылар ҙа бар. Йәнәһе, бәләкәсеңде тотоп ултыраһың һәм ҡолауға юл ҡуймайһың. Дөрөҫөндә, был тиҙлекте тағы ла арттыра һәм йәрәхәт алыу ҡурҡынысы ла арта.