RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тел кешенең зиһенен, рухи донъяһын байыта, мәҙәнилеген арттыра

17.08.2017 Тел кешенең зиһенен, рухи донъяһын байыта, мәҙәнилеген арттыра

Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу, туған телдәрҙе өйрәнеү һәр заманда ла иң көнүҙәк мәсьәләрҙең береһе булып торған. Уға бәйле бәхәстәр тынғаны ла юҡ, шикелле. Бынан бер тиҫтә йыл тирәһе генә был йүнәлештә әүҙем эш алып барылып, республикабыҙҙа туған телдәрҙе һәм дәүләт телен өйрәнеү мәсьәләһе арыу уҡ үҫеш алғайны. Әммә, әле килеп тағы ла шул мәсьәлә ҡалҡып сыға, кемдәрҙер башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы, кемдәрҙер аҫаба халыҡтың теле мотлаҡ уҡытылырға тейеш, тигән фекерҙә.
Был мәсьәләгә ҡарата гәзит уҡыусыларыбыҙҙың да фекерен ишетергә теләп, бер-нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.
Рәмзиә ЯҠШЫБАЕВА, Өфө ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Төрки телле халыҡтар хәҙерге заманда Урта Азия, Кавказ, Урта диңгеҙ буйында урынлашҡан дәүләттәрҙән башлап Австралия, Төньяҡ Америкаға тиклем таралған. Шулай итеп, бөгөн планетабыҙҙа 250 миллиондан ашыу кеше төрки телдәрҙә һөйләшә! Ә башҡорт теле төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмөнә инә, шулай булғас, был телдәрҙең береһен генә белһәң дә, башҡаларын аңларға була. Мин сәйәхәт итергә яратам, башҡорт телен белеүем арҡаһында донъяның төрлө мөйөшөндә лә үҙ кеше булып ҡалам: төрки телле кешеләргә мин үҙ телемдә өндәшәм, ә улар миңә үҙҙәренең ҡазаҡ, үзбәк, әзербайжан, төрөк телдәрендә һөйләйҙәр, ләкин беҙ бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ! Балалар күп телдәр өйрәнһә, һаулығына зыян килә тигән фекер менән һис кенә лә килешә алмайым, телдәрҙе күп белгән һайын, кешенең эске донъяһы бай, күңеле матурая, рухы көслө була.
Алһыу ИСЧУРИНА, Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназияһы тәрбиәсеһе:
Башҡортостанда йәшәп үҙ телебеҙҙе, халҡыбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белергә тейешбеҙ инде. Ҡайһы бер ата-әсә, балам башҡортса уҡыһа, рус телен насар белер, тип ҡурҡа. Был хата фекер. Ике ҡыҙым да ауылда башҡорт мәктәбен тамамланы, әле юғары уҡыу йортон тамамлап, баш ҡалала эшләп йөрөйҙәр. Ике телдә лә бынамын итеп һөйләшәләр. Ғөмүмән, телдәрҙе өйрәнеү кешенең рухи донъяһын байыта, мәҙәнилеген арттыра. Шунлыҡтан ниңә башҡорт телен өйрәнеүҙән ҡурҡаларҙыр, аңламайым. Балаларым менән өйҙә рәхәтләнеп башҡортса аралашам, ейән-ейәнсәрҙәремде лә туған телебеҙҙә тәрбиәләргә теләйем. Бынан тыш, күпме арҙаҡлы шәхесебеҙ ауылдан сыҡҡан. Улар бит унда туған телендә белем алған! Тел өйрәнеүҙең, минеңсә, бер кемгә лә зыяны тейгәне юҡ, ә файҙаһы күп.
Рәмилә ТУҠТАҒОЛОВА, мәҙәниәт хеҙмәткәре:
– Балаларым бәләкәйҙән өйҙә лә, ауылда өләсәй- ҡартатайҙары янында ла башҡортса аралашып, китаптар уҡып, әкиәттәр тыңлап үҫте. Башланғыс белемде Өфөлә башҡорт гимназияһында алдылар. Һуңынан телдәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеүсе гимназияларҙың береһендә, туған телгә өҫтәп, инглиз, немец телен өйрәнделәр. Әлеге ваҡытта икәүһе лә Мәскәү ҡалаһындағы абруйлы юғары уҡыу йорттарында белем ала. Сессияларын да нигеҙҙә “бишле” билдәләренә генә ябалар. Телефондан да, каникулда өйгә ҡайтҡандарында ла тик башҡортса ғына аралашабыҙ. Улар ҙа башҡорт телен бик ярата, өләсәй-ҡартатайҙары янында үҫкәс, телдәре лә бик бай. Ҡайһы саҡта мин онотоп бөткән һүҙҙәрҙе әйтеп, аптыратып та ҡуялар әле.
С. ЛОТФУЛЛИНА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!