11.12.2010 Мәғариф министры алмашынды
2010 йылдың 8 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Зиннәт Аллаяров, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, Башҡортостан Республикаһы министры вазифаһынан бушатылды.
Икенсе указ менән Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыу Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллинаға йөкмәтелде.