RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тынғыһыҙ эҙәрмән-ғалимә

30.10.2015 Тынғыһыҙ эҙәрмән-ғалимә

Тынғыһыҙ эҙәрмән-ғалимәОшо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының абруйлы ғалимдарының береһе, билдәле әҙәбиәтсе-ғалим, әүҙем тәнҡитсе Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы Гәрәева үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылай.
Бөгөн Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы – филология фәндәре докторы, профессор, өс йөҙгә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән егермеләп китап (монография, дәреслектәр, юғары уҡыу йорттары өсөн программалар) авторы һәм әүҙем тәнҡитсе-ғалим.
Хеҙмәттәре тураһында һүҙ йөрөтөр алдынан Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙының биографияһына ҡыҫҡаса булһа ла туҡталып китәйек. Буласаҡ ғалимә 1960 йылдың 25 октябрендә Учалы районының Илтабан ауылында донъяға килә. Башта тыуған ауылында, артабан Ҡунаҡбай урта мәктәбендә белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт университетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә. Университетты уңышлы тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башлай. 1990 йылда “Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә психологизм” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1992 йылдан юғары уҡыу йорттары системаһында эшләй – 1995 йылғаса Башҡорт дәүләт педагогия институтында өлкән уҡытыусы, 1995 йылдан бөгөнгө көнгә ҡәҙәр ғалимәнең яҙмышы Башҡорт дәүләт университеты менән бәйле. Ул хәҙер инде ике тиҫтә йылға яҡын башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡып йөрөгән йәш егет-ҡыҙҙарға “әҙәбиәт” тигән тылсымлы донъяны танырға, уның серҙәрен асырға ярҙам итә. Уҡытыу дәүерендә үҙен талапсан, осо-ҡырыйы күренмәгән хәҙерге әҙәбиәт диңгеҙендә иркен йөҙгән уҡытыусы итеп таныта һәм ошо һыҙаттары менән студенттарҙың ихтирамын яулай. Бакалавриат һәм магистратурала “Әҙәбиәт ғилеменә инеш”, “XX быуат башҡорт әҙәбиәте тарихы”, “Хәҙерге әҙәбиәт дәресе” кеүек дәрестәр һәм махсус курстар алып бара.
2010 йылда ул “ХХ быуаттың икенсе яртыһында башҡорт прозаһының үҫеш үҙенсәлектәре” темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Ғалимәнең диссертацияһы һөҙөмтәләре Халыҡ-ара тикшеренеү институтының ғилми һәм проект эшмәкәрлегенең ҡулланылыш даирәһенә лә индерелгән.
Бынан тыш, Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙының тырышлығы менән 2012 йылда “Актуальные проблемы современного литературного процесса” тигән магистрлыҡ программаһы төҙөлөп, быйыл беренсе төркөм диплом эштәрен яҡланы.
Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы факультет һәм университеттың ғына түгел, республикабыҙҙың әҙәби-мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша – яҙыусылар менән әҙәби кисәләр ойоштора, Яҙыусылар союзы тарафынан ойошторолған сараларҙа даими ҡатнаша һәм сығыш яһай.
Тынғыһыҙ уҡытыу эшен һәм фәнде бергә алып барыу һәләтенә эйә Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы. Ғалимә һәр әҙәби әҫәр буйынса ентекле эшләүе һәм төплө анализлауы менән айырылып тора. Яңы сыҡҡан әҫәрҙәргә уның рецензияһы даими баҫылып сығып килә. Үҙ сиратында улар артабанғы монографияларының нигеҙен тәшкил итә. Профессор Р. Байымов менән берлектә хәҙерге көндә әҙәбиәт белгестәренең өҫтәл китабына әйләнгән рус-инглиз телендәге “Писатели земли башкирской” био-библиографик белешмәне сығарыуға күп көс һала ул. Тынғыһыҙ ғалимә алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” һәм юғары уҡыу йорттары өсөн тәғәйенләнгән “XX быуат башҡорт әҙәбиәте” китаптарын яҙыуҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт телендәге “Ҙур юридик һүҙлек”те әҙерләүгә лә ҙур өлөш индерә, күп томлыҡ “Башҡортостан энциклопедияһы”ның даими авторҙарының береһе. Әлеге көндә ул “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”ның етенсе томына, Мостай Кәрим ижады буйынса энциклопедияға материалдар әҙерләй. Шулай уҡ “Китап” нәшриәтенә ғалимәнең “Заман башҡа – заң башҡа: ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт прозаһында алым һәм стиль мәсьәләләре” тигән монографияһы баҫмаға тапшырылған.
Ғалимәнең хеҙмәттәре республикабыҙҙа ғына түгел, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ Польша, Чехия, Төркиә, Болгария, Ҡырғыҙстанда ла донъя күрә. Ул төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа һәм симпозиумдарҙа ла әүҙем ҡатнаша. 2012 йылда ғалимәнең “Основные идейно-художественные направления башкирской прозы” исемле монографияһы Германияла баҫыла. Был башҡорт әҙәбиәте өсөн ҙур ваҡиға булып тора. Бынан тыш, ул Төркиәлә нәшер ителгән “Төрки әҙәбиәттәр тарихы” исемле күп томлыҡты әҙерләүҙә лә әүҙем ҡатнаша.
Уҡытыу һәм ғилми эш менән бер рәттән, Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, ҡала мәктәптәре менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Мәҫәлән, 1999 – 2007 йылдарҙа Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаттарында башҡорт әҙәбиәтен ныҡлы өйрәнеү буйынса махсус курстар алып барһа, 2000 – 2011 йылдарҙа Башҡортостан Мәғариф министрлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы ойошторған Бәләкәй фәндәр академияһының “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” секцияһына етәкселек итә. Шулай итеп, ул йәш таланттарҙы үҫтереүгә күп көс һала, гимназияларҙың сығарылыш класс уҡыусыларын һөнәри йәһәттән әҙерләй. Шулай уҡ уҡытыусылар өсөн методик ҡулланмаларҙың рецензенты һәм мөхәррире булараҡ та сығыш яһай. Бөгөн ул факультеттың уҡытыу-методик берләшмәһе (УМО) етәксеһе, Башҡортостан Фәндәр академияһының гуманитар бүлеге ағзаһы ла булып тора.
Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы эше һәм хеҙмәттәре менән генә түгел, ә иң мөһиме – ғаиләһе менән дә бәхетле. Ире Рим Гәрәев – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Атанан күргән – юҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, балалары ла ата-әсәһенең таянысы. Ҡыҙҙары Ләйсән Өфө дәүләт авиация техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамланы, ә улдары Радмир – Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты. Тимәк, эшендә һәм фәндә генә түгел, тормошонда ла гармония булдырыу һәләтенә эйә Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы.
Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары исеменән юбилярға сәләмәтлек, бәхет, артабан да ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ!

Флүр СИБӘҒӘТОВ,
БДУ доценты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!