13.11.2015 "Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылам"
БДУ-ның Бөрө филиалында институтыбыҙ данын яҡларлыҡ студенттар бихисап. Мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының башҡорт-инглиз бүлегендә белем алыусы Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылы ҡыҙы Айһылыу Шәрипова ла шундайҙарҙың береһе.
Ул мәктәптә уҡығанда уҡ район кимәлендә үткән шиғыр, йыр бәйгеләрендә, КВН-дарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәктәптә үткәрелгән төрлө кисәләрҙә ойоштороусы, алып барыусы булып сығыш яһай, сценарийҙар яҙыу ҙа уның иңенә төшә. БДУ-ның Бөрө филиалына уҡырға килгәс тә тырыш ҡыҙ һис юғалып ҡалмай, университет үткәргән төрлө кисәләрҙә, “Студент яҙы”нда, театраль әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереүҙә әүҙем ҡатнаша. Вуздың икенсе ятағында студенттар советы етәксеһе урынбаҫары, үҙе уҡыған төркөмдә староста вазифаларын башҡара.
Күптән түгел университетыбыҙҙа беренсе тапҡыр үткәрелгән “Мисс сәскә – 2015” гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашып, “Мисс эрудиция” титулын яуланы. Башҡа ҡыҙҙарҙан ул “Ете ҡыҙ” йырын шундай хисле итеп башҡарыуы, бауырһаҡ бешереп, уны Башҡортостан картаһы формаһында эшләп баһалама ағзаларына тәҡдим итеүе, сигелгән, бәйләнгән әйберҙәренең күп төрлө булыуы менән айырылып торҙо.
– Студенттар бит ул бер урында ғына ултыра торған халыҡ түгел. Шуға күрә һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылам. Заман менән бергә атлап, ҡыйынлыҡтар алдында туҡталып ҡалмай, маҡсатыңа табан ҡыйыу аҙымдар менән атларға кәрәк, – ти әңгәмәсем.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың яҡташы булыуы менән дә сикһеҙ ғорурлана ул. Һәр нәмәне еренә еткереп эшләүсе Айһылыуҙың моратына ирешеренә һис кенә лә шигем юҡ.
Таңсулпан ИБРАҺИМОВА.