RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балаларға һәм үҙ фәненә һөйөү аша

28.12.2010 Балаларға һәм үҙ фәненә һөйөү аша

Балаларға һәм үҙ фәненә һөйөү ашаБула шундай уҡытыусылар: уларҙың һәр дәресе ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, һәр һүҙен уҡыусылары йотлоғоп тыңлай, уның дәресенә әҙерләнмәй килеү тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы уҡыусыларының хәтерендә тап шулай булып һаҡланған. Ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшен билдәләгән уҡытыусы уҡыусылары араһында ҙур ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанған. Әлбиттә, үҙенең көндәлек тырыш хеҙмәте, балаларҙы ысын күңелдән ярата белеүе арҡаһында шундай хөрмәткә лайыҡ ул.
Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы сығышы менән Көйөргәҙе районынан. Хеҙмәт юлын Яҡшембәт ауылында математика уҡытыусыһы булып башлай. Стәрлетамаҡ дәүләт уҡытыусылар институтынының физика-математика бүлеген тамамлағас, тыуған ауылы Таймаҫҡа эшкә ҡайта. Эшенә мөкиббән бирелгән, һәр дәресен ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы итеп үткәреүсе матур, йәш уҡытыусыны балалар ҙа тиҙ арала үҙ итеп, яратып өлгөрә.
Белемен артабан камиллаштырыу теләге Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙын Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына алып килә. Институттан һуң юғары белемле, өҫтәүенә, эш тәжрибәһе лә булған белгесте 1-се республика башҡорт интернат-мәктәбенә ҡуш ҡуллап алалар. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған һәләтле балаларға ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла математика фәненең нескәлектәрен өйрәтә. Уның дәресендә шаярып ултырған уҡыу­сыны күрмәҫһең, һәр береһе баш баҫып мәсьәлә сисеү, миҫалдар эшләү менән мәшғүл. Уҡытыусы темаларҙы һәр балаға аңлайышлы итеп аңлатырға тырыша, бер уҡыу­сының да һорауын яуапһыҙ ҡалдырмай, кәрәк ваҡытта талапсан да була белә. Шул уҡ ва­ҡытта бер ҡасан да тауышын күтәргәнен ишетмәҫһең, сабыр ғына һәр балаға яғымлы һүҙен дә таба, һөйөүен дә йәлләмәй. Уның һәр дәресе балалар менән йәнле аралашыу формаһында үтә, уҡыусылар бер-береһе менән ярыша-ярыша мәсьәләне сисеү, теореманы иҫбатлау юлдарын эҙләй. Шул рәүешле оҫта уҡытыусы балаларҙа математика фәненә һөйөү тәрбиәләй.
Һәләтле уҡыусылар менән дәрестән һуң ҡалып, өҫтәмә рәүештә лә шөғөлләнә Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы. Уҡыусыларын олимпиадаларға әҙерләй. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй, уҡыусылары район, ҡала олимпиадаларында призлы урындар яулай башлай.
Уҡыусыларға фәнде үҙләштереүҙе еңелләштереү маҡсатында тынғыһыҙ мөғәллимә алгебра һәм геометрия дәреслектәрен башҡортсаға тәржемә итә, шулай уҡ «Математика терминдары һүҙлеге» һәм «Математика» терминдары тигән китаптар төҙөп, баҫтырып сығара. Быларҙың барыһын да ул үҙенең ялы һәм төнгө йоҡоһо иҫәбенә башҡара.
Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙының алдынғы ҡарашлы, яңы методик алымдар менән эшләүсе уҡытыусы булыуын уның эш тәжрибәһенең, РФ Мәғариф министрлығы тарафынан юғары баһаланып, мәктәптәрҙә өйрәнергә тәҡдим ителеүе лә раҫлай.
Ул заманда уҡытыусыларға бик күп йәмәғәт эштәрен дә башҡарырға тура килә. Шуның кеүек үк, Мәйсәрә Әхтәмова ла ун биш йыл буйы математика уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләй, оҙаҡ йылдар «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында мө­хәрририәт ағзаһы булып тора, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында һәм республика мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзында уҡытыу­сыларҙың мәнфәғәтен яҡлай. Үҙенең республика уҡытыусыларының VII съезында ҡатнашыуын да яҡшы хәтерләй абруйлы уҡытыусы.
Бөгөн иһә уның күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте бик күп дәүләт наградаһы һәм маҡтаулы исем менән лайыҡлы баһаланған. Әммә 80 йәшен билдәләгән хаҡлы ялдағы уҡытыусы өсөн уҡыусыларының хөрмәте, ҡотлау сәләмдәре, рәхмәт һүҙҙәре барлыҡ бүләктәрҙән дә ҡиммәтерәк.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!