RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балаға һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ

19.10.2018 Балаға һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ

Балаға һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ
Кешенең һүҙлек байлығы ни тиклем тәрәнерәк, ул шул тиклем тормошта күберәк уңышҡа өлгәшә. Психологтар ошондай һығымтаға килгән. Баланың теле асылғас та телмәрен үҫтерә башларға кәрәк. Америка педиатры Сюзен Канизарес, бала ни тиклем күп һүҙ белә, шул тиклем иртәрәк һөйләшә башлай һәм яҙырға өйрәнә, тип иҫәпләй. Тимәк, уға мәктәптә уҡыуы һәм тиҫтерҙәре менән аралашыуы ла еңелерәк буласаҡ. Был иһә үҙ сиратында унан юғары интеллектлы кеше үҫеп сығыр тигән ышаныс уята.
2 – 3 йәшлек бала 200 – 300 һүҙ белергә, 3 – 4 йәштә уның һүҙ байлығы – мең һүҙгә, тағы бер йылдан ике меңгә тиклем артырға, ә 6 йәштә алты мең һүҙ тәшкил итергә тейеш. Баланың һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау ғына түгел, көндәлек тормошта ҡуллана белеүе лә мөһим. Быға ололар менән һөйләшеп кенә өлгәшеп була. Шунлыҡтан уның һәр һорауына яуап биреп, әңгәмәне дауам итергә тырышығыҙ.
Һүҙ байлығын арттырыуҙың икенсе ысулы – китап уҡыу. Айырыуса шиғыр уҡыу файҙалы, сөнки балаға ул көй кеүек яңғырай һәм еңел үҙләштерелә. Кескәйҙәр әкиәт тыңларға ярата. Шунлыҡтан мөмкин тиклем күберәк әкиәт уҡығыҙ. Аҙағынан уға нимә оҡшауы, оҡшамауы тураһында әңгәмәләшеп алығыҙ. Был баланың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Логопедтар фекеренсә, баланы сит кешеләр менән аралашыуҙан тартынмаҫҡа өйрәтеү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Урамда уйнағанда, поликлиникала, магазинда ят кешеләргә, балаларға өндәшә икән, тыймағыҙ, киреһенсә, уға ярҙам итегеҙ.
Баланы дөрөҫ һөйләшергә өйрәтеү өсөн ата-әсәнең үҙенә лә һүҙҙәрҙе, һөй­ләмдәр­ҙе асыҡ итеп әйтеү мөһим. Мәктәпкә барғас, өйрәнер әле, тип ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай. Тәүҙән үк бала һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, урынлы ҡулланыр­ға өйрәнергә тейеш. Юғиһә, балалар баҡсаһына, мәктәпкә барғас, тиҫтерҙәре уның телмәренән көлөүе, үсекләүе ихтимал. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер балалар үҙ-үҙенә бикләнеп, аралашыуҙан бөтөнләй ҡаса.
Шулай итеп, баланы ни тиклем иртәрәк һәм дөрөҫ һөйләшергә өйрәтһәгеҙ, шул тиклем яҡшыраҡ. Уның менән төрлө нәмә хаҡында – ҡаралған йәнһүрәт, уҡылған әкиәт, урамда осраған эт, бесәй, машина һ.б. хаҡында һөйләшергә мөмкин. 5 – 6 йәшлек бала һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөп һөйләй белергә, уҡығандың мәғәнәһен аңларға тейеш.
Белеүебеҙсә, бәләкәй балаларҙың йөҙ төрлө һорауы, улар бөтә нәмә менән ҡыҙыҡһына. Ата-әсәнең төп бурысы – ошо һорауҙарҙы яуапһыҙ ҡалдырмау. Ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, бала менән һөйләшеүҙән баш тартмағыҙ. Эш араһында ла һәр һорауына яуап бирергә, төшөнсәләр­ҙе аңлатырға ваҡыт табығыҙ. Ул һөйләгәндә иғтибар менән тыңларға ла кәрәк. Бала һәр саҡ һеҙҙең иғтибарығыҙҙы, уның һөйләгәндәре менән ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы тойорға тейеш.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!