RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Институт алдына яңы маҡсаттар ҡуйылған

29.01.2016 Институт алдына яңы маҡсаттар ҡуйылған

ти гәзитебеҙҙең ҡунағы – Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, сәйәси фәндәр кандидаты Рәмил МӘЖИТОВ.

Институт алдына  яңы маҡсаттар ҡуйылғанУл «Йәшлек»те уҡыусылар ҡыҙыҡһынған, атап әйткәндә, БР Мәғарифты үҫтереү институтының эшмәкәрлегенә, өлкә яңылыҡтарына, берҙәм дәүләт имтиханы, электрон белем биреү, федераль дәүләт белем биреү стандарты, уҡытыу программалары мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.

Рифат ӘЙҮПОВ, Ишембай ҡалаһындағы З. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты директорының ғилми эш буйынса урынбаҫары:
– БР Мәғарифты үҫтереү институтына һәм башҡорт теле кафедраһына рәхмәтемде еткергем килә. Мәктәбебеҙ инновацион майҙансыҡ булғас, беҙ һеҙҙең менән бик әүҙем эшләйбеҙ.
“Йыл уҡытыусыһы” конкурстарын үткәргәндә баһалама ағзаларын иллегә-илле нисбәтендә юғары уҡыу йорттары һәм мәктәп уҡытыусылары араһынан һайлап ҡуйыу һәйбәт булыр ине.
Йәш педагогтар буйынса тәҡдимем бар. Әле уҡытыусыларҙың квалификацияһын, белемен арттырыу буйынса курстар күп үткәрелә, мөмкинлектәр байтаҡ. Шулай уҡ яңы эш башлаған йәш коллегаларға методик яҡтан ярҙам итеү, һәләттәрен үҫтереү өсөн республика буйынса айырым мәктәп кәрәк.
Юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр араһындағы бәйләнеш яйға һалынған тип әйтеп булмай. Студенттар өсөн селтәрле уҡыу мөмкинлеге бар. Инновацион белем биргән мәктәптәр янында юғары уҡыу йорттарының мәктәптәрен асыу буйынса эш һүлпән бара. Уларҙа балаларҙы 9-сы клас­тан уҡ профилле әҙерләү мөмкинлеге булыр, уҡыусылар артабан Башҡор­тостандың юғары уҡыу йорттарында ҡалыр ине.
Ни өсөн республиканың мәғариф өлкәһендә бер урында тапаныу бара? Күрше Татарстанда уҡытыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында күп эш эшләнә.
Мәғариф министры ла республикала һәр бер предмет буйынса уҡытыу­сыларҙы йыйып, проблемаларҙы уртаға һалып “түңәрәк өҫтәл” ойошторһа, уны традицияға индер­һә ине.
– БР Мәғарифты үҫтереү институтын баһалауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙ әйткән проблемаларҙы ошо “тура бәйләнеш” мәлендә генә хәл итеү мөмкин түгел. Улар министрлыҡ кимәлендә хәл ителергә тейеш.
БР Мәғарифты үҫтереү институтының функциональ вазифаһына килгәндә, беҙ йәш уҡытыусыларҙы һөнәрҙәренә өйрәтеү буйынса эште системалы атҡарырға тырышабыҙ. Ул артабан да дауам итәсәк. Быйыл республикала тәүге тапҡыр йәш уҡытыусылар араһында конкурс үтәсәк. Элек ул номинацияла ғына булһа, әле уны ярыш формаһына әйләндерҙек. Положениены тиҙҙән Мәғариф министрлығы раҫлаясаҡ. Был конкурс йәш уҡытыусыларҙы һөнәргә ылыҡтырыу буйынса ҙур аҙым булыр тип ышанам. Методик яҡтан эшләйһе эштәребеҙ бик күп әле.
“Түңәрәк өҫтәл”гә килгәндә, мин быға риза. Быны хәл итә алабыҙ, уҡытыусылар һәм власть араһында бәйләнеш бик кәрәк.
Юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр араһында бәйләнеш, ысынлап та, яйға һалынмаған. Бының буйынса райондарҙа эш алып барыла, ләкин ул даими булырға тейеш.

Гөлфирә ӘХМӘТШИНА, Благовар райо­нының Иҫке Күсәрбай мәктәбе, башҡорт теле уҡытыусыһы:
– Рәмил Ғиниәт улы, һеҙ етәкләгән институт уҡытыусыларҙың эшләү дәүерендә бер ҙә тамамлай ала алмаған уҡыу йорто булып тора. Сөнки улар хаҡлы ялға киткәнсе даими рәүештә курстарҙа белем арттырып, яңылыҡтар менән таныша. Институттың төрлө инновацион проекттар, яңы методик әсбаптар менән тулыландырылыуы ныҡ шатландыра. Үҙемдең йүнәлешем буйынса башҡорт теле кафедраһы сайтына гел инәм. Унда ҡуйылған бихисап видеолекция, оҫталыҡ дәресе менән танышам.
Беҙ төрлө районда йәшәйбеҙ һәм шуға ла бер-беребеҙгә барып, тәжрибә уртаҡла­шыр­ға мөмкинлегебеҙ юҡ. Ә бына сайттағы дәрестәр кеүек яңы технологиялар ситтән тороп тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирә.
Киләсәктә дәрестәрҙе сайтҡа төркөмләп, блоктар буйынса ҡуйырға уйламайһығыҙмы? Был яңы мөмкинлектәр асыр ине.
Төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсына ҡағылышлы тәҡдимем дә бар. Унда коллегалар бик матур итеп оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Шуларҙы ла төшөрөп, сайтҡа урынлаштыр­һағыҙ ине.

– Һуңғы ваҡытта республикала электрон уҡытыу концепцияһы тормошҡа ашырылыуы тураһында барыһы ла беләлер. Шул талаптарға ярашлы, һәр мәктәпкә үҙенең мәғлүмәти уҡытыу системаһын булдырыу бурысы ҡуйыла. Был йәһәттән беҙҙең институт та системалы эш алып бара. Видеодәрестәр ҡуйыу ҙа шуға ярашлы тормошҡа ашырыла. Сайтта “Методик материалдар” тигән баннер бар. Унда дәрестәрҙе һала башланыҡ. Әлбиттә, был эште һеҙҙең кеүек тәжрибәле белгестәрҙең ярҙамынан тыш алып барыуы ҡыйын. Шуға күрә лә бөтә республика уҡытыусыларына, асыҡ дәрестәрҙе видеоға төшөрөп, шуны ебәрегеҙ, тип әйткәйнек. Яҙмаларҙы ҡарап, уларҙы системаға һалып бирергә тигән маҡсат бар. “Йыл уҡытыусыһы” номинанттарының сығыштарын интернетҡа һалыу ҙа бик яҡшы идея, был йүнәлештә лә эшләйбеҙ.
Нимәне айырып әйтергә кәрәк – Рәсәйҙә “Асыҡ мәктәп” системаһы булдырыла. Уға ярашлы, иң яҡшы дәрес өлгөләре – контент интернеттағы махсус порталға барыһы ла ҡарай алырлыҡ итеп һалынасаҡ. Әле махсус платформа төҙөлә, асыҡ дәрестәре булған беҙҙең сайт та уға оҡшаш. Әгәр ҙә бала дәрестә теманы үҙләштерә алмаһа, электрон ҡорамалынан өйрәнә аласаҡ.

Вәхит ҠЫУАНДЫҠОВ:
– Мин үҙем Бөрйән районынан. Баш­ҡортостандағы ниндәй генә уҡыу йортон алма, уҡытыу башҡа телдә алып барыла. Башҡорт милләтенән булғандар рус телен­дә һөйләшә һәм аңлата. Башҡорт теленә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк!

– Күптән эшләгән уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре тәжрибәһенән сығып, былай тип яуап ҡайтарам. ХХ быуаттың 60-сы, 70 – 80-се йылдарында һәм бөгөн дә республикала башҡорт теленә иғтибар һәр ваҡыт булды һәм бар. Ул, беренсенән, республиканың төп конституцион бурыстарының береһе булһа, икенсенән, балаларыбыҙҙың хоҡуғы булып тора. Бына шуға күрә лә ауыл-ҡалалар­ҙағы мәктәп, балалар баҡсаларында башҡорт теленә иғтибар етерлек. Башҡортостанда бөтә мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары булдырыл­ған, дәреслектәр, методик ҡулланмалар менән тейешенсә тәьмин ителгән, дүрт меңдән ашыу уҡытыусы эшләй. Улар балаларға башҡорт телен дәүләт теле һәм туған тел булараҡ өйрәтә. Шуға күрә лә телгә иғтибар юҡ тип әйтә алмайым. Был мөнәсәбәт артабан да кәмемәҫ тигән ҡараштамын.
Әйткәндәй, был мәсьәлә дәүләт кимәлендә лә хәл ителә. Былтыр Рәсәйҙә Милләт-ара бәйләнеш агентлығы булдырылыуы ла юҡҡа түгел. Ул 87 субъект халҡы үҙенең туған телен өйрәнһен һәм уны тикшереү өсөн ойошторолдо. Милләт-ара мөнәсәбәттәр актуаль һәм киләсәктә лә мөһимлеген юғалтмаясаҡ.

Дилара АСҠАРОВА, Ишембай ҡалаһы:
– Хәйерле көн! Рәмил Ғиниәтович, минең ҡыҙым быйыл 11-се класты тамамлай. Алдыбыҙҙа ҙур һорау тора: ҡайҙа, нисек уҡырға барырға? Ҡыҙым медицина университетына инергә уйлай. Әммә барыһы ла, унда инеүе бик ауыр, тик “блат” буйынса ғына урынлашып була, ти.
Ни өсөн шулай һуң? Үҙебеҙҙең республикабыҙҙа уҡыу йорттары була тороп, балаларыбыҙ ситкә китергә мәжбүр. Аҡсалылар өсөн генә Өфө университет-институттарының ишектәре асыҡ. Ә ябай халыҡҡа нимә эшләргә? Башыңда белем булып та, аҡсаң булмаһа, нишләргә, ҡайҙа барырға?

– Берҙәм дәүләт имтихандарынан яҡшы балдар алған сығарылыш уҡыусыһы Рәсәйҙең бөтә ҡалаларында урынлашҡан юғары уҡыу йорто студенты була ала. БДИ-ны индереү тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотто һәм ришүәтселек өсөн мөмкинлектәр ҙә юҡҡа сыҡты.
Аҡса түләп индереү тигән һүҙ бөгөн актуаль һәм дөрөҫ түгел. Миҫалдар килтерәйек: төпкөл ауылдарҙан Өфөгә лә, Мәскәүгә лә уҡыр­ға баралар. Иң мөһиме, уҡытыу-тәрбиәүи эште төплө итеп ойошторорға кәрәк. Был – мәктәптәрҙең һәм уҡытыусыларҙың төп бурысы. БР Мәғарифты үҫтереү институты ла эшен ошо проблеманы аңлап ойоштора.
Әйткәндәй, быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инеү өсөн уртаса балл кимәле 75,3 тәшкил итергә тейеш. Был бик юғары күрһәткес һәм унда уҡырға инеү өсөн яҡшы белем кәрәк. Өфөнөң башҡа уҡыу йорттары 56 балдан 64-кә тиклем уртаса балды һорай.
Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙа әле һаман да бер ни тиклем ажиотаж һаҡланып килә. 2014 йылда Силәбе өлкәһендә БДИ буйынса федераль эксперт булдым. Бына шул күрше төбәктә имтихан беҙгә ҡарағанда тынысыраҡ үтте. Беҙҙә юғары власть органдарынан башлап был мәсьәлә буйынса эшләй, ә Силәбелә ундай нәмә юҡ. Унда БДИ алдараҡ, 2000 йылда индерелгәс, имтихан биреү процесы көйләнгән, халыҡ та аптырамай. Бер-ике йылдан Башҡортостанда ла БДИ-ны ата-әсәләр һәм уҡыусылар тыныс ҡабул итә башлар тип уйлайым.

Зәкинә Саламатова, Хәйбулла районы:
– Башҡорт теле дәрестәрен ҡыҫҡартыуға нисек ҡарайһығыҙ? Рус һәм башҡорт балаларын бергә уҡытыу осрағына нисек яуап бирерһегеҙ? Балалар баҡсаларында баш­ҡорт телен өйрәтеүгә лә иғтибар кәрәк. Башҡорттар араһындағы һәләтлеләрҙе күтәрергә, уларҙы дәртләндереп, юлдар асып, шәхес итеү ҙә мөһим.

– Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу закон менән нығытылған. Әгәр ҙә ул урындарҙа ниндәйҙер кимәлдә инҡар ителә икән, республикала был проблемаға иғтибар юҡ тигәнде аңлатмай.
Беҙ барыбыҙ ҙа үҙ телебеҙҙә һөйләшергә, балаларыбыҙҙы тәрбиәләргә тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта рус һәм берәй сит телде лә белергә кәрәк.
Халыҡ араһында, милләт, тел, тип янған кешеләр күберәк булһа, үҫешер инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле битарафлыҡ көслө. Урындарҙа, йәмәғәтселек араһында был эште матур итеп алып барырға кәрәк.

– Рәмил Ғиниәтович, үҙегеҙҙең мәғарифта эшләү тәжрибәһе, күҙәтеүҙәрегеҙ менән дә таныштырһағыҙ ине…
– Ҡайҙа ғына эшләһәң дә, һәр осорҙоң үҙ ауырлығы бар. Мәғариф системаһында вазифаның бәләкәйенән алып ҙурына тиклем үткәс, күп нәмәгә һығымта яһарға, үҙ фекереңде белдерергә мөмкин. 1998 йылда дүртәр ай эш хаҡы бирмәйенсә мәғариф конференцияһын үткәргән мәлдәр булды. Әммә ул ваҡытта хәҙерге һымаҡ мәктәп ябыу күренеше булманы, киҫкен һорау тормай ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге мәлдә бындай проблемалар ҡаршыбыҙға килеп баҫты.
Иң мөһиме – элекке һәм бөгөнгө шарт­тар­ҙа ла уҡытыусылар ижади эшләне һәм эшләй. Системала үҙенең һөнәрен яратҡан һәм үҫешергә теләгәндәрҙең күплеге һөйөндөрә. Бына шундайҙар арҡаһында мәғарифта үҫеш бара. Илебеҙ тарихындағы һәр мәлдә уҡытыу­сы халыҡтың оло ярҙамсыһы булды. Ауылдағы бар йәмәғәт эше шул мәктәпкә ҡарап тора. Бер генә миҫал – участка һайлау комиссияларында 40 меңдән ашыу кешенең 30 меңен мәғариф системаһында эшләүселәр тәшкил итә.
Мәғлүмәт заманы килеп еткәс, хәҙер уҡытыусының роле лә үҙгәрә. Элекке һымаҡ, ул берҙән-бер яңылыҡ сығанағы түгел. Яңы технологиялар ҡулланмаған уҡытыусы балаларға ҡыҙыҡ түгел, абруйы бөтә. Уҡыусылар электрон китап йөрөтөргә хоҡуҡлы, уҡытыу­сы ла шул әсбап менән ҡулланырға тейеш.

– Рәмил Ғиниәтович, федераль дәүләт белем биреү стандарты индерелгәне бирле уның һөҙөмтәләрен әйтеп үтмәҫһегеҙме?
– Башланғыс кластар тулыһынса ФГОС буйынса уҡытыла, быйыл ул бишенсе клас­ҡа индерелде. Яңы стандарт уҡытыуҙың идеологияһын билдәләүсе документ булып тора. Элек белем биреү тик традицион формала ойошторолдо, уҡытыусы әҙерҙе генә тапшыра ине. Хәҙер педагог балаларҙы уҡыу эшмәкәрлегенә йәлеп итә, улар үҙ аллы белем алырға тейеш. Яңы стандарттың нигеҙендә психолог А. Асмолов автор­лығындағы системалы-эшмәкәрлекле йүнәлеш булып тора. Шулай уҡ дәрестән һуңғы эшмәкәрлек тә күҙаллана.
Әлеге ваҡытта ФГОС-тың тәүге этабы үтте. Ул уҡытыуҙың бар кимәлендә – балалар баҡсаларынан алып юғары һөнәри белем биреүҙә лә индерелде. Мәктәптәр был стандартҡа тулыһынса 2020 йылға тиклем күсәсәк.

– Рәмил Ғиниәтович, Мәғарифты үҫтереү институтының эше, тарихы менән дә таныштырығыҙ.
– Совет дәүләте иң ауыр, аслыҡ осоронда – 1933 йылда, дәүләт мәғарифты үҫтереү институттары кәрәк тип, уларҙы асҡан. Ниндәй генә ҡатмарлы мәл булмаһын, мәғариф системаһы кадрҙарҙы яңыртыуҙы, улар­ҙың белемен арттырыуҙы талап итә. Беҙҙең кеүек уҡыу йорттары Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә бар. Үкенескә күрә, бөтөрөлгән институттар ҙа байтаҡ. Юҡҡа сығарыуы еңел дә, ә бына кире йыйып алыу бик ауыр эш булып тора.
Тап уҡытыусылар, һөнәргә эйә булған белгестәр менән эшләгән уҡыу йорттары актуаллеген әле лә юғалтмай. Беҙҙә йылына 25 меңдән ашыу педагог белемен камиллаштыра, уҡыу йорто республика мәғарифы өсөн бик кәрәк. Закон буйынса һәр уҡытыу­сы биш йылға бер тапҡыр квалификацияһын арттырырға, яңы белем алырға тейеш. Үҙ теләге менән килеүселәр байтаҡ. Семинар-конференцияларҙа аҙнаһына уртаса 1000 кеше ҡатнаша.
Беҙҙең институт эшендә конкурентлыҡ та үҫешкән. Шуға күрә киләсәккә яңы пландар, уй-маҡсаттар ҡорғанбыҙ һәм уларҙы тормош­ҡа ашырыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ.
– Рәмил Ғиниәт улы, әңгәмә өсөн рәхмәт!

Айбулат ИШНАЗАРОВ әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!