RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ил ҡәҙерен белгәндең башы ҡәҙерле булыр

05.02.2016 Ил ҡәҙерен белгәндең башы ҡәҙерле булыр

Республикабыҙҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Айҙар Мәжитов тормошта ла, эштә лә тапалған һуҡмаҡтарҙан барырға яратмай.

Беҙ барыбыҙ ҙа ҡалыплашып бөткәнбеҙ: йәшәү рәүешебеҙ, үҙ-ара аралашыу ғәҙәте, хатта уйҙарыбыҙ ҙа шаблондарҙан ары китә алмай. Шулай анһатыраҡ, тынысыраҡ, сөн­ки дөйөм өйөрҙән айырылып, ҡал­ҡырға маташып тормаһаң, башыңа шапылдатып һуғыусы ла, башҡаларға оҡшамағанһың тип, сәйерлектә ғәйепләүсе лә юҡ. Ләкин бар бит ул арабыҙҙа һис бер ҡалыпҡа һыймаусылар, өйрәнелгәнсә йәшәргә теләмәүселәр! Уларҙың башы ижади эҙләнеүҙәрҙән сыҡмағанға ла, тормошобоҙ алға бара, асыштар яһала, һәләтле яңы быуын тәрбиәләнә.

Ил ҡәҙерен белгәндең башы ҡәҙерле булырБашҡалар артынан һуҡырҙарса эйәрергә, тапалған һуҡмаҡтан барырға теләмәй, үҙ юлын ярғандарҙы күпселек өнәп, яратып та еткермәй, хатта тәгәрмәстәренә аҫтыртын таяҡ тығыуҙары ла ихтимал. Шул мәлдә үҙенсәлекле эҙәрмәндәр, бәлки, ауырлыҡтарға, кәртәләргә һылтанып, туҡтап ҡалыр ҙа ине, ләкин тынғыһыҙ йөрәктәре тынысланырға ирек бирмәй, бығау-сиктәрҙе белмәгән уй-зиһендәре һаман алға әйҙәй. Һәм, әлбиттә, улар ҡағылып-һуғылып булһа ла, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс тормоштары менән йәшәүен дауам итә. Етмәһә, башҡаларҙы ла үҙ арттарынан эйәртә, тынғыһыҙлыҡтарын йоҡтора, барыбыҙҙы ла аптырата, хайран итә. Баймаҡ районының Өмөтбай ауылынан Айҙар Мәжитовҡа бына ниңә һәүетемсә генә мәктәптә эшләп, пенсияға ҡәҙәр тыныс ҡына йәшәп ятмаҫҡа, ти? Юҡ, уға барыһынан да күберәк кәрәк! Күберәк балаларҙы тарихҡа ылыҡтырырға, уҡыусыларға күберәк белем биреп ҡалырға, күберәк эшләргә, күберәк эҙләнергә, күберәк уҡырға… Туҡмағы ла күберәк эләгә инде ул был осраҡта, әммә һоҡланыу, ихтирам, маҡтауҙарҙан да мәхрүм ҡалмай. Ҡайһы ваҡытта ғәҙеллек үҙенең донъяла барлығын иҫкә төшөрөп, ана шулай уянып китһә, беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныс, оло байрам етә. Һәр хәлдә, гәзитебеҙгә матур, бай йөкмәткеле мәҡәләләр яҙып торған тарих уҡытыусыһы Айҙар Рәис улына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемен биргәндәрен ишеткәс, дуҫыбыҙ өсөн мең ҡыуандыҡ. Сөнки ла-йыҡ-лы! Был мөләйем кеше үтә ябай, сабыр ҙа күренер тәү ҡарамаҡҡа. Әммә йөрәге уның – ярһыу арғымаҡ! Ә хислелеге ун шағирыңа торорлоҡ! Башында һәр саҡ идеялар фонтаны урғылыр! Булғанға шөкөр итеп кенә йәшәй белмәй, гел дә юҡты бар итергә, белмәгәнен белергә ынтыл­ған Айҙар Мәжитов дәресте лә кешесә башламай: ишектән класҡа килеп тә инә, теманы һөйләргә лә тотона. Һөйләргә, тиһәң, уны ҡуш – балаларҙың ауыҙҙарын астырып ҡуя, ритор, лектор, конферансьеларың ары торһон.

– Күп йылдар эшләү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән шәхси дәрес аңлатыу алымдарының береһе инде был «телевизор эффекты», – тип көлә тарихсы. – Телевизорҙы ҡабыҙғас та, беҙ ун-ун биш минут нимә тураһында һөйләүҙәрен иғтибар менән тыңлайбыҙ ҙа, артабан ҡыҙыҡһыныуыбыҙ бөтә, икенсе каналға күсәбеҙ. Шуның кеүек, дәрес башындағы ун биш минут та балаларҙың иң иғтибарлы ваҡыты. Нисек итеп ошо ҡәҙерле мәлде ойоштороу ваҡ-төйәгенә әрәм итәһең?

Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырып, ул «музей дәрестәре»н үткәреүҙе лә юлға һалған: балалар тарих шаһиттары – экспонаттар араһында ҡырҡ биш минуттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Был музей ҙа Айҙар Рәис улының тырышлығы менән булдырыл­ған, экспонаттар йыйыуҙа бар ауыл халҡы ҡатнашҡан, тиһәм дә, хаталанмам.

– Һәр кем, айырым милләт кешеһе булараҡ, халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнергә бурыслы, – тип иҫәпләй мәғариф алдынғыһы. – Башҡорт халҡының тарихын тәрәнерәк өйрәнеү генә түгел, ә үҙемде тарихи мөхиттә тойоп ҡарау теләге мине «1-се башҡорт атлы полкы. Лю­бизар» йәки халыҡта «Төньяҡ амурҙары» исеме аҫтында билдәле булған хәрби-тарихи клубҡа килтер­ҙе. Уның төп маҡсаты – халҡыбыҙ­ҙың тарихын ысынбарлыҡта тергеҙеү, русса әйткәндә, реконструкциялау, йәштәрҙә илһөйәрлек той­ғоларын үҫтереү. «1-се башҡорт атлы полкы. Любизар» хәрби-тарихи клубы сафында 2012 – 2015 йылдар арауығында «Бородино алышы» (Бородино яланында), «Халыҡтар алышы» (Германияла), Францияла үткәрелгән тарихи реконструкцияларҙа ҡатнашып, ата-бабаларыбыҙҙың данлы яу юлын тулыһынса ҡабатлап, Парижға етеп, Сена йылғаһында битте-ҡулды сайҡап, ҡурай уйнау, бөйөк Наполеондың мәрмәр табутын күреү бәхете тейҙе. Ошо иҫтәлекле ваҡиғаларҙың бе­реһе айырыуса күңелгә уйылды: Францияның Бриен-ле-Шато ҡа­лаһында реконструкция алышы та­мамланғас, икенсе көндө Париж ҡалаһында, Рәсәй реконструкторҙарын тәбрикләп, Рәсәй Федера­цияһының Франциялағы илсеһе Александр Орлов тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо. Унда Франция православие епархияһы башлығы Ватан һуғышы һәм сит ил походы осоронда һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ғибәҙәт ҡылды. Сиркәү хоры ҡеүәтле музыка инструменты – орган оҙатыуында боронғо славян гимны «Коль славен…»ды йырлай башлағас, тәндәр зымбырлап китте. Шул мәлдә, сафта берҙән-бер мосолман булараҡ, түбәтәйемде алып кейҙем дә, ата-бабаларыбыҙ рухына әсәйемдән өйрәнгән «Фа­тиха», «Ихлас» сүрәләрен башҡарҙым. Һәр реконструкторҙы илсе Орловҡа таныттылар. Сират миңә еткәс, башҡорт казактары тураһында ҡыҫҡаса һөйләп, ҡурайҙа «Любизар» көйөн уйнап, көйҙөң тарихы менән таныштырып, илсегә ҡурай бүләк иттем. Кисергән тәьҫораттарҙан арынып та өлгөрмәнем, яныма олпат ир кеше килде. Ул ҡулымды ҡыҫып, рәхмәтен белдер­ҙе, үҙе менән таныштырҙы. Рәсәй Федерацияһының Фран­циялағы мәҙәни хеҙмәттәшлек етәксеһе, Париждағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәге директоры Игорь Шпынов икән. Игорь Александрович бөтә саф алдында Башҡортостан Респуб­ликаһы менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙарын әйтеп, республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа шәхсән сәләм тапшырыуымды һораны. Әлбиттә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре реконструкторҙары алдында Баш­ҡортостаныбыҙға, Баш­лығы­быҙ­ға айырым рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү минең өсөн оло ғорурлыҡ булды. Париж сәләмен республика Башлығына «Сәләм» тапшырыуы аша еткер­ҙем, айырым хат та яҙҙым.

Һуңынан д'Эстрэ һарайында урынлашҡан Рәсәй илселеге резиденцияһында «Ҡунаҡтар китабы»нда саф башҡорт телен­дә «Парижды ла алдыҡ беҙ!» тип яҙғас, 200 йыл элек олатай­ҙарыбыҙ кисергән тойғоно кисерҙем. «Минең урында булған һәр кем был донъяға башҡорт булып тыуғаны өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтер ине», – тигән уй башыма килде.

Германияла Шварц ҡалаһы сиркәүенең көмбәҙенә алтынланған уҡ ҡуйыу тантанаһы тамамланған саҡ­та, урындағы оркестр саф үҙебеҙсә «Ҡышҡы романс»ты уйнап ебәргәс, башҡорт казактарының күҙҙәренә ирҙәрсә һаран йәш төйөлдө – был илен һаҡлап яуға барған ата-бабаларыбыҙ рухына ихтирам һәм хөрмәт билдәһе ине. Ул мәлдәге кисерештәр­ҙе һөйләп тә, аңлатып та бөтөрлөк түгел…

Шулай уҡ данлы яҡташыбыҙ Ал­дар батыр эҙҙәренән Азов ҡалаһында, Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов) батырлығы атакаһы» реконструкцияһы алыштарында ҡатнашырға тура килде.
Һанап үтелгән походтарҙа ҡатнашыуҙың матди сығымдарын бер үҙем генә күтәрә алмаҫ инем, әгәр ҙә милли рухлы бағыусыларым булмаһа. Уларға рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ.

Был походтарҙа тупланған мәғлүмәттәр, фото-видеояҙмалар өйҙә кәштәлә мүкләнеп ятһа, уларҙың бер тинлек тә тарихи ҡиммәте булмаҫ ине. Шуға күрә уларҙы радио-телевидение аша халыҡҡа еткерергә, матбуғат биттәрендә яҡтыртырға тырышам. Өлкән синыф­тар­ҙа тарих фәненән айырым темалар­ҙы ошо шәхси фото-видеояҙмалар, музей экспонаттары ярҙамында өйрәнәбеҙ. Әйтергә кәрәк, был уҡыусылар­ға бик оҡшай. Алыштарҙың реконструкцияһында үҙем ҡатнашҡас, төндә уятып, мәҫәлән, Бородино алышын һораһындар – эҙмә-эҙ һөйләй аласаҡмын. Үҙ күҙҙәрең менән күреүгә, үҙ ҡолағың менән ишетеүгә, үҙең ҡатнашыуға ни етә?!

Айҙар Мәжитовтың уйынса, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүҙә иң оло яуаплылыҡ ир-егеттәрҙең, тәү сиратта атайҙар­ҙың иңендә ята. «Патриотизм»дың ни­геҙен тәшкил иткән «патер» тамыры ла «атай» һүҙенән бит. Илһөйәр­лекте тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерер өсөн уҡытыусы ауыл байрамдарында, методик семинарҙар­ҙа, уҡыусыларҙың «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсында, «Бөрйән балы – башҡорт даны» этнофестивалендә, Мостай ауылы йәштәр этнофорумында башҡорт йәйәһенән уҡ атыу күнекмәләре, оҫталыҡ дәрестәре үткәргән.

– Мостай ауылында уҡ атыусының иң йәшенә 5 йәш булһа, иң оло атыу­сы – йәйләү ашнаҡсыһы Хәҙисә апайға 75 йәш ине, – ти үҙе был хаҡта. – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева ла уҡтан атыу маһирлығын күрһәтте. Хәмзә хәҙрәттең саҡырыуы буйынса «Ислам экстремизмға ҡаршы» сараһында уҡ атыу Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән килгән спортсыларға бик оҡшаны, сөнки уҡ атҡан саҡта кешенең 120 (!) мускулы эшләй. Шуға күрә уҡ атыу менән шөғөлләнеүселәрҙе артрит, остеохондроз кеүек ауырыуҙар йонсотмай.

Үрҙә телгә алынған саралар – минең шәхсән ҡатнашлыҡта башҡарылған эштәр. Әгәр ҙә клубтың башҡа егеттәре – Илдар Шәйәх­мәтов, Юлай Ғәлиуллин, Рафаэль Амантай, Мәжит Ибраһимов, Польшанан Азат Ҡужин, Ростов ҡалаһынан аталы-уллы Мәхмүт һәм Дамир Сә­лимовтар, Германияның Лейпциг ҡалаһында төпләнгән Ирек Ба­йышев, режиссер Нәсүр Йөрөш­баевтың милләтебеҙ, тарихыбыҙ хаҡына башҡарған эштәрен һанай башлаһам, көн етмәҫ ине…

Баймаҡ районының крайҙы өйрәнеүселәр советы рәйесе урынбаҫары Айҙар Мәжитов әлеге ваҡытта ауылдың тарихын байҡай – «Өмөтбай ауылы йәдкәре» исемле китабы өҫтөндә эшләй. 2013 йылда Үҙәк архивта эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә ул тыуған ауылына 200 йыл элек нигеҙ һалынғанлығын асыҡлай, һәм уның тәҡдиме менән Өмөтбайҙа «Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәрелә. Уҡытыусыларынан күрмәксе, уҡыусылар ҙа тарих буйынса төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай, остаздарын һынатмаҫҡа тырыша. Ғөмүмән, Айҙар Рәис улының «Тыуған ил тарихын шәжәрә төҙөү юлы менән өйрәнеү» методикаһы бик уңышлы эшләй: алтынсы синыфта уҡ балалар үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөй башлай, ата-әсәһен дә, олатай-өләсәй­ҙәрен дә шуға йәлеп итә. Эш барышында балалар ата-бабалары араһында ниндәй затлы кешеләр булғанлығын асыҡлай. «Затлы» тигәс тә, бай, етеш йәшәүселәр генә күҙгә эленә, тип уйлап ҡуймағыҙ. Кемдеңдер затында уҡымышлылар күп булған, кемдер алтын ҡуллы тимерсе булараҡ танылған, берәүҙәрҙең ата-бабаһы яуҙар­ҙа һынатмаһа, икенселәрҙең өләсәйҙәре ураҡ урыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән – һәр нәҫелдең ғорурланыр кешеһе мотлаҡ табыла!

Бына шундай көндәлек кескәй аҙымдар менән Айҙар Рәис улы оло эштәр атҡара. Алдынғы уҡытыусының ғаиләһе лә өлгөлө: Сөмбөл ханым менән гөлдәй ике ҡыҙ үҫтереп, мәктәпте тик «бишле» билдәһенә тамамлаған Раушаниялары медицина университетында белем алһа, Гөлсөмдәре туғыҙынсыла тырышып уҡый.

...Башкөлләй тарихи мөхиткә сумған, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тип йәшәгән Айҙар Рәис улы белмәгән эш тә юҡ кеүек. Ләкин бар икән ундай һөнәр – ҡарсыға менән һунар итергә өйрәнергә хыяллана ул. Шунан һуң Айҙар Мәжитов тынысланып туҡтар, тиһегеҙме? Ай-һай, бик тә шикләнәм…

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!