10.08.2016 Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә …
йәки Бала хаҡында бер кәлимә уйланыуҙар
“Отказник”тарҙы
уятып ҡуймағыҙ!”
Өс айлыҡ улым менән дауаханаға эләктек. Яңы тыуған сабыйҙарҙың, баҡһаң, тән температураһы тотороҡһоҙ була. Ә мин градусникка күҙ һалыу менән паникаға бирелеп, баламды юрған-шәлгә төрөп, температураны 37-нән 39-ға тиклем күтәргәнмен. “Тиҙ ярҙам”дың йәп-йәш фельдшеры ла, минең кеүек тәжрибәһеҙ, йәһәт кенә дауаханаға йыйынырға ҡушты. Ял көндәренә тура килеү сәбәпле, дүшәмбене көтөгөҙ, һеҙҙе балалар бүлеге мөдире ҡарарға тейеш, тигәс, ике тәүлектән ашыу дауаханала ятырға тура килде.
Дауаханаға тәү тапҡыр бала менән эләккән кеше күп нәмәгә аптырайҙыр ул. Шарттар юҡлығына иҫ-аҡыл китеп, бер аҙҙан өйрәнә төшәһең. Шулай ҙа мине иң аптыратҡаны – күрше палатала көнө-төнө йәш балаларҙың илауы булды. Унда ингән-сыҡҡан әсәйҙәр ҙә күренмәй, балаларҙы йыуатыусы ла юҡ.
Төндә улым мыжығанға, палаталағыларҙы уятып ҡуймайыҡ тип, коридорға сыға һалдыҡ. Ә коридорҙа бала тауышы нығыраҡ яңғырап ишетелә икән, постағы шәфҡәт туташы йүгереп килеп етте.
– Палатағыҙға тиҙерәк инегеҙ, күршеләге “отказниктар”ҙы уятып ҡуймағыҙ! Хәлдәре бөткәнсе илап, яңыраҡ тымдылар, йоҡланылар шикелле.
Күрше палатала ата-әсәһе баш тартҡан балалар үҙ яҙмышын хәл итеүҙе көтөп ята, баҡһаң. Көндәр буйы палатанан сығарылмай “отказниктар”, уларҙы хатта урамда йөрөтөүсе кеше юҡ. Баланың күпме ваҡыт дауахана койкаһында яңғыҙы ҡалыуын уйлап, йөрәк һыҙлай. Һәр береһе айырым карауатта, ҡатырып төрөлгән килеш ята – нисек шуларҙан баш тартырға була?! Баш күтәреп торорға, аяҡҡа баҫырға маташҡандары өсөн карауаттың өҫтөн махсус япма-селтәр менән ҡаплайҙар. Ете гонаһһыҙ йән эйәһен, төрлө балалар табыу йорттарынан, хатта үҙ әсәләренең шылтыратыуы буйынса барып алып, йыйғандар икән.
“Зинһар, баламды
өйөмә килеп алығыҙ!”
“Ҡайһы бер әсәйҙәр, миңә бала кәрәкмәй, тип өйөнән генә шылтырата. “Тиҙ ярҙам” һәм социаль бүлек белгестәре менән юлға сығабыҙ. Ҡарап тороуға яҡшы ғына ғаиләләр ҙә осрай, йәштәр, эскесе лә, наркоман да түгелдәр, ә бына яңы тыуған баланан баш тарталар. Бигерәк күп аҡса китә, памперстар ныҡ ҡиммәт, ә беҙҙең кредиттар күп, тип аңлатҡан ата-әсәләр ҙә булды. Бала бары тик тәрбиәле ата-әсәнең бәхет сығанағы була, күрәһең”, – тип һөйләне миңә дежур табип. Табип тикшереүе үткәргәндән һуң, социаль реабилитация үҙәгенә йәки сабыйҙар приютына ебәрәләр. Ә унда урын булмаған осраҡта, йәки уллыҡҡа алғандарын көтөп, бала дауаханала ҡалырға мәжбүр, хатта йылдар буйына.
Ташландыҡ балалар палатаһына инеп, һәр береһен тотоп һөйгө, йыуатҡы килә, тик ярамай. Медперсонал инеп-сығып йөрөгәндә яйын табып, асыҡ ишек аша күҙәтәм, үҙем күҙ йәштәремде тыя алмайым. Кемдеңдер ингәнен ишетеп, аңлап улар бер-бер артлы үкереп илап ебәрә – береһе ҡулға алыуҙарын һорайҙыр, икенсеһе һыуһаған, өсөнсөһөнөң аҫты еүешләнгән, ахыры. Тик уларҙы күтәреп йөрөтөргә, йыуатырға, етерлек кимәлдә ҡарарға шәфҡәт туташтарының ҡулдары ла, ваҡыттары ла етмәй. Улар әйтеүенсә, балаларынан бик йәшләй табыусылар йәки эскесе ҡатындар күберәк баш тарта. Ҡыҙғаныс, ундай әсәләргә беҙҙә бер ниндәй ҙә яза ҡаралмаған. Яҙмышмы, яңылышмы, берәүҙәр һау-сәләмәт, бына тигән сабыйын ташлап китһә, йәки өйөмдән килеп алығыҙ, тип шылтыратһа, тәртипле, яҡшы ғаиләләр бала бағыу бәхетенән мәхрүм.
Бала хаҡы
Беҙҙең заманда йәш парҙар араһында түлһеҙлек диагнозы йылдан-йыл йышыраҡ яңғырай. Минең бер танышым алты йыл буйы ауырға ҡала алмай. Тәүҙә әбейҙәргә, унан инде бик күп гинеколог-урологтарға йөрөү ярҙам итмәне. Тиҙҙән ғаилә, булған аҡсаһын йыйып-төйнәп, ЭКО-ға (экстра-корпораль аталандырыу) барҙы. Үкенескә, яһалма аталандырылған эмбрион аналыҡта йәшәп китмәне, ҡатын йөклөлөктө күтәрә алманы. 100 мең һумдан ашыу аҡса түгеп тә, таныштарым ата-әсә булыу бәхетен татыманы. Шулай ҙа улар өмөтөн өҙмәй, тағы бер нисә ЭКО яһатмаҡсы. Килеп сыҡмаһа, ғаилә суррогат әсәй эҙләмәксе. Быны миңә танышым үҙе ентекле итеп аңлатты – ҡатын менән ирҙең күҙәнәктәренән яһалма эмбрион хасил итәләр һәм уны икенсе ҡатындың, йәғни суррогат әсәйҙең ҡарынына урынлаштыралар. Буласаҡ суррогат әсәйгә талаптар ҡаты: йәше 35-тән артмаҫҡа, кәмендә бер балаһы булырға тейеш. Ҡатындың сәләмәтлеге, гендары, үҙенең балаһын ентекләп тикшерәләр. Психологик тестар үткәреп, ихтыяр көсөн һынайҙар. Баҡһаң, суррогат әсәйҙә үҫкән бала уның бер ниндәй гендарын алмай, тимәк, ҡатын үҙ ҡарынында бөтөнләй сит баланы йөрөтә. Танышым әйтеүенсә, суррогат әсәй хеҙмәте Өфөлә 650 меңдән алып бер миллион һумға тиклем билдәләнә. Бынан тыш, суррогат әсәйҙе ауырлы сағында тәрбиәләү, уны хәстәрләү, ярҙам итеү ҙә талап ителә. Йөккә уҙыу тәүге мөһим аҙым булһа, унан да мөһимерәге – сәләмәт бала табырға кәрәк бит әле.
…Төштәрендә яңы тыуған сабыйын ҡулына алып, уянып китеп үкһеп-үкһеп илаған танышыма ҡарайым да, кемдеңдер өсөн бала таба алмау, ысынлап та, оло проблема икәнлегенә инанам.
Ниңә тәрбиәгә
алалар?
Балалар йорттары бушай, ай һайын фәләнсә баланы тәрбиәгә алалар тигән ҡыуаныслы хәбәрҙе шикләнеп ҡабул итәм. Бала өсөн, ысынлап та, һөйөнөсмө ул? Әлеге ғаилә балаға тейешле тәрбиә, кәрәгенсә наҙ бирә алырмы? Ә ниндәй маҡсаттан алды ул баланы тәрбиәгә? Һорауҙарға яуапты тормоштоң үҙендә, Талҡаҫ яры буйындағы ваҡиға кеүек асыҡ миҫалдарҙа ғына күрергә мөмкин.
Бер-ике ай элек социаль селтәрҙәге Баймаҡ ҡалаһы төркөмөндә бер хәбәр баҫылды. Талҡаҫ күле буйында атай, әсәй, ҡыҙ һәм улдан торған ғаиләнең ял иткән мәленә шаһит булып яҙҙы берәү. Башҡалар ярҙа рәхәтләнеп тамаҡ туйҙырған ваҡытта, биш йәштәрҙәге баланың, ололар сығырға рөхсәт итмәгәнлектән, күлдә өшөп тороуына иғтибар итәләр. Артабан һыуыҡтан күгәреп бөткән малайҙы, йөҙөргә өйрәткән булып, ҡат-ҡат һыуға ташлауҙарына, таҫтамал менән йылытыу урынына гимнастика яһарға мәжбүр итеүҙәренә түҙмәй, ата-әсәгә иҫкәртеү ҙә яһайҙар. Тик улар ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә. Битараф булмаған ҡатын, яйын табып, ипләп кенә баланың кемлеген һораша. Яҡын барғас, уның тәне тотош күк һәм йәрәхәт булыуын күреп, йәлләүҙән иҫе китә. Ҡурҡыуҙан һәм өшөүҙән теше тешкә теймәгән малай, тиҙ-тиҙ барлыҡ һорауҙарға яуап бирә. Бәлиғ булмағандар бүлегендә баланың уллыҡҡа алыныуын, был ғаиләне күптән инде күҙәтеү аҫтына алыуҙарын әйтәләр. “Ниңә баланы был ҡанһыҙ ғаиләнән тартып алмайҙар, сара күрмәйҙәр?! Быға тиклем Щ. ғаиләһенең А.-ға ҡарата яуыз ҡылыҡтарына шаһит булыусылар, зинһар, ғариза яҙығыҙ! Бәлиғ булмағандар бүлегенә, күрәһең, бер минең генә ғаризам етмәй, малайҙы йыртҡыстарҙан йолоп алайыҡ!” – тип әсенә автор.
Етем бала аҫраһаң, ауыҙ-мороноң ҡан булыр, етем быҙау аҫраһаң, ауыҙ-мороноң май булыр, тигән халыҡ мәҡәле иҫкә килеп төшә. Әллә хәҙер ауыҙ-морондары май булһын өсөн етемдәрҙе алалармы икән? Үҙ балаң кеүек яратырлыҡ һөйөү-наҙың булмағас, былай ҙа етем йәнде, яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған сабыйҙарҙы ниңә ғазапларға һуң? Бала ҡараған өсөн аҡсаға алданып, уны артабан тәрбиәләргә, яратырға кәрәк буласағы хаҡында уйламайҙар, ахыры.
* * *
Ата-әсә булыу оло яуаплылыҡ, бәйғәмбәребеҙ: “Һәр берегеҙ көтөүсе һәм үҙ көтөүе өсөн яуап бирә”, – тигән. Бер баланан: “Һиңә ике ҡул нимәгә кәрәк?” – тип һорағандар ти. “Бер яҡтан әсәйемдең ҡулын, икенсе яҡтан атайымдың ҡулын тотоп, етәкләшеп барыу өсөн”, – тип яуап ҡайтарған малай. Ысынлап та, төн йоҡоларын йоҡламай, үҙе ашамағанды балаһына ашатып ултырыусы әсәй генә түгел, атаһының бергә булып, һәр саҡ йәнәш атлап барыуы һәр сабыйға мөһим.
Сабый сәбәпле, Аллаһы Тәғәлә ир һәм ҡатындың эшендә лә, ризығында ла булған бәрәкәтен арттыра. Бала ҡаршыһында ата-әсә хаҡы булған кеүек, ата-әсә ҡаршыһында ла бала хаҡы бар. Балаларыбыҙ донъялағы иң ҙур һөйөнөсөбөҙ булһын!
Лилиә ХӘЛИТОВА.