07.12.2010 Милли мәғариф мәсьәләләренә бармаҡ аша ҡарарға ярамай
«Аҡтамыр» үҙәге бик кәрәкле һәм мөһим эш башҡара, милли мәктәпте тергеҙеү программаһын бойомға ашырыуға ҙур өлөш индерә. Балаларҙы үҙ туған телендә уҡытыу, тәрбиәләү эшен алып барыусы белем биреү ойошмаларын булдырмай тороп, бер халыҡтың да киләсәген күҙ алдына килтереп булмай.
Һуңғы йылдарҙа иғтибарҙы айырыуса ныҡ йәлеп итеүсе күренештәрҙең береһе – башҡорт рухының үҫеү һәм нығыныуы, Башҡортостан халыҡтарының йәшәү сифатының яҡшырыуы. Беҙҙең төбәк Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында үҙенең күп милләтлелеге менән уникаль һанала. Унда йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй.
Башҡорттарҙың милли-мәҙәни үҫеше перспективаһында халыҡ мәғарифы системаһының алға китеше, физик һәм рухи һаулығы республиканың экологик хәле, халыҡ мәҙәниәтенең һәм тарихының яңы быуын тәрбиәләүҙәге роле иң төп урындарҙа тора.
Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең яңы баҫҡысы бар кешелек өсөн бик мөһим проблема, һәм уға йоғонто яһай алырлыҡ бер генә ҡорал – мәғрифәтселек бар.
Һәр халыҡтың традицион педагогик мәҙәниәтенә таянып, алдынғы ҡарашлы шәхес тәрбиәләү мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн бик мөһим.
Мәктәптәрҙә башҡорт кластары асыу, булғандарын һаҡлап ҡалыу, балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәрен юҡҡа сығармау мәсьәләһенең мөһимлеген аңлау һәм хәл итеү ҡайһы бер райондарҙағы белем биреү учреждениелары етәкселәрен борсомай, уларҙың башҡорт телен өйрәнеү буйынса методик кабинеттар ойоштороуҙа, кәрәкле белгестәр һайлауҙа, милли төркөмдәр һәм кластарға балалар туплауҙа ярҙамдары юҡ кимәлдә.
Уҡытыу-тәрбиә эшен юғары кимәлдә, заман талаптарына ярашлы итеп ойоштороу өсөн туған телдең кимәлен күтәрергә кәрәк, ғаилә менән эшләүҙең яңы формаларын үҙләштереү, ата-әсәләр араһында мәғлүмәти эш алып барыу халыҡтың милли байлығын быуындан-быуынға түкмәй-сәсмәй еткереү маҡсатында башҡарылырға тейеш.
Бала тик әсә телендә генә үҙ халҡының күңел байлығын, дини һәм фәлсәфәүи асылын тейешле кимәлдә үҙләштерә ала.
Башҡортостанда милли мәктәптәр бик аҙ, квалификациялы, башҡорт һәм рус телдәрен берҙәй белгән уҡытыусылар етмәй, айырыуса был ҡала ерлегендә ныҡ һиҙелә, ата-әсәләр өйҙә балалары менән башҡорт телендә барған тапшырыуҙарҙы тыңламай, ҡарамай. Былар күберәк ата-әсәнән дә киләлер. Улар үҙҙәре лә балаларын туған телдә уҡытырға теләмәй. Сөнки улар үҙҙәренсә, был балаға ниндәйҙер яғы менән зыян килтерә, тип уйлай. Был бик мөһим проблема һәм тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә.
«Аҡтамыр» үҙәге, тейешле органдар етәкселегенә, был проблеманы еңеп сығыу юлдарын табыр, тигән ҙур өмөттәр бағлай.
Ф. БАЙДӘҮЛӘТОВА,
«Аҡтамыр» ойошмаһы ағзаһы.