RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үткәнебеҙ данлы, киләсәгебеҙ өмөтлө

11.01.2011 Үткәнебеҙ данлы, киләсәгебеҙ өмөтлө

Үткәнебеҙ данлы, киләсәгебеҙ өмөтлөСибай интернат-мәктәбе 1960 йылда эшләй башлай һәм 1961 йылдың мартында беренсе директор Ә. Мотаев етәкселегендә тантаналы асыла. Урал аръяғы төбәктәренән төрлө яҙмышлы балалар интернатта йәшәй. Уларға тулыһынса бушлай кейем бирелә һәм туҡланыу ойошторола. Интернат шарттарында һәр уҡытыусы, тәрбиәсе, хеҙмәткәрҙәр балаларға айырыуса күңел йылыһын бүлеп, ихлас һәм иғтибарлы булды. Унда оҙаҡ йылдар эшләүсе үҙ эшенең оҫталары С. Өмөтбаева, Ш. Шә­рипов, Ә. Салауатова, З. Ис­ламғазина, Г. Ғүмәрова, Ф. Сәли­хова, М. Музипов, А. Бикбова, Т. Аҙ­на­баева, Г. Байегетова, М. Әхмәтова, Л. Аҡъю­лова, Ғ. Әхмәтова, Д. Әҙе­һәмова, К. Сирғәлин һ. б. бик күптәр мәктәп үҫешенә тос өлөш индерҙе. Интернат-мәктәптә тәүге аҙым яһап, ҡанаттарын нығытып, бөгөн юғары үрҙәр яулаусы уҡытыусыларыбыҙ ҙа бихисап. Улар төрлө фән кандидаттары һәм директорҙар – Р. Вә­лиәхмәтов, С. Мөхәмәтйәнов, Г. Мө­хәмәт­йәнова, С. Йәнтүрин, Б. Ба­йымов, У. ҡылысов, З. Юнысов һ. б., күренекле шағирҙар М. Яма­летдинов, И. Кинйәбулатов, композиторҙар З. Фәй­зуллина, Ю. Мора­тов һәм башҡалар. Ялҡынлы белем усағының осҡондары – билдәле уҡыусылары ла һанап бөткөһөҙ: химия фәндәре докторы, БДУ ректоры Ә. Мос­тафин, фән кандидаттары Р. Кә­римов, Ш. Сәлихов, Ә. Мә­житова, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Т. Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы З. Баязитова, М. Ғәлиева, Ф. Яхин, Р. Йосопов, Р. Үҙәнбаева, билдәле журналистар Т. Ғәйнуллина, И. Йәндәүлә­тов, Г. Бай­­­ғужина, Г. Иҙрисова, М. Хә­билова һ.б.
Р. Үтәғоловтың тырышлығы менән 8 йыллыҡ интернат-мәктәп ун йыллыҡҡа үҙгәртелә, К. Ғайсин иһә уға гимназия статусын алыуға ирешә. Белем усағы йыл һайын төрлө конкурстарҙа, бәйгеләрҙә юғары урындарға лайыҡ булып, яңынан-яңы үрҙәр яулай. Бөгөнгө директор Роза Бикбова «Үткәнебеҙ данлы, киләсәгебеҙ өмөтлө» тигән девиз аҫтында гимназияны заманса йыһазландырыу, заман талаптарына ярашлы тәрбиә һәм уҡытыу эштәрен, яңы алымдар ҡулланып, юғары кимәлдә ойоштороуға ең һыҙғанып тотондо. Гимназия уҡыусылары үҙидаралыҡта ла әүҙем эш алып бара. Прези­дентыбыҙ тарафынан билдәләнгән һәр йылға ҡарата фәһемле һәм мауыҡтырғыс саралар, конкурс­тар, осрашыуҙар уҙғарыла. «Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе», тигәнгә таянып, ололар, арҙаҡлы шәхестәр, бигерәк тә үҙебеҙҙең интернаттың билдәле кешеләре менән осрашыуҙар иҫтәлекле. Уҡытыусылар мәктәптә яҡты эҙ, яҡты нур ҡалдырыу һәм ҡабыҙған нурҙы киләсәк быуынға еткереү маҡсатында үҙҙәренә алмаш әҙерләргә тейеш. Был йәһәттән Уҡытыусылар йылы иҫтәлекле ваҡиға менән башланып киткәйне – интернатыбыҙҙың беренсе башҡорт теле уҡытыусыһы Сәлимә Өмөтбаева исемендәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте, музей бүлмәһе булдырҙыҡ. Илем, телем, халҡым, тип яныусы шәхестең рух осҡоно барыһының да йөрәгенә йылылыҡ нурҙары бөркөр, тип ышанабыҙ.
2009 йылда гимназиябыҙ «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты грантына лайыҡ булһа, химиянан З. Нәбиуллина, биология уҡытыусыһы С. Илембәтова – Рәсәй буйынса, Ә. Кәримова Башҡортостан буйынса грант яуланы. Спорт буйынса республикала 3-сө урынға сыҡтыҡ.
Биология, география фәндәре буйынса республика олимпиадаларында призлы урындар, «Кендек» командаһы «Шая­ниум»да – 3-сө урын, «Аҡмулла вариҫтары» сәсәндәр конкурсында 2007 йылда – 2-се урын, 2008 йылда – гран-при, йәш журналистарҙың республика «Баҫҡыстар» конкурсында – гран-при, «Ғарипов уҡыуҙары», «Вәлидов уҡыуҙары», «Йосопов уҡыуҙары», «М. Кәрим уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияларында бик күп призлы урындар яуланыҡ.
Белем менән тәрбиә йәнәш алып барыла. Уҡыусыларҙың талантын асыу, үҫтереү йәһәтенән гимназияла бөтә шарттар ҙа булдырылған. Үҙең һайлаған йүнәлеш буйынса махсус курсҡа йөрөү мөмкинлеге бар. Гимназия-интернатта тәжрибәле уҡытыусылар, тәрбиәселәр, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр эшләй. Директор­ҙарҙың кәңәшмәһе юҡҡа ғына беҙҙә уҙғарылмағандыр. Уҡытыу­сылар, тәрбиәселәр унда ҡатнашыусыларға асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре, саралар күрһәтте.
Өйрәнмәйенсә хеҙмәт юҡ, хеҙмәт итмәй хөрмәт юҡ, тигәндәй, белмәгәнде өйрәнәбеҙ, белгәндәр тәжрибә уртаҡлаша. Бөгөнгө көн талаптарына ярашлы, заманса яңы алымдар менән эшләйбеҙ, кабинеттар ҙа тейешенсә йыһазландырылған. Интерна­ты­быҙ быйыл үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Сығарылыш уҡыусыһы булараҡ, «Үткәндәрҙән яҡты эҙ ҡала» исемле китапҡа 1963 – 2010 йылдар арауығында ижад иткән уҡыусылар һәм уларҙың етәкселәренең ижады, «Интернатта нығый пар ҡанат» исемле икенсе китапҡа 1963 – 2010 йылдарға тиклем интернаттың тарихы тупланды һәм ул юбилей айҡанлы донъя күрҙе.

Әнисә АЛДЫРХАНОВА,
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.
Сибай ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!