08.11.2018 Бергәләп – киләсәккә
Кисә ошондай хәлгә юлыҡтым. Бер бала мәктәптән күлдәксән генә сығып сапты! Ҡаршыма килгән уҡытыусы һораулы ҡарашын миңә төбәне. Мин дә, аңғармағас, әллә тигән һымағыраҡ яурын һелкеттем. Шулай ҙа уҡытыусы ханым килеп етеп, был малай илап сығып китте, тине. Артынан оло класс уҡыусыһы менән тәрбиәсе йүгерҙе. Ун минуттан тәрбиәсе менән малай миндә ине. “Ә һеҙгә исем таҡһалар, яҡшы булыр инеме? Ә һеҙҙең башығыҙҙы тубыҡҡа бәрҙертһәләр, ә, нисек булыр ине? Бөтә класс алдында исем тағып, һүкһәләр, һеҙ нимә эшләр инегеҙ? Ә һеҙҙең ап-аҡ күлдәгегеҙҙе ошо хәлгә төшөрһәләр, һеҙ нимә эшләр инегеҙ, тием мин һеҙҙән!” Ҡапыл ябырылған һорауҙарҙан албырғап, ауыҙымды асырға ла өлгөрмәнем, малайҙың: “Ҡулымда кирбес булһа, башын иҙә һуғыр инем! Атыр инем... ә бысаҡ эләкһәме....!” – тигән янауҙары күңелгә шом һалды. Уны яныма ултыртып, ҡосаҡлап, тынысландырырға тырыштым. Бындай көрсөк мәлендә баланы дәрескә кире индермәйһең бит, ҡайтарып та булмай, шуға күрә аралашып ултырҙыҡ. Киләсәккә хыялдарын, маҡсаттарын һөйләне, кем булырға теләүен белдерҙе. Ипләп кенә күҙ йәштәре лә кипте, ҡараштары ла үҙгәрҙе – килеп ингәндәге ҡаты, ҡурҡыныс бүре кеүек түгел ине. Һөйләшеү барышында, һис шикһеҙ, киләсәктә яҡшы йәшәү өсөн бына бөгөн нимә эшләргә кәрәк һуң, тигән һорауға ла бергәләп яуап эҙләнек. Шулай ҙа, уҡыу тураһында һүҙ сыҡһа, ҡараштары йылт итеп ҡаты ғына баҙлап киткәнен шәйләнем. Дәрес бөтөүгә, өс-дүрт малай килеп инеп, бынан ғәфү үтенеп, етәкләп алып сығып китте. Мәктәп етәкселегенә әлеге хәл тәфсирләп еткерелде, балаларға дуҫлыҡ, бер – береңде хөрмәт итеү, ҡанундар тураһында профилактик һөйләшеүҙәр үткәрергә тәҡдим ителде. Иң мөһиме, психолог был класта хәүефлелек, ойошҡанлыҡ, агрессия кимәленә диагностика үткәрергә тейеш. Ошо алған мәғлүмәттәргә таянып, класта психолог эшләһә, өйҙә атайҙар һәм әсәйҙәр үҙ балалары менән тәрбиәүи эштәр башҡарһа, һөҙөмтәһе яҡшы булырға тейеш.
Ә күңелдә ниндәйҙер юнысҡы бар, хөрмәтле йәмәғәт. Ярай ҙа, беҙ хәлде күреп ҡалдыҡ, һөйләштек, балабыҙҙы араланыҡ. Бер генә һөйләшеү етмәй, был малай оҙаҡ ҡына минең иғтибар үҙәгендә буласаҡ: күңелендә яралған күрә алмаусанлыҡты, агрессияны сығарыу өсөн кәмендә ярты йыл ваҡыт кәрәк. Ярай ҙа, мин был малай менән эшләйем, ә теге һуғышты башлағандар менән? Уҡытыусы, тәрбиәсе, психолог нимә генә тиһә лә, иң беренсе нәүбәттә балаларҙың абруйлы ата-әсәләре бар бит! Һәм улар һеҙҙең, эйе-эйе, тап һеҙҙең реакцияғыҙға ҡараясаҡ. Әгәр ҙә мәктәптән ошоға оҡшаш сигнал алып, ҡул һелтәп ҡуяһығыҙ икән, балағыҙҙы боҙаһығыҙ: тимәк, миңә үҙемде нисек теләйем, шулай тоторға була тигән уйҙы, ышанысты мейеһенә һеңдерәһегеҙ! Ә ошо “бөтәһе лә ярай” тип үҫкән баланан киләсәктә нимә көтөргә, һеҙ миңә әйтә алаһығыҙмы? Шикле. Аңлайым, бала саҡ һуғышһыҙ үтмәй, төрлө хәлдәр була. Әммә эшкә, тормош мәшәҡәттәренә әүрәп, үҙ балағыҙҙы күҙҙән яҙлыҡтырмағыҙсы, зинһар! Табығыҙ ваҡыт, бүлегеҙ ярты ғына сәғәт – аралашығыҙ, һөйләшегеҙ, мәктәптәге яңылыҡтарҙы һорағыҙ. Сәсенән һыйпағыҙ, һөйөп алығыҙ. Һеҙҙең ошо ябай ғына ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы, бүлгән иғтибарығыҙҙы , борсолоуығыҙҙы бала яратыу, уны аңларға тырышыу тип бик яҡшы ҡабул итәсәк. “Тимәк, мине яраталар!” – бына ошо ышаныстың уны яҙыҡ аҙымдарҙан һаҡлап ҡалыуы ихтимал. Сөнки бала саҡта ата-әсәнән алған һөйөү, аңлау, ярҙам, иғтибар кешене ғүмере буйы оҙата килә. Быны үҙгәртеп булмай. Юҡҡа ғына “беҙ бөтәбеҙ ҙә бала саҡ иленән” тип әйтелмәй, шулай бит?
Ә хәҙер, хөрмәтле гәзит уҡыусыларым, һеҙгә күнекмә. Бөгөн үк бөтә ғаиләгеҙ менән бергәләп “Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр” тигән темаға һөйләшеү үткәрегеҙ. Йәндәй күргән матурлыҡ төшөнсәһен нисек аңлай ул һәм ҡыҙҙарығыҙ; тышҡы матурлыҡ зауыҡлыраҡмы; эске матурлыҡты нисек күрә белергә һәм кешеләге ниндәй матурлыҡ донъяны ҡотҡара ала? Һөйләшеү барышында һеҙ балағыҙҙың күңел торошон күрерһегеҙ.
Мин һеҙҙән күнекмә буйынса хаттар көтәм. “Бәйләнештә” сәхифәм асыҡ.
Психолог Әлмира ИСХАҠОВА
әҙерләне.