19.02.2019 Пар алмалай алһыу бите...
Бала саҡта ҡышҡыһын урамға йыйынғанда өләсәйҙәр биткә ҡаҙ майы һылай ине. Хәҙер заман башҡа – заң башҡа, май һылап ултырыусылар юҡтыр инде. Етмәһә, дарыуханала бының өсөн ниндәй генә кремдар тәҡдим ителмәй.
Яңы тыуған баланың битен һаҡлау әллә ни кәрәкмәй. Биләүгә уралып, арбала ғына ятҡан бәпескә һыуыҡ, әсе ел бигүк ҡурҡыныс түгел. Ә бына йүгерекләй башлағас, биттәр ҡып-ҡыҙыл булып өшөй, һалҡында оҙаҡ йөрөгән бала тиреһенең туңыуы ла бар. Бының өсөн иң уңайлыһы шарф, әлбиттә. Тик шарфты ене һөймәгән балалар ҙа була.
Нисек дөрөҫ итеп крем һайларға һуң?
Иң беренсе – өшөтмәй торған кремдың составында вазелин булмаҫҡа тейеш. Ул тирене ҡалын пленка менән ҡаплай. Тире өҫтөнә йыйылған һыуҙың парға әйләнеү процесы вазелин арҡаһында тотҡарлана. Һөҙөмтәлә бит тиреһе өшөй. Һауа температураһы 5 градустан түбән булғанда вазелинды ҡулланыу тыйыла.
Икенсенән, составында спирт һәм һыу булған кремдарҙы һыуыҡҡа сыҡҡанда һөртөүҙән тыйылығыҙ. “Һыу”лы кремдарҙы берәй сәғәт алдан һөртөү кәңәш ителә.
Әгәр ҙә баланың битен өшөттөгөҙ икән, тире туҡымаларын тергеҙеү һәм ҡан әйләнешен яҡшыртыу өсөн левомеколь, бепантен, солкосерил кремдарын мотлаҡ ҡулланырға кәрәк. Ә бына бит туңған осраҡта ҡар менән ышҡыу ҡәтғи тыйыла!