RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уҡытыусы булыуым менән бәхетлемен

28.12.2010 Уҡытыусы булыуым менән бәхетлемен

Уҡытыусы булыуым менән бәхетлеменБыйылғы йыл – минең өсөн иң матур, иң иҫтәлекле йылдарҙың береһе. Беренсенән, уҡытыусы һөнәрен һайлап эшләй башлауыма 20 йыл тулды. Ошо йылдар эсендә төрлө саҡтар булды, әммә бер ҡасан да был һөнәр­ҙе һайлауыма үкенмәнем. Балалар менән эшләүе еңел булмаһа ла, уның үҙ матурлығы һәм кинәнесе. Йә, тағы кем менән балалар ышаныс тулы эскерһеҙ ҡараштарын төбәп тиң күреп һөйләшә һәм эс-серҙәре менән бүлешә ала?! Ә бергәләп байрамдарға әҙерләнеү, төрлө кисәләр ойоштороу, сәйәхәттәргә йөрөү... Шуға ла уҡытыусы бер ҡасан да ҡартаймай, ул һәр саҡ йәш, һәр саҡ бала күңелле булып ҡала.
Дөрөҫ, кемдер миңә ҡаршы килер, уҡытыусы ла булдымы һөнәр, хәҙер күпкә ҡыҙыҡлыраҡ һәм абруйлыраҡ һөнәрҙәр бар, тип. Килешәм, элек уҡытыусының абруйы юғары булған, балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә уның һәр һүҙен оло итеп ҡабул иткән, кәңәш һорап та иң беренсе уҡытыусыға килгәндәр. Бөгөн иһә техника заманы, ҡатмарлы технологиялар уҡытыусыны бер аҙ ҡыҫырыҡлап та ҡуйҙы кеүек. Эш хаҡы ла аҙ. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә уҡытыусы һөнәренә ҡараш үҙгәрҙе, йәштәр аҡсалы һөнәрҙәргә өҫтөнлөк биреп, уҡытыусы булырға ашығып бармай. Әммә, шөкөр, уҡытыусы һөнәрен һайлап, бөтә ғүмерен ошо эшкә бағышлаған бала йәнле, изге күңелле мөғәллимдәребеҙ ҙә күп.
2010 йылдың Уҡытыусы йылы тип иғлан ителеүе иһә уҡытыусының баһаһын бермә-бер арттырҙы. Был яңылыҡты беҙ, мәғариф хеҙмәткәр­ҙәре, айырыуса ҡыуанып ҡабул иттек. Ниһайәт, уҡытыусыларға иғтибар, иң изге, иң яуаплы һөнәрҙең абруйы артыр, тигән өмөт уянды. Үҙебеҙгә бағышланған йылдан бик күпте көттөк. Ысынлап та, өмөттәребеҙ бер аҙ аҡланды. Мәҫәлән, Башҡортостан Президенты Указы менән, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында эшләүсе тәрбиәселәргә эш хаҡы – 1000, тәрбиәсе ярҙамсыларына 500 һумға артты. Шулай уҡ Яңы йыл алдынан уҡытыусылар «ун өсөнсө» эш хаҡы алып һөйөндө. Өфө ҡалаһынан курсташым Рәғиҙә Шәриповаға шылтыратам. «Бер эш хаҡы күләмендә «ун өсөнсө» эш хаҡы алдыҡ. Яңы йылға табан тағы премия булырға тейеш тинеләр», – ти ул. Баймаҡ районынан коллегам Флидә Зарипова ла бер эш хаҡы күләмендә өҫтәмә аҡса алыуҙары, тағы ла мәктәп бюджетынан премия бүленәсәге тураһында хәбәр итә. Бишбүләк районындағы танышым әйтеүенсә, район уҡытыусылары «ун өсөнсө» эш хаҡы алған, унан тыш тағы ла күпмелер премия булған. Әлбиттә, исемле йыл уңайынан шундай өҫтәмә эш хаҡы түләнеүе һөйөнөслө. Өҫтәүенә, 2011 йылдан уҡытыусыларҙың эш хаҡы артасаҡ, тип тә өмөтләндерҙеләр бит әле!
Уҡытыусы йылы мәғариф өлкәһендә ваҡиғаларға ла бай булды. Иң мөһимдәренең береһе – ул республика уҡытыусыларының Х съезы. Был мөһим һәм әһәмиәтле форум 25 – 26 мартта Өфө ҡалаһында үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 600-ҙән ашыу делегат ҡатнашты. Миңә лә был мәртәбәле сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе. Уҡыу-уҡытыу системаһындағы үҙгәрештәр, яңы уҡытыу технологиялары тураһында фәһемле сығыштар тыңлап, бик күп файҙалы мәғлүмәт алдым. Киләсәктә уларҙы эш тәжрибәмдә файҙаланырмын тип уйлайым. Әлбиттә, съезд уҡытыусы алдына тағы ла ҙурыраҡ бурыстар ҡуйҙы. Уларҙы үтәү иһә беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ.
Йыл һайын республикабыҙҙың иң алдынғы уҡытыусылары, «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, Рәсәй Президенты грантына лайыҡ була. Әлегә тиклем был конкурста еңеүселәргә 100 мең һум премия тапшырыла ине, быйыл уның күләме ике тапҡырға артты. Беҙҙең республиканан 37 уҡытыусы ошо премияға лайыҡ булды. Улар менән бер рәттән, миңә лә Президент грантын алырға насип булды. Әлбиттә, ул ҙур еңеү һәм оло ҡыуаныс. 20 йыллыҡ тынғыһыҙ хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күреү, уның Рәсәй Президенты кимәлендә баһаланыуы эшкә көс-дәрт өҫтәй, ижади эшләргә ил­һамландыра.
Республика­быҙ­ҙа дәүләт телдәрен уҡытыусыларҙың хеҙмәтен баһалау ҙа матур йолаға әйләнде. Быйыл Уҡытыусылар көнө алдынан 50 рус теле һәм башҡорт теле уҡытыусыһына Баш­ҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы тапшырылды.
Хеҙмәттәштәремдең – Дыуан районы Возне­сенка мәктәбенән география уҡытыусыһы Ольга Тряскина менән Стәрлетамаҡ районының Рощинский мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Сәлимйәнова­ларҙың «Йыл уҡытыусыһы – 2010» республика һәм төбәк-ара конкурстарында еңеүгә өлгөшеүҙәренә һоҡланып ҡарайым. Афарин! Өҫтә­үе­нә, Гүзәл Сәлимйәнова Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусылары бәйгеһендә лә лайыҡлы сығыш яһап, Башҡортостанда ниндәй һәләтле уҡытыусылар эшләүен бөтә илгә танытты. Һүҙ ҙә юҡ, коллегаларымдың һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Сөнки улар үҙҙәренең көндәлек ныҡышмалы хеҙмәте менән лайыҡлы граждандар тәрбиәләп, илебеҙҙең киләсәгенә нигеҙ һала.
Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы 1-се лицейының «Рәсәй мәғарифының элитаһы» тигән милли премияға лайыҡ булыуы, ә уның директоры Иван Могильниковтың «Мәктәп директоры – 2010» Бөтә Рәсәй конкурсында «Яратҡан директор» номинацияһында еңеү яулауы республикабыҙҙың мәғариф системаһының Рәсәй кимәлендә алдынғы урындарҙы биләүе хаҡында һөйләй.
14 августа Бүздәк һәм Саҡмағош райондарында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика август кәңәшмәһе үтте. Һөйләшеү бик фәһемле булды, бик күп көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, улар­ҙы хәл итеүҙең аныҡ юлдары билдәләнде. Ата-әсәләрҙе лә, уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы ла иң борсоған мәсьәләләр­ҙең береһе – мәктәптәрҙе оптималләштереү. Айырыуса ата-әсәләр мәктәптәрҙең ябылыуы менән килешә алмай. Уларҙы аңларға була, һәр кем балаһына күҙ-ҡолаҡ булып янында ғына уҡытҡыһы килә. Әммә был мәсьәләне лә кисектереп булмай, ни өсөн тигәндә, йылдан-йыл мәктәп йәшендәге балалар һаны кәмей бара. Ә дүрт-биш, бәлки, саҡ ҡына күберәк бала өсөн тотош бер мәктәпте тотоу үҙ-үҙен аҡламай. Яңыса эшләргә, заманса мәғлүмәти технологияларҙы ҡулланырға саҡырҙылар кәңәшмәлә. Һәр заманда ла уҡытыусынан башҡаларҙан бер башҡа юғары булыуҙы, бер аҙым алда барыуҙы талап иткәндәр. Шул саҡта ғына ул ысын уҡытыусы була аласаҡ.
Мәктәптәрҙә генә түгел, профессиональ белем биреү системаһында ла ҙур үҙгәрештәр бара. Шундай ҙур үҙгәрештәрҙең береһе – республикабыҙҙа тағы бер институттың барлыҡҡа килеүе. Башҡорт дәүләт университетының физика факультеты хәҙер БДУ ҡарамағындағы Физика-техник институты итеп үҙгәртелде. Уның директоры итеп физика-математика фәндәре докторы, профессор Роберт Яҡшыбаев һайланды.
Йылдың иң мөһим, иң һөйөнөслө яңылыҡтарының береһе – 1 сен­тя­брь алдынан Башҡортостанда беренсе уҡытыусыға һәйкәл асылыуы. Был үҙенсәлекле һәйкәл Стәрлетамаҡ ҡалаһының 31-се мәктәбе ҡаршыһында урынлашҡан. Уның авторҙары – БР һәм РФ Рәссамдар союзы ағзалары Рөстәм Хәсәнов менән Радик Хөсәйенов, архитекторы – Владимир Харжевский. Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә беренсе уҡытыусыға ҡуйыл­ған тәүге һәйкәл ул. Бик хуп, бик мәслихәт. Күптән кәрәк ине был һәйкәл. Хәреф танып, яҙырға, һанарға өйрәткән, һәр беребеҙ хаҡында әсәй кеүек хәстәрлек күргән сабыр ҙа, мәрхәмәтле лә, һәр балаға наҙ һәм һөйөү йөрөткән оло йөрәкле тәүге уҡытыусыларыбыҙҙың барыһы ла һәйкәлгә торошло.
Ғөмүмән, быйылғы йылға бик ҙур рәхмәтлемен. Уҡытыусы һөнәренә яңыса ҡараш уятыуға ныҡлы аҙымдар яһалды, тип иҫәпләйем. Киләсәктә йәмғиәтебеҙҙә уҡытыусының абруйы тағы ла ҙурыраҡ булыр тигән ышаныс артты.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә: нимә генә тимә, уҡытыусы һөнәренән дә шәп һөнәр юҡ ул. Кем был һөнәрҙе һайлаған, шул уға ғүмер буйы тоғро ҡаласаҡ. Сөнки эскерһеҙ саф бала күңеле магнит кеүек һәр саҡ үҙенә тарта. Йылдар үткәс иһә уҡыусыларыңдың килеп, «Һаумы, апай, ағай» тип, мәктәп йылдарын иҫкә алып, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү өсөн генә лә уҡытыусы һөнәрен һайларлыҡ. Балалар һөйөүен, балалар ышанысын, балалар ихтирамын бер нәмә лә алмаштыра алмай. Ғорур рәүештә бөгөн: «Мин – уҡытыусы!» – тип әйтә алам һәм ошо һөнәрҙе һайлауым менән бик бәхетлемен.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!