RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Еңеү сәме етерлек

07.12.2010 Еңеү сәме етерлек

Еңеү сәме етерлекИлебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй «Туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ дәресе» үтте. Конкурста быйыл беренсе тапҡыр рус теле уҡытыусылары ла ҡатнашты. Ул киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыу­сыларҙы билдәләү, мәғариф өлкәһендә яңы идеяларҙы, алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү, Рәсәй Федерацияһында йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының туған телен һаҡлау, төбәктәрҙең иң яҡшы уҡытыусыларын асыҡлау һәм туған тел уҡытыусыларының абруйын үҫтереү маҡсатында ойошторолдо. Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән мәртәбәле сарала Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу төбәгенән иң көслө һәм тәжрибәле 35 уҡытыусы көс һынашты. Матур йолаға әйләнгән педагогик конкурстарҙың быйыл айырыуса сәмле, йәнле үтеүе, унда бер нисә ир-аттың да ҡатнашыуы педагог һөнәренең баһаһы күтәрелеүе хаҡында һөйләй.
Рәсәй Федераль мәғарифты үҫтереү институты базаһында өс көн дауам иткән бәйгелә Башҡор­тостандан Стәрлетамаҡ районы Рощинский урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2010» төбәк-ара бәйгеһе еңеүсеһе Гүзәл Фәрит ҡыҙы Сәлимйәнова ҡатнашты. Ул Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуған. 1993 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының филология факультетын тамамлаған. Юғары категориялы уҡытыусы, педагогик хеҙмәт стажы – 16 йыл. Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары – 2006» милли проекты еңеүсеһе, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
– Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялландым. Шуға ла яҙмышымды мәктәп, балалар менән бәйләүемә һис кенә лә үкенмәйем. Киләсәктә лә уҡыусыларымда әсә теленә һөйөү тәрбиәләйәсәкмен, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен белеп үҫһендәр өсөн бар тырышлығымды һаласаҡмын, – ти Гүзәл Фәрит ҡыҙы.
Уҡытыусы! Ябай ҙа, бөйөк тә һүҙ. Был һүҙгә борон-борондан тәрән мәғәнә һалынған. Аң-белемгә, әҙәп- тәрбиәгә, изгелеккә, иманлылыҡҡа, шәф­ҡәтлелеккә, уйла­ныр­ға, әҙерләнергә, ижад итергә өйрәтеүсе, илһамландырып, дәртләндереп, балала үҙ көсөнә ышаныс тыуҙырыусы, оло тормош юлына сығарыусы кешегә ҡарата ғына әйтелә был изге һүҙ. Бына ошо изге һүҙҙәр бала йөрәкле, ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған Гүзәл Фәрит ҡыҙына төбәп әйтелгән кеүек.
Уҡытыусы төрлө милләт балаларында башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн дәрестәрен ҡыҙыҡлы алымдар ҡулланып үткәрә, компьютер технологияһын әүҙем файҙалана. Уның етәкселегендә бай, заманса йыһазландырылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты булдырылған. Гүзәл Сәлимйәнова балаларға белем генә биреп ҡалмай, ә файҙалы кәңәштәре менән дә ярҙам итә, уларҙың һәр береһенә шәхес итеп ҡарай. Уның тәрбиәләнеүселәре район, республика олимпиадаларында, «Башҡортостан ынйы­лары», «Урал батыр» конкурстарында ҡатнашып, йыш ҡына еңеү яулай.
Г. Сөләймәнова мәктәптән тыш йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ул – район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты. Туған тел уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе. Уның тырышлығы менән мәктәптә этнографик музей уңышлы эшләп килә. Районда, мәктәптә үткәрелгән спорт ярыштарында, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Уҡытыусы халыҡ бейеүҙәрен оҫта башҡарыуы менән дә билдәле, матур итеп йырлай, ҡумыҙҙа уйнай. ҡыҫҡаһы, Гүзәл Фәрит ҡыҙы – ысын мәғәнәһендә уҡытыусы. Ул халҡыбыҙҙың тарихын өйрәтеүҙә әүҙем ҡат­наш­ҡаны, йәш быуынды Салауат рухында тәрбиәләүҙә, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙә ҙур тырышлыҡ күрһәткәне өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының, Башҡор­тостан мәғарифты үҫтереү институтының Рәхмәт хаттары, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Мә­ғариф министрлыҡтарының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Гүзәл Сәлимйәнова үҙ көсөн Рәсәй кимәлендә лә һынап ҡарауҙы маҡсат итеп ҡуя. Бөтә Рәсәй «Туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ дәресе» конкурсында һәләтле, тәжрибәле коллегаларының ҡатнашыуын яҡшы аңлап, бәйгегә етди һәм ентекле әҙерләнә.
Конкурстың тәүге көнөндә Гүзәл Фәрит ҡыҙы «Минең республикам, минең мәктәбем, минең һөнәри эшмәкәрлегем» темаһын яҡлап, тыуып үҫкән ере – Башҡортостаны һәм мәктәбе тураһында һөйләп ишеттерҙе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Абруйлы һәм көсөргәнешле конкурстың икенсе көнөндә «Ғаилә. Исем» тип аталған темаға оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Талапсан жюри ағзалары уның дәресенә юғары баһа биреп, башҡа төбәк уҡытыусыларына Гүзәл Фәрит ҡыҙының дәрес алымдарын өйрәнеү зарурлығын билдәләне.
Дәрес ваҡытында башҡорт халыҡ уйын ҡоралы – ҡумыҙҙа уйнауын һәр кем оҡшатты, йыйылыусылар алҡыштарға күмде.
Абруйлы конкурстың бөтә турҙарын уңышлы үтеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Сәлимйәнова бәйгелә өсөнсө урынға сыҡты һәм «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Гүзәл Фәрит ҡыҙы – «Рәсәйҙең иң яҡшы оҫталыҡ дәресе» номинацияһы еңеүсеһе. Ул шулай уҡ РФ Дәүләт Думаһы Милләттәр эштәре буйынса комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
– Был еңеүем – оҙаҡ йылдар тәжрибә туплауым һөҙөмтәһе. Балаларға белем биреү генә түгел, коллегаларым менән дә уртаҡлашыр тәжрибәм һәм педагогик оҫталығым барлығына ышанысым мине еңеүгә килтерҙе, – ти уҡытыусы. – Ә яҡшы уҡытыусы булыуҙың сере ябай – бының өсөн балаларҙы яратырға һәм уңышҡа өлгәшеү өсөн көн һайын бәләкәй еңеүҙәр яулап, гел алға ынтылырға.
Балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе оло йөрәкле уҡытыусыға алдағы йылдарҙа ла уңыштар юлдаш булһын. Ә Гүзәл Фәрит ҡыҙында дәрт тә, дарман да һәм еңеү сәме лә етерлек.

Самат ҒӘЛИН.
Мәскәү ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!