RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Тәү сиратта – мин уҡытыусы”

09.11.2018 “Тәү сиратта – мин уҡытыусы”

“Тәү сиратта –  мин уҡытыусы”
йәки Ейәнсураға күңелен бүләк итеүсе шағирә

Шағирә, журналист, Рәсәй Федерацияһының “Иң яҡшы уҡытыусы” конкурсы еңеүсеһе, мәғариф алдынғыһы Земфира АҠБУТИНА Бөрйән районының Тимер ауылында тыуып үҫһә лә, өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен Ейәнсура ере менән бәйләгән. Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы әленән-әле ваҡытлы матбуғат биттәрендә өр-яңы шиғырҙарын, проза әҫәрҙәрен баҫтырып тора.
Бөгөн Земфира Хәкимйән ҡыҙы менән әҙәбиәт һәм тормош тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Земфира апай, ижадҡа кешене талант килтерә, тиҙәр. Ер йөҙөндә таланттар күберәкме әллә талантһыҙҙармы?
– Аллаһы Тәғәлә бөтә кешене лә бер тигеҙ итеп яралтҡан. Айырма шунда ғына: таланттар төрлө. Кемдер йырлай, кемдер машина уйлап таба, кемдер телеңде йоторлоҡ ризыҡтар бешерә. Ҡайһы берәүҙәр күҙҙең яуын алыр­ҙай итеп бәйләм бәйләй, бәғзеләр мәҡәл-әйтемдәрҙе ҡулланып, әңгәмә ҡора. Быларҙың барыһы ла таланттан килә. Шуға күрә мин, таланттар бик күп, тип әйтер инем. Ә талантты үҫтереү өсөн тырышлыҡ та һалырға кәрәк. Әгәр ҙә кешелә әҙәбиәткә, һүҙ сәнғәтенә тартылыу һәм талант бар икән, тимәк, ул яҙырға, халыҡ өсөн ижад итергә бурыслы.
– Ижадсы булараҡ, үҙегеҙҙең остаздарығыҙ тип кемдәрҙе атар инегеҙ? Әҙәби мөхиткә нисек килеп эләктегеҙ?
– Иң тәүҙә Самат ағай Ғәбиҙуллинды әйтер инем. Бала саҡта гел нәҫерҙәр ижад итә инем. Уларҙы һәм яҙған мәҡәләләремде район гәзитенә ебәрһәм, унда эшләүсе Самат ағай менән Инсур ағай Йәһүҙин кәңәштәр биреп, төҙәтер ерҙәрен төҙәтеп баҫтыр­ҙы. Миңә һәр саҡ Айһылыу Ғарифуллинаны миҫалға ҡуйып, әүҙем яҙышырға өндәнеләр. Хәтерләйем, иң тәүге мәҡәләм ағайым Ғилфан Яубаҫаровтың әсәһе Йәнбикә инәй тураһында ине. Ул быҙау ҡарай торғайны. Гәзиттә сыҡҡас, кешеләр: “Лайыҡлы кешене яҙғанһың, афарин!”– тип маҡтағас, ҡанатланып киттем.
Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға ингәс, ундағы “Тамсылар” түңәрәгенә йөрөй башланым. Шунда ҡанат нығыттым, тип әйтә алам. Тәүге шиғыр­ҙарымды ла шунда ижад иттем. Тағы ла бер кәңәшсемде әйтеп үтер инем. “Йәшлек” гәзите ойошторған конкурста тәүге хикәйәләремдең береһе менән ҡатнашырға булдым. Ул баҫылып сығыу менән Әмир ағай Әминевтан ҡалын хат килеп төштө. Уны ҡайта-ҡайта уҡыным, әллә ниндәй әҙәбиәт теорияларынан да ҡиммәтлерәк булды ул минең өсөн. Иғтибары, кәңәштәре өсөн Әмир ағайға оло рәхмәтлемен!
– Институтты тамамлап, республиканың 1-се балалар йортонда өлкән пионервожатый булып эшләп йөрөүсе ҡыҙ нисек итеп Ейәнсура яҡтарына килеп юлыҡты?
– Ундағы ауыр мөхит оҡшап етмәне. Бер йыл эшләгәс, “Йәшлек” гәзитендә корректор булып та эшләп алдым. Ирем Дәүләтбай менән беҙҙе Өфө таныштырҙы, ул ауыл хужалығы институтының механика факультетында уҡый ине. Өйләнешкәс, ике йыл Өфөлә йәшәнек. Кинйә бала булараҡ, ул атай йортонда йәшәргә, яңғыҙ әсәһенә терәк булырға тейеш ине. Энә ҡайҙа – еп шунда, тигәндәй, кейәүгә сыҡҡас, мин дә Ейәнсураға ҡайттым.
– Дәүләтбай ағай әҙәбиәткә ынтылышығыҙҙы аңлаймы? Үҙе шиғырҙар уҡыймы?
– Әлбиттә. Тәүге баламды тапҡас, декрет ялында әсәйемдәргә ҡунаҡҡа ҡайтҡайным, хат яҙышабыҙ. Бер хатында: “Рәми Ғариповтың “Алырымҡош менән Бирмәмҡош” тигән китабын алғайным, һин ҡайтҡансы уҡып бөтәйем тип тырышам. Юҡһа миңә эләкмәҫ. Шул тиклем шиғырҙары матур!” – тип яҙған. Эй шундағы ҡыуаныуым! Ул да минең кеүек әҙәбиәт уҡып үҫкән, хәҙер ҙә гәзит-журналдарҙа сыҡҡан яңы әҫәрҙәрҙе ҡыҙыҡһынып уҡый, фекере менән уртаҡлаша.
– Һеҙ үҙегеҙҙе кем тип тояһығыҙ: уҡытыусымы әллә әҙәбиәтсеме?
– Мин – тәү сиратта уҡытыусы. Был һөнәрҙе яратып һайланым, көн һайын дәртләнеп эшкә барам, уҡыусыларым көтөп тора. 2012 йылдан алып райондың башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһе менән етәкселек итәм. Был минең өсөн оло йөкләмә, әммә уны намыҫ менән атҡарам. Беҙҙең район уҡытыусыларының кимәле юғары, гел маҡтау һүҙҙәре генә ишетәбеҙ. Өс уҡытыусы төрлө йылда “Йыл уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булды. Башҡорт дәүләт педагогия университеты янында эксперименталь майҙансыҡ эшләй, унда һәр саҡ әүҙем ҡатнашабыҙ. Ә ҡәләмде илһамлы мәлдәрҙә, күңел талабы буйынса ҡулыма алам.
– Һуңғы арала уҡытыусы һөнәренең баһаһы төшә бара кеүек. Һеҙ быны үҙ эшегеҙҙә һиҙәһегеҙме?
– Уҡытыусы үҙен нисек тота инде. Ул исемгә лайыҡ булырға ла кәрәк бит, ә ул ни етте кешенең ҡулынан килмәй. Юғары белем алып та, мәктәптә эшләй алмағандар бар бит. Беҙҙең ауылда уҡытыусының баһаһы бер ҡасан да төшмәйәсәк. Сөнки интернет, радио, телевидение мәғлүмәт кенә бирә. Ә мәктәп уҡытыусылары, ата-әсәләр менән бер рәттән, белем һәм тәрбиә бирә. Быны уҡыусылар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә аңлай.
– Шағирә киленде Ибрай ауылы нисек ҡаршы алды?
– Хәзирә тигән нәзәкәтле, ихлас инәй бар ине, ул миңә һәр ваҡыт “Аҡ килен” тип өндәште. Минең өсөн ошо – иң оло баһа. Мәктәптә тәүге йылда уҡ “Ҡаурый ҡәләм” тигән түңәрәк асып ебәрҙем дә, балалар менән ижади мөхит булдырып, эш башланым. Шуның өсөн дә ижадтан һүрелмәгәнмендер ул. Ауыл тарихы, ер-һыу атамаларын йыйҙыҡ, ауылға концерт йәки спектакль килһә, артистар менән осрашыуҙар ойоштора инем. Балалары аша ата-әсәләр менән бәйләнеш барлыҡҡа килде. Класс сәғәттәрен дә күңелле итергә тырыштым. Бар йөрәгемде ошо эшкә һалғанғалыр, уҡыусылар ҙа, ауыл халҡы ла һәр ваҡыт ихтирам күрһәтә.
– Тимәк, һеҙ Ейәнсура килене булып түгел, ҡыҙы булып ижад итәһегеҙ?
– Был осраҡҡа минең “Батып барам” исемле шиғырым бар:
Атай йорттарынан оҙатҡанда
Иҫтәремдә әле, иҫемдә:
“Төшкән ерҙәреңдә таш булып
бат”, –
Теләк яуа минең исемгә.
Зәңгәр күҙле һүрәм һыуҙарына
Һайлап алып таштар ташланым,
Килен – ташмы инде?
Таш-киленде
Мин ырғыттым. Һүрәм ашаны.
Бөрйәндә бары тик яҡын кешеләрем йәшәй, күңелемдә тыуған яҡтың татлы хәтирәләре һаҡлана. Ә бында 25 йылдан ашыу ғүмерем үткән. Атай-әсәй янына ҡунаҡҡа барам да, Ибрайҙы һағынып ҡайтыр юлға сығам.
– Ибрайҙың ике әҙибәһе – ил инәһе исеменә лайыҡ булыусы Мәрйәм апай Бураҡаева менән Земфира Аҡбутина аралашып йәшәйме? Уның менән яҡындан танышыу нисек булды?
– Уның тураһында элек-электән ишетеп, китаптарын уҡып белә инем. 1997 йылда бер уҡыусым менән ижади конкурста ҡатнашыр­ға барҙыҡ Өфөгә. Юл төшкәндә тип, Матбуғат йортона индем. Бер кабинетта байтаҡ журналист йыйылған, араларында Мәрйәм апай ҙа бар. Тап шул мәлдә Рамаҙан Өмөтбаевтың ҡатыны менән бер көндө вафат булыуы билдәле булды. Артабан һөйләшә-һөйләшә тышҡа сыҡтыҡ та урам буйлап барабыҙ. “Бына ниндәй мөхәббәт! Аҡҡоштар кеүек бит был! Бәхетле ғүмер шулай тамамланалыр ул!” – тип хисләнеп китеп барам. Йәш саҡ, күңелдә романтика, мөхәббәт хистәре мөлдөрәмә саҡ. Мәрйәм апай: “Бәхеттер ҙә бит, ә балалары өсөн ике яҡын кешене бер көндә юғалтыу оло трагедия бит...” – тип әйткәс кенә уйға ҡалдым. Яҡындан танышыу шулай булды.
Артабан ул аҡыллы кәңәштәре, фекерҙәре менән күп тапҡыр ярҙам итте. Эштә лә, ижадта ла, тормош көткәндә лә, ғаилә мәшәҡәттәрендә лә. Тығыҙ аралашабыҙ, ул миңә яҡын дуҫым кеүек. Ауылда булһа, сәй эсергә лә инеп сығам. “Арғымаҡ” китабы һәр саҡ өҫтәлдә ята, бик күп һорауыма шунан яуаптар табам.
– Һеҙ әҙәбиәткә шағирә һәм журналист булараҡ килдегеҙ...
– Һуңғы йылдарҙа проза әҫәрҙәре лә ижад итәм. Әммә уларҙы яҙыр өсөн ваҡыт кәрәк. “Иҙел ҡыҙы” тигән повесым “Йән­шишмә” гәзитендә баҫылып сыҡты. Ошо көндәрҙә оло шатлыҡ кисерәм: “Китап” нәшриәтендә “Иҙел ҡыҙы” исемле балалар өсөн китабым баҫылып сыҡты! Китапҡа шулай уҡ балалар өсөн яҙылған хикмәтле хикәйәләр ҙә индерелде. Байтаҡ проза әҫәрем ваҡытлы матбуғатта донъя күрҙе.
Хәтеремдә, Мөкәрәмә Сади­ҡованың “Сәмреғош ҡанат ҡаға” тигән китабын уҡығас, әсәйемдең үҙ тормошонан һөйләгән ваҡиғалар күҙ алдына килде. шул саҡта: ”Мин дә бит әсәйем тураһында китап яҙа алам!”– тигән уй тыуҙы. Әммә уны һаман да тормошҡа ашырмағанмын. Күңелдә йөрөй ул, образын да таптым. Ултырып яҙыр­ға мәл етмәгән, күрәһең.
– Ә күңелегеҙҙә тағы ла мәлен көткән шундай әҫәрҙәр бармы? Ғөмүмән, хикәйә яҙыу өсөн күпме ваҡыт кәрәк?

– Әйтеүе ауыр. Төрлө емеш төрлөсә өлгөргән кеүек, әҫәрҙәр ҙә төрлө ваҡытта яҙыла. Мәҫәлән, “Ағиҙел” журналында донъя күргән “Бүре алған Миңленур” хикәйәһендә бала саҡта уҡ ишеткән ваҡиға һүрәтләнә. “Мәрхәб яланы”нда килен булып төшкәс, Ибрайҙа ишеткән тарих яҙыл­ған. 30 йылға яҡын күңелдә йөрөнө. Ә яҙырға теләгән әҫәрҙәр тураһында һөйләү кәрәкмәҫ, ҡағыҙға төшкәс, уҡыусыларға барып етер, тигән өмөттә ҡалам.
– Һеҙ шулай уҡ Ейәнсурала йәшәп ижад итеүселәрҙең “Үҫәргән” әҙәби берекмәһе етәксеһе. Уның эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
– 1992 йылдан, Ейәнсураға күсеп ҡайтҡандан бирле, ошо берекмәгә йөрөйөм, нигеҙ һалған аҡһаҡалдар менән бергә эшләргә насип булды. Етәкселек эшен Маһинур апай Мозафарованан ҡабул итеп алдым. Берекмә һәр ваҡыт китапхана һәм “Ейәнсура таңдары” гәзите менән әүҙем эшләне. Әҙәби кисәләр, осрашыу­ҙар ойошторола, ағзаларҙың ижад емештәрен тикшерәбеҙ. “Күңел утрауы” тип атайбыҙ уны. Хәлебеҙ менән яҡташ шағирыбыҙ Хәсән Назар, яҙыусылар Гөлсирә Ғиззәтуллина, Фәрзәнә Ғөбәй­ҙуллина, Мәрйәм Бураҡаевалар һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып тора.
Йәш, әүҙем ижадсыларҙан Зәйтүнә Түләбаева-Ҡарабашева, Миңлегөл Түләбаева, Нурия Ҡунысбаева, Зифа Ишмыр­ҙиналарҙы атап үтер инем. Ололарҙан Тимерғәле Исламов менән Шаһивилдан Иҙрисов камил шиғырҙар яҙа. Китапханасы Фәүзиә Йосопованың шиғырҙары матур, тик уларҙы уҡыусылар иғтибарына сығарырға ояла. Шулай уҡ башҡорт теле уҡытыусыһы Наил Юлдашбаев матур әҫәрҙәр ижад итә, мәҡәләләре лә даими баҫылып тора. Ул, әлбиттә, беҙҙең берекмәгә йөрөмәй, әммә Ейәнсура еренең талантлы улы булараҡ исемен әйтмәү яҙыҡ булыр.
– Күңелегеҙҙә йөрөгән хистәр шиғыр йәки хикәйә булып ҡағыҙға төшһә, бушаныу кисерәһегеҙме?
– Бала тыуҙырһаң, рәхәт булған кеүек, күңелдә йөрөгән, борсоған әйбер әҫәр булып тыуһа, еңел булып ҡала. Ул турала шиғырым да бар:
Әйтергә һүҙең булғанда,
Шиғыр еңел ойоша.
Яҙып ҡына өлгөр, әйҙә,
Һүҙҙәр, гүйә, ҡойола.
Шул һүҙҙәр балаң һымаҡ,
Тыуа улар ғазаплы.
Йәнде ярып сыҡҡанғалыр,
Ғәзиз, булмай аҙаплы.
Аптырама, тыуғандан һуң
Шиғыр түгел минеке.
Төндә күргән төш шикелле,
Инде улар илдеке.
Инде улар илдеке...
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Земфира Хәкимйән ҡыҙы. Ижади уңыштар насип булһын һеҙгә!

Гөлнур ЮЛДАШЕВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!