RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҫеш мөмкинлектәре билдәләнде

31.08.2010 Үҫеш мөмкинлектәре билдәләнде

Күптән түгел Дүртөйлө ҡалаһының мәҙәниәт һарайында уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте. Сарала төбәктең мәғариф системаһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалып, уны камиллаштырыу юлдары билдәләнде.
Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Р. Дәүләтов асып, хәҙерге заман шарттарында мәғариф системаһын үҫтереүҙең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. Артабан мәғариф бүлеге начальнигы Р. Ваһапов тармаҡтың проблемалары һәм үҫеш мөмкинлектәренә туҡталды.
Сифатлы уҡытыуҙың төп шарттарының береһе – заманса инфраструктура булдырыу. Был йәһәттән райондың барлыҡ мәғариф учреждениелары ла типовой биналарҙа урынлашҡан, уларҙа балаларҙы уҡытыу өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Шулай уҡ уҡытыу-тәрбиә эштәрен ойоштороу йәһәтенән етди эш алып барыла.
Һуңғы йылдарҙа «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу барышында мәктәптәрҙең 62 проценты – уҡыу йыһаздары, 21 проценты автобустар алды.
Дөйөм белем биреү структураһындағы үҙгәрештәр алты белем биреү учрежде­ниеһында 21 профилле синыф асыу мөмкинлеге бирҙе. Шул уҡ ваҡытта мәктәпкәсә учреждениеларҙы компьютерҙар менән тәьмин итеү һәм уларҙы интернет селтәренә тоташтырыу буйынса ҙур эш башҡараһы бар. Бынан тыш, база мәктәптәрендә физика, химия, биология, география кабинеттарын заманса йыһазландырыу күҙ уңында тотола.
Әлбиттә, кәңәшмәнең иң тулҡынландыр­ғыс өлөшө – мәғариф учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлегенә йомғаҡ яһау, иң яҡшы уҡытыусыларҙы билдәләп һәм бүләкләп үтеү. Был уҡыу йылына әҙерлек буйынса 5-се урта мәктәп, Байгилде, Шишмә мәктәптәре, ҡаланың 6-сы балалар баҡсаһы, мәктәп-ара уҡытыу комбинаты еңеүсе тип табылды.
«Мәғариф учреждениеһы бинаһының һәм милкенең яҡшы һаҡланышын тәьмин иткән өсөн» номинацияһында – 4-се урта мәктәп, Әсән мәктәбе, ҡаланың 10-сы балалар баҡсаһы, балалар-үҫмерҙәр техник ижады станцияһы, «Ҙур күләмдә ремонт эштәре баш­ҡарған өсөн» номинацияһында Мәҫкәү урта мәктәбе һәм Дүртөйлө ҡалаһының 7-се балалар баҡсаһы аҡсалата премияға лайыҡ булды.

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Дүртөйлө районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!