RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәр уҡытыусы һөнәренән бәхет тапһын!

31.01.2019 Һәр уҡытыусы һөнәренән бәхет тапһын!

Баш ҡаланың “Йыл уҡытыусыһы” һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” һөнәри конкурстарына йомғаҡ яһалды

Сарала БР Мәғарифты контролдә тотоу һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Альберт Йәримов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, ҡала райондары башлыҡтары, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм ҡала советы депутаттары, мәғариф ветерандары ҡатнашты.

Барлығы 17 фән буйынса 66 уҡытыусы көс һынашты. Шуларҙың 27-һе — йәш педагогтар. Ә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2019” исеменә лайыҡ булыусы Гөлшат Ғәбитова 18 йыллыҡ педагогик стажға эйә. Был мәртәбәле конкурста Гөлшат Заһир ҡыҙы икенсе тапҡыр ҡатнаша. 2006 йылда ул лауреат исемен алған.

– Ике конкурсты сағыштырып ҡарағанда, һуңғыһы оло үҙгә­рештәр кисергән. Элекке һынау­ҙарҙан инша һәм дәрес биреү генә ҡалған. Бәйгелә күберәк цифрлы белем биреү, электрон уҡытыу һәм дистанцион мәғариф технологиялары менән эшләнек. Тимәк, уға талап йылдан-йыл көсәйә, заманса алымдар өҫтәлә. Яңылыҡһыҙ үҫешеү мөмкин түгел бит, айырыу­са мәғарифта. Минеңсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ярышҡан секцияла, бүтәндәргә ҡарағанда, эш икеләтә әүҙем, йәнле барҙы. Сөнки, көс һына­шыуҙан бигерәк, сығыш яһарға килгән ғалимдар, жюри ағзалары менән туған телебеҙ хаҡында аралаштыҡ, фекерҙә­ребеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Бындай һөйлә­шеүҙәр фәһемле булды, үҙем өсөн күп нәмә алдым, – тип һөйләй еңеүсе. – Конкурсанттар үҙ-ара дуҫлашып бөттөк, бәйге ҙур байрам кеүек үтте лә китте.

Өфө ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡытыусыһы Гөлшат Ғәбитова сығышы менән Белорет райо­нының Аҙналы ауылы ҡыҙы. Бөгөн ғаиләһе менән Шамонин ҡаса­баһында йәшәй.

Ер йөҙөндә иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһен һайларға тигән маҡсат ҡуйғас, Гөлшат Белорет педагогия училищеһына юл тота. Көслө остаздары ҡулында төплө белем алып, педагогик нигеҙҙәргә төшөнгәс, бейегерәк үрҙәргә ынтылыу ниәте менән, артабан Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.




Балаға яҡшы белем биреү өсөн уҡытыусыға киң эрудициялы, фантазияға бай һәм яҡшы психолог булыу мөһим. Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы был сифаттарҙың барыһына ла эйә. Булмышы менән остаз булыусылар ғына балалар­ҙың һөйөүен яулай ала. Рус мәктәбендә туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытылған фәнде яратмаһалар, ҡыҙыҡһынмаһалар, уҡыусылар күпләп башҡорт теле­нән олимпиадаларҙа, телмәр үҫеше буйынса бәйгеләрҙә ҡат­нашыр инеме?! Дәрес бөтөү менән балалар менән хушлашҡан уҡы­тыусы һөнәри уңыштарға өлгәшә алмай шул.
Конкурс йомғаҡтары буйынса “Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы – 2019” конкурсының абсолют еңеүсеһе булып 47-се гимна­зия­ның иҡтисад уҡытыусыһы Ирина Хисмәтуллина танылды. Ә 65-се татар гимназияһынан Гүзәл Заһитова иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып сыҡты. Рус теле һәм әҙәбиәте буйынса 6-сы лицейҙан Айгөл Хөсәйеноваға етеүсе булманы. Һөнәр оҫтаһы булыу өсөн тырышып эшләргә кәрәк. Әле генә хеҙмәт юлын башлағандар ярыш сәмен татыһын, ауырлыҡ­тарға осраһалар ҙа, бирешмәһен тигән маҡсатта аҙ стажлы уҡы­тыусылар ҙа көс һынаша. “Педагогик дебют” номи­нацияһында – 160-сы лицейҙың һынлы сәнғәт уҡы­тыусыһы Ангелина Тимерова, ә “Педагогик өмөт” номинацияһында (башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында) 103-сө мәктәптән Зөлфиә Иҫәнбаева еңеү яуланы.
Әлеге еңеүселәрҙе дәрестә шулай итеп күҙ алдына килтерәм: балалар менән аралашыуҙан йөҙө ҡояштай балҡый, дөрөҫ яуап биреүселәрҙе арҡаһынан һөйөп ала – уҡыусының онотолоп китеп дәрес тыңлауы, ә уҡытыусының оло ҡыҙыҡһыныу менән баҡҡан күҙҙәргә ҡарап тема аңлатыуынан да күркәмерәк күренеш бармы икән?




Автор: Л. Хәлитова
Фото: Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!