RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беренселек һәр саҡ кәрәкме?

22.11.2018 Беренселек һәр саҡ кәрәкме?

«Мин — беренсе!» Искәндәр иң беренсе булып тәғәйен ергә йүгереп килергә, ишектән сығырға, сафта торорға тейеш, ҡыҫҡаһы, ул һәр саҡ алдынғы булырға теләй. Әгәр ҙә артта ҡалһа, истерикаға бирелә. Ҡайһы саҡта уның менән һис тә еңел түгел, тиңдәштәре лә ыҙа сигә. Сөнки малай уларға асыулана һәм агрессия күрһәтә. Шулай итеп, балалар баҡсаһындағы төркөм коллективы уға яраҡлашырға тейеш булып сыға. Улым башҡаларға ҡарағанда айырылып торорға теләйме әллә лидерлыҡ сифаттары шулай күренәме, тип уйға баттым.

Әгәр ҙә бала алдынғылыҡты күрһәтеү өсөн әллә ни һәләт талап итмәгән ваҡ-төйәктә беренселекте бирмәҫкә тырыша икән, уйланырға урын бар, ти психологтар. Иң тәүҙә ата-әсәй үҙенең холҡона баһа бирһен. Бәлки улар баланы алдынғылыҡҡа артыҡ өндәйҙер? Уны беренсе булған осраҡта ғына маҡтайҙарҙыр? Тимәк, балала, беренсе булмаһаң —насарһың, тигән фекер яралған.
Тағы ла бала ошо килеш иғтибар үҙәгендә булырға теләй. Бигерәк тә ата-әсә наҙы етмәгәндәр, ниндәйҙер эште тәүге булып үтәп, иғтибар яулай. Йәнәһе, беренсе булһаң, һине иҫәпкә аласаҡтар. Ғаиләлә бәләкәскә илтифат итмәһәләр, был етешһеҙлекте үҙенсә шулай тулыландыра.

Балала үҙ-үҙенә ышанмаусанлыҡ, ҡурҡыу тойғоһо ла булыуы мөмкин. Ваҡиғалар барышын йүнләп аңламаһа ла, бар ерҙә лә беренсе булып, ысынбарлыҡтан ҡасып ҡалырға тырыша.

Был балаға нисек ярҙам итергә? Беренсе булыуға ҡарағанда аҡыллы булыу мөһимерәк, тип аңлатыу бушҡа ғына. Тәүге булырға ынтылыу иң беренсе сиратта, оло көс талап итә. Тормош һәр саҡ еңеүҙәрҙән генә тормай, төрлө ваҡыт була. Бындай кешеләр һәр саҡ «көрәштә» — әгәр ҙә икенсе йәки өсөнсө урынға ҡалһалар, еңелеүҙе үтә ауыр кисерә, нервыһы ҡуҙғала. Ә баланың нығынып етмәгән психикаһы өсөн өсөн невроз — ауыр һынау.

Ата-әсә һәм педагогтарға иң тәүҙә эштең яйына төшөнөргә кәрәк. Һәр бала индивидуаль шәхес булыуын иҫтә тотоп, ни өсөн уға мотлаҡ беренсе булыу тойғоһо һәм рефлексы кәрәк, тигән һорауҙы ҡуйып ҡарағыҙ. Балаға төрлө һорау биреп, уның хис-тойғоһон аңларға тырышығыҙ. Мәҫәлән, Искәндәр әхирәте Айһылыу менән уйнап йөрөй ине. Әйткәндәй, бер - нисә көн айырма менән генә донъяға килгән был икәүҙең холоҡтары бер иш. Татыу ғына уйнаған ерҙән ярышыуҙар башланһа, тынғылыҡ бөттө, тигән һүҙ. Мин балаларҙы өҫтәл янына саҡырҙым һәм һөт ҡойоп бирҙем. Искәндәр, миңә лә миңә, тип Айһылыуға тигән стаканға талаша. Тегеһе лә үҙенә һуҙылғанды: «Мин беренсе!», — тип тотоп алған.

—Ни өсөн һиңә беренсе булыу кәрәк? — тип һораным улымдан.
—Беренсе булыуың яҡшыраҡ, — ти Искәндәр.
—Стаканды беренсе алыу - алмауҙа ниндәй айырма бар? Күҙ алдыңа килтер әле, магазинда сиратта торабыҙ икән. Алда торған һатып алыусылар яҡшыраҡ, ә беҙ уларҙан ҡалышабыҙ, тимәк?

Малайым яуап таба алманы. Айһылыу менән «ярыш»тар көн дә тиерлек дауам иткәнгә күрә, киләһе юлы мин балаларҙың икеһен дә «еңеүсе» иттем. Артабан, «Әйҙәгеҙ, берегеҙгә сәйҙе тәүҙә яһайым, ә ҡоймаҡты икенсегеҙ тәүге булып ала», — тигән аҡыл уйлап таптым.
Бөтә ерҙә лә беренселек мөһим түгел, тигән фекерҙе уға яйлап ҡына һеңдерә башланым. «Һин ишеккә табан йүгергәндә, бәлки, яңылыш ҡолап китһәң, беренсе булып инә алмаясаҡһың. Шунлыҡтан асыуланасаҡһың. Эйе, мин дә, ниндәйҙер эшем килеп сыҡмаһа, асыуланам. Тик мин ҡысҡырып илап ебәрмәйем. Был хәлде тыныс ҡына үткәреп ебәрәм. Сөнки тыныс булғанда үҙеңде ҡулға алыуы еңелерәк», — өйрәтеүемдең, ысынлап та, балаға тәьҫире булды. Бөгөн Искәндәрҙең яратҡан һүҙе — «тыныс ҡына».
—Тәрбиәсе апайҙың ҡәләмдәр таратҡанын тыныс ҡына көтөп алырға кәрәк.
—Бассейнға иң тәүҙә ҡыҙҙар төшкәнен тыныс ҡына көтөргә кәрәк.
—Уйынсыҡтарың менән беренсе булып бүлешергә, һинең тәтәйҙәрең менән уйнағандарында тыныс ҡына ултырырға кәрәк.

Был иһә мин уйлап тапҡан ҡағиҙәләр түгел, ә Искәндәрҙеке. Уның лидерлыҡ сифаттары кәрәкле юҫыҡҡа боролдо булһа кәрәк. Һуңғы ваҡытта улым күберәк һүрәт төшөрөү, йөҙөү, шиғыр һөйләү һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса ла алдынғы булырға ынтыла. Әгәр ҙә ниҙер килеп сыҡмай икән, өлкәндәрҙең: «Тағы саҡ ҡына тырышһаң, беренсе булырһың. Әйткәндәй, бөгөн һүрәтте кисәгегә ҡарағанда яҡшыраҡ төшөргәнһең», — тигәнерәк һәм башҡа йыуатыуҙары бик мөһим. Сөнки балаға үҙенең һәләтле, үҙенсәлекле булыуын дөрөҫ аңлатҡанда, еңелеүҙе нисек үткәреп ебәреү проблемаһы булмаясаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!