RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөғәллимә булып тыуалар

27.10.2017 Мөғәллимә булып тыуалар

Мөғәллимә булып тыуаларСалауатта бар күңелен балаларға, ярат­ҡан эшенә бағышлаған уҡытыусылар күп. Уларҙың һәр береһе маҡтауға һәм оло хөрмәткә лайыҡ. Өлкән, тәжрибәле уҡытыусылар­ҙан йәш белгестәр ҙә ҡалышмай. Шуларҙың береһе – башланғыс клас­тар уҡытыусыһы Ләйсән Байрамғолова 22-се мәктәптә эшләй.

Ләйсән сабый сағынан уҡытыусы булып уйнарға ярата, үҙенән бәләкәсерәк ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы йыйып, үҙенсә дәрестәр үткәрә. 7-се мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, һис уйлап тормай, Салауат педагогия колледжына йүнәлә. Әүҙем ҡыҙ, тырышып уҡыуҙан тыш, йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай. Төрлө ғилми эштә ҡатнаша. Мәскәүгә барып, экология буйынса ғилми доклад менән сығыш яһай. Уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, Башҡортостан Президенты стипендияһына лайыҡ була. Ләйсән Байрамғолова башланғыс кластар һәм информатика уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Ике ҡыҙыл дипломы булыуға ҡарамаҫтан, уға эш табыуы еңел бирелмәй. 2010 йылда туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәгенә эшкә килә, бер йылдан һуң уҡытыу-методика үҙәгенә урынлаша. Тик йәш белгестең күңеле барыбер балалар уҡытыуға тартыла. Хатта аҡса түләмәһәләр ҙә уҡытырға әҙер була. Ниһайәт, ҡыҙға бәхет йылмая. Ләйсән 22-се мәктәпкә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып китә. Ситтән тороп уҡып, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалын ҡыҙыл диплом­ға тамамлай.
Тырыш уҡытыусының уҡыусылары ла һынатмай, төрлө ғилми-тикшеренеү эшендә ҡатнаша. Мәҫәлән, Егор Карпов бер нисә тапҡыр республика конкурсында тәүге урындарҙы яулай. Был уҡыусыны уңышлы әҙерләгәне өсөн Ләйсән дә Маҡтау грамотаһына лайыҡ була. Ул һәр баланы сабыр итеп тыңлай, хөрмәт менән ҡарай, аҡыллы кәңәштәрен бирә. Уҡыусыларының уңыштарына һөйөнә. Төрлө холоҡло, төрлө ҡарашлы уҡыусыларының һәр береһенең күңеленә юл таба белә. Ауыр ваҡыттарҙа ул – тәрбиәләнеүселәренең ярҙамсыһы, дөрөҫ юл күрһәтеүсеһе лә. Үҙ эшен, балаларҙы яратҡан педагогтың дәрестәре һәр ваҡыт йәнле үтә.
Әле лә йәш белгес эҙләнеүҙәр өҫтөндә, республика кимәлендә асыҡ дәрестәр күрһәтә, ғилми эштәр менән сығыш яһай. Уның хеҙмәттәре хатта төрлө йыйынтыҡта донъя күрә. Етмәһә, өҫтәмә рәүештә шахмат түңәрәген дә алып бара.
– Уҡытыусылыҡты бер ҡасан да башҡа бер ниндәй эшкә лә алмаштырмаҫ инем. Сөнки тормошомдоң бөтөн мәғәнәһен фәҡәт ошо һөнәрҙә генә күрәм. Бер туған һеңлем дә 22-се мәктәптә башлан­ғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, – ти Ләйсән Байрамғолова.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
(Фото ғаилә архивынан).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!