RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Студентҡа стипендия кәрәкме?

22.01.2011 Студентҡа стипендия кәрәкме?

Мәғариф өлкәһендәге реформаларҙан һуң Рәсәй властары юғары уҡыу йорттары системаһына ла үҙгәреш индермәксе. Улар бюджет сығымдарын ҡулайлаштырыу маҡсатында студенттар­ға, аспиранттарға стипендия түләүҙе бөтөрөү тураһындағы фекер менән сығыш яһаған. РФ Президенты кәңәшсеһе Аркадий Дворкович Халыҡ-ара университет студенттары менән осрашыуҙа, йәштәргә дәүләттән аҡса алып ятҡансы үҙҙәренә эшләргә кәрәк, тип белдергән. Уның фекеренсә, уҡыу өсөн компенсация алыу дөрөҫ түгел. «Уҡыуҙан һуң кафедрала, китапханала эшләргә мөмкин. Әгәр һин буласаҡ менеджер икәнһең, көнөнә 2 – 3 сәғәт берәй компанияла эшләргә була. Процесс ике яҡлы, һәр вуз студенттары өсөн шарттар булдырыр­ға тейеш. Был – хәл ителә торған проблема. Әгәр ҙә ваҡытыңды дөрөҫ бүлһәң, айына 5 мең һум аҡсаны һәр ваҡыт эшләп була», – тигән ул.
Дворковичтың белдереүенән һуң Рәсәйҙең студенттар союзы 26 ғинуарҙа студенттарҙы яҡлап пикетҡа сығырға йыйына. Стипендияһыҙ уҡыуға ҡарата фекерҙәрен белеү маҡсаты менән беҙ бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Ә. ӘСФӘН­ДИӘ­РОВА, З. Исмәғи­лев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы проректоры:

– Әлбиттә, стипендияһыҙ уҡыуҙы күҙ ал­ды­на ла килтереп булмай. Студент көндөҙгө бүлеккә уҡырға килгән икән, ул был аҡсаны мотлаҡ алырға тейеш. Беҙҙең вузға, ғәҙәттә, студенттарҙың күбеһе сәнғәт училищеһын та­мамлап килә. Профес­сиональ белгес булғас, күптәре филармония, театрҙарҙа, музыка мәктәптәрендә эшләй. Әлбиттә, был һөнәрҙәрен камиллаштырыу өсөн файҙалы. Шуға, эшләмәгеҙ, тип уларҙы тыя ла алмайбыҙ. Студент уҡырға ла, эшләргә лә өлгөрә икән, әйҙә, тырышлығы өсөн стипендия ла, эш хаҡы ла алһын.

Г. АБДРАХМАНОВА, студент әсәһе:

– Улым Өфө вуздарының береһендә белем ала. Үҙем мәк­тәптә йыйыштырыусы бу­лып эшләйем. Әлбиттә, балама аҙыҡ-түлек ебәреп торһам да, эш хаҡым ҙур булмағас, ҡулына күпләп аҡса бирә алмайым. Уға түләнгән 3 мең һум социаль стипендия беҙ­ҙең ғаилә өсөн, мәҫәлән, ҙур аҡса. Үҙе лә шул аҡсаны тартып-һуҙып бер айға еткерергә тырыша. Стипендия – беҙҙең ғаилә бюджетына ҙур ярҙам.

Айһылыу НУРЛЫҒАЯНОВА, Өфө авиация техник университетының II курс студенты:

– Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкәс, юғары стипендия алам. Ата-әсәйемдән бөтөнләй аҡса алмайым тиерлек. 1500 һум аҡса вуз ашханаһында ҡапҡылап алырға, юлда йөрөргә етә. Курсыбыҙҙа «өслө»ләре булған өсөн стипендия алмаған, түләүле нигеҙҙә уҡығандар ҙа бар. Уларҙың берәүҙәре – төҙөлөштә, икенселәре кис кафеларҙа, һаҡ ойошмаларында эшләй. Ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тотоп булмаған кеүек, эшләгәс, дәрестәре лә ҡала, өлгәштәре лә аҡһай. Мин дә былтыр кафела официант булып эшләнем. Өфө эргәһендәге ҡасабалар­ҙың береһендә йәшәгәс, иртәнге сәғәт 6-ла торам, 7-лә өйҙән сығып китәм. Дәрестәр 9-сы яртыла башланып, 5-тә генә бөтә. Лекцияларҙан һуң эшкә сабам. Эшем сәғәт 11-ҙә генә бөтә. Ныҡ арытты. Китапханала ултырырға, дәрескә әҙерләнергә бөтөнләй хәлем ҡалмай ине. Эшләйһең икән, тик эшлә, уҡырға ингәнһең икән – уҡы. Стипендия алыу ата-әсәйеңдән бойондороҡһоҙ йәшәү инде. Үҙеңә бирелгән аҡсаны теләгәнсә файҙалана алаһың.

– Стипендия – студенттың уҡыуы өсөн стимул ул. Был аҡсаны яҡшы билдәләргә өлгәш­кәндәр генә ала. Сессияһын «өслө»гә биргәндәр унан бөтөнләй ҡолаҡ ҡаға. Студент бюджет өлкәһендә белем ала икән, ул мотлаҡ стипендия алып уҡырға тейеш. Студенттар эшләргә тейеш, тигән фекер менән килешмәйем. Ул уҡыу тураһында уйларға тейешме, әллә аҡса эшләргәме? Эшләргә теләгәндәргә уҡыу йорттарында ситтән тороп уҡыу бүлектәре, киске бүлектәр бар. Көндөҙгө бүлектәге студентты стипендияһыҙ итеү – халыҡтың интеллектына зыян ғына килтереү, тип иҫәпләйем. Дәүләткә шул тиклем дә һаран булырға ярамай.

Әйткәндәй

БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың блогында республика етәксеһенән был мәсьәләгә ҡарата фекерен һорағандар. Ул: «Мин стипендияны бөтөрөүгә ҡырҡа ҡаршы. Студент йылдарында беҙҙе тик стипендия ғына ҡотҡарҙы. Әлбиттә, эшләй ҙә инек. Төҙөлөш отрядтарында алған килем дә ярҙам итте, әммә иң мөһиме – стипендия. Стипендияны бөтөрөү тураһындағы тәҡдим – дөрөҫ түгел», – тип яуап биргән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!