26.10.2017 “Һеҙгә бында инеү ҡәтғи тыйыла!”
Беҙҙең балалар баҡсаһында тәрбиәселәр ата-әсәләрҙе төркөмгә индермәй. “Һеҙгә бында инеү ҡәтғи тыйыла!” – тип тупһанан бороп сығарырға әҙер торалар. Ата-әсәнең балаһы йөрөгән төркөмдө ҡарап сығырға хоҡуғы ла юҡмы ни?
Алһыу.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Был һорауға ниндәйҙер норматив документҡа таянып яуап биреп булмай. Ғөмүмән, ата-әсәләр өсөн төркөмдөң ишеге ябыҡ булыу шикле уйҙар тыуҙыра.
Һеҙ, мәҫәлән, раковина һәм унитаз торошон ҡарарға йәки таҫтамалын тикшерергә инә алаһығыҙ һ.б. Балағыҙҙың хоҡуҡтарын яҡлауға тәрбиәсе ҡаршы килә алмай. Ул риза түгел икән, балалар баҡсаһы мөдиренә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Мөдир ҙә ҡаршы төшһә, район мәғариф бүлегенә йәки Мәғариф өлкәһен контролләү һәм күҙәтеү идаралығына мөрәжәғәт итеп, теләгегеҙгә ирешерһегеҙ.