RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәхмәт һиңә, уҡытыусы!

31.08.2010 Рәхмәт һиңә, уҡытыусы!

...Был донъяға һәр кем үҙ урыны, үҙ тәғәйенләнеше менән тыуа. Кемдер – кешеләрҙең тәнен, бәғзеләр йәнен дауалай. Берәүҙәр тыумыштан уҡ сауҙагәр була, икенселәргә иһә Аллаһы Тәғәлә күңел тулы моң биргән. Шулай ҙа донъяла иң изге, бар профессияларҙың да башында торған бер һөнәр бар – Уҡытыусы. Сөнки, ҡайҙа ғына эшләһәк тә, ниндәй генә вазифа биләһәк тә, тәү сиратта был яҡты донъяға тыуыуыбыҙ менән ата-әсәйебеҙгә рәхмәтле булһаҡ, икенсе рәхмәтебеҙҙе хәреф таныр­ға, оло тормош юлына сығыуыбыҙға күп көс һалған, аҡ менән ҡараны айырырға, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә, ваҡлыҡтарынан өҫтөн булырға өйрәткән уҡытыусыбыҙға юлларға тейешбеҙҙер.
Салауат районының Мәсетле ауылында тыуып үҫкән Динә Ким ҡыҙы Фазылғаянова мәктәптә уҡығанында тәбиғи фәндәргә өҫтөнлөк бирә. Әммә башланғыс кластарҙа уҡытыусылары Шәүрә Хурамшина менән Мәйсәрә Иҡсановаларҙың һәр байрамға монтаж әҙерләтеп, йыр-бейеүгә өйрәтеүе, сәхнәлә бер иш кейемдә матур булып баҫып тороуҙары, ата-әсәләренең генә түгел, ауылдаштарының һәр сығышты ихлас йотлоғоп тыңлауы ҡыҙҙы һоҡландырып, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәни-мәғрифәт училищеһына алып килә. Шул йылдарҙы хәҙер Динә Ким ҡыҙы былай тип хәтерләй:” Ауылдан ситкә сығып йөрөмәгән бала әллә ҡайҙа ятҡан ҙур ҡалаға сығып киттем. Әсәйем барлы-юҡлы аҡсаһын йыйып биреп ебәрҙе. Уны көндәлек аҙыҡҡа тип бүлеп һалып ҡуйҙым. Запаста тағы биш һум биш тин аҡса ята. Әгәр уҡырға инә алмаһам, кире ҡайтырға юллыҡ аҡса ине ул. Бәхетемә күрә, уҡырға индем”.
Уҡыу йортон тамамлағас, Ишембай райо­нының “Ағиҙел” совхозында балалар бейеү төркөмө етәксеһе булып эшләй башлай, ләкин бала саҡтағы тәбиғи фәндәргә булған ҡыҙыҡһыныуы уны тағы ла юғарыраҡ үрҙәрҙе яуларға әйҙәй. Шулай итеп, Динә Ким ҡыҙы 1987 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының биология һәм химия факультетына уҡырға инә. ҡулына диплом алған йәш белгес Балтас районының Иванай урта мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә. Уға биология дәресен тәрәнәйтеп өйрәнеү класын ышанып тапшыралар. Педагогик коллективтың ышанысын аҡлай йәш белгес, уның уҡыусылары район олимпиадаларында еңеү яулай, күптәре вуздар­ға биология фәне буйынса уҡыр­ға инә.
Ошо Балтас районында үҙенең буласаҡ тормош юлдашы Алмасты осратып, донъяға йәм өҫтәп ҡыҙҙары Эмма ла тыуғас, Динә Ким ҡыҙына ауыл киңлектәре генә тар тойола башлай, уның да башҡалар кеүек ҡала мәктәбендә йөҙөп йөрөп эшләгеһе, яңынан-яңы үрҙәр яулағыһы килә. Ғаиләһе менән баш ҡалаға күсенәләр. Тик башҡаларҙы һыйындырған баш ҡалала уларҙы берәү ҙә ҡолас йәйеп көтөп тормай. Шулай ҙа ныҡышмал уҡытыусы республиканың иң шәп мәктәптәренең береһенә эшкә урынлаша.
...Бөгөн Динә Ким ҡыҙы Фазылғаянованың Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында эшләүенә лә 15 йыл булып киткән. Шул йылдарҙа мәктәптә Динә Ким ҡыҙы етәкселегендә бал бейеүҙәре түңәрәге эш башлай. Улар өсөн махсус көҙгөлө залдар булдырыла, кейемдәр тектерелә.Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен талапсан, маҡсатына ынтылышлы, инициативалы уҡытыусы итеп таныта. Ябай, аңлайышлы итеп аңлатылған темалар балалар күңеленә мәңгелеккә инеп ултыра ла, кәрәк ваҡытта уҡытыусылары эргәләрендә һөйләп торған кеүек күҙ алдына килеп баҫа. Сөнки педагог һәр саҡ үҙенең белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй, биология дәрестәрендә “Белем биреүҙең диагностика-коррекцион системаһы”н ҡуллана.
Динә Ким ҡыҙы уҡыусыларҙы биология фәне менән ҡыҙыҡһындыра, уға ҡарата һөйөү тәрбиәләй белә. Кластарҙа медицина-биология йүнәлешендә махсус курс алып бара. Бер нисә йыл дауамында Башҡорт дәүләт медицина университетында ҡабул итеү имтихандарында ҡатнаша.
Тырыш, ныҡышмал уҡытыусының эш һөҙөмтәһе – уҡыусыларының төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеү яулауы, сығарылыш һайын Башҡорт дәүләт медицина университетына, башҡа вуздарҙың биология-химия факультетына уҡырға инеүе.
Динә Ким ҡыҙы ваҡыт менән иҫәпләшеп тормай, олимпиадаға, уҡыу йортона әҙерләгән ваҡытта һәр бала менән өҫтәмә шөғөлләнә. Был уҡытыусы һәр ваҡыт эргәңдә, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер, һорауҙарыңа ла уның менән бергә яуап эҙләүе еңелерәк... Ә инде һөҙөмтәләр билдәле булғас, кем нығыраҡ ҡыуаналыр, билдәһеҙ. Әллә уҡыусы, әллә уҡытыусы...
Эшеңде яратыуың, балаларға таратҡан белемең өсөн рәхмәт һиңә, уҡытыусы!

З. ХӘБИРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!