10.12.2018 Яңы йылдан һуң балалар баҡсаһы өсөн түләү артасаҡ
Уртаса алғанда ул 1617,2 һум буласаҡ.
Взносты кәметеүгә компенсация түләүҙәре күләме ошо сумманан сығып иҫәпләнә. Ата-әсәләр балалар баҡсаһына түләү өсөн компенсацияға хоҡуҡлы. Балалар баҡсаһына йөрөгән бер балаға — түләнгән сумманан 20% (323,44 һум), ике балаға — 50% (808,6 һум), өс һәм унан да күберәк икән — 70% (1132 һум). Муниципалитеттарҙа балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә түләүе күләме төрлөсә булыуы мөмкин, сөнки был уларҙың һәр береһендә айырым билдәләнә, ләкин уртаса күләме 1617,2 һум тәшкил итергә тейеш.