RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тарихҡа ғашиҡ күңел

15.01.2011 Тарихҡа ғашиҡ күңел

Тарих фәндәре докторы, профессор, Салауат ордены кавалеры Марат ҡОЛШӘРИПОВҡА – 70 йәш
Тарихҡа ғашиҡ күңелМарат Мәхмүт улы ҡолшәрипов Күгәрсен районының Ерекле ауылында тыуған. Атаһы фронтҡа китеп, Мәскәү янындағы яуҙа һәләк була. Әсәһе балаларына белем, тәрбиә бирергә тырыша. Марат Мәхмүт улы тәүҙә тыуған ауылында, аҙаҡ Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында уҡый. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты студенты булып китә. И. Аҡманов, З. Әминев, Р. Кузеев, Б. Юлдашбаев кеүек профессорҙар буласаҡ тарихсының остаздары була. Тырыш егет университетты «ҡыҙыл» дипломға тамамлай. Тарихҡа ғашиҡ йәш белгес уҡыуын аспирантурала, Мәскәү дәүләт университетында дауам итә. Диссертация темаһы ла ниндәй бит әле: «Башҡортостанда батша сәйәсәте (1775 – 1800 йылдар)». Нәҡ ошонда уҡыу уны тарихсы булараҡ формалаштыра. Артабан БДУ-ла уҡыта, тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнә, докторлыҡ диссертацияһын яҡларға әҙерләнә, тәүҙә ассистент, өлкән уҡытыусы, унан доцент, профессор, БР тарихы һәм этнология кафедраһы мөдире була.
Бөгөн танылған ғалим университеттың тарих факультетын етәкләй. Уның етәкселегендә 13 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана, өс докторҙың фәнни консультанты ла ул. Әйткәндәй, үҙенең докторлыҡ диссертацияһын Марат Мәхмүт улы «Башҡорт халҡының 1917–1921 йылдарҙағы милли хәрәкәте» темаһына яҙа. Монография булып сыҡҡас та, уны йәмәғәтселек ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итә. Ғөмүмән, арҙаҡлы тарихсының һәр китабы, хеҙмәте бер тында уҡыла. Башҡортостан тарихы буйынса 200-ҙән ашыу хеҙмәт яҙып, нәшер итте ул. Бындай әүҙем эшмәкәрлекте һәм фәнгә һөйөүҙе ил, республика етәкселеге лә лайыҡлы баһаланы. Марат ҡолшәрипов Рәсәйҙең почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, БДУ-ның атҡаҙанған профессоры исемдәрен ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтә. Уның етәкселегендә тарих факультеты ғилми-тикшеренеү эштәре һөҙөмтәһе буйынса университетта даими алдынғы урында килә. Йәштәр ҙә һынатмай: «Студент яҙы» конкурсында гран-при яулап тора. Спортта ла, өлгәш буйынса ла уңыштар етерлек.
Марат ҡолшәрипов – йәмәғәт эшмәкәре лә. Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында башҡорт халҡының ижтимағи-сәйәси хәрәкәте дауылдай күтәрелә. Халыҡтың үҙаңы уяна, тел, мәҙәниәт, тарих өлкәһендә тергеҙелеш, үҫеш башлана. Был хәрәкәттең уртаһында, улай ғына ла түгел, ә иң башында ҡайнап йәшәй Марат Мәхмүт улы. 1991–1996 йылдарҙа «Урал» башҡорт халыҡ үҙәген етәкләй. Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүенә лә тос өлөш индерә. Яңы республикала Беренсе Башҡорт ҡоролтайын, артабан тағы ла икәүһен үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Тыуған Башҡортостаным, башҡортом, тип арымай-талмай эшләй тарихсы.
Ғүмер үренең абруйлы мәленә, 70 йәшкә етһә лә, дәрт-дарманы йәштәрҙекенән былайыраҡ уның! Ижад итеү, эҙләнеү-тикшенереү ҡомары һүнергә-һүрелергә уйламай ҙа. Әле тарихсы «Башҡорт халҡының тарихы» ете томлығын сығарыу менән мәшғүл. Ихлас, асыҡ, эшһөйәр, принципиаль, хис-тойғоға бирелеүсән – бына ошондай сифаттар хас уға. Марат ҡолшәрипов – ысын лидер. Бына нәҡ ошо сифаты тормошонда күп нәмәгә ирешергә ярҙам иткәндер ҙә. Киләсәктә арҙаҡлы ғалимыбыҙҙың тағы ла байтаҡ хеҙмәтен уҡып һөйөнөрбөҙ әле.

Нурислам ҡАЛМАНТАЕВ,
БДУ-ның тарих факультеты деканының беренсе урынбаҫары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!