15.05.2015 «Заман талабы ине»
Абруйлы вузда тәүгеләрҙән булып асылған үҙаллы башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты мәктәптәр һәм гәзит-журнал, радио-телевидение өсөн күп белгес әҙерләне. Уны тамамлаусылар бөгөн – исемдәре билдәле шәхестәр, абруйлы уҡытыусылар, танылған журналистар. Факультетты ойоштороу башланғысында тороусылар юбилей уңайынан үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Ғиниәт ҠУНАФИН, филология фәндәре докторы, профессор, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 1990 – 2000 йылдарҙағы деканы:
– Һәр кемдең хәтерендә бары яҡты уйҙар, йылы тойғолар менән иҫкә алырлыҡ булып уйылып ҡалған мәлдәр ярайһы ғына булалыр. Бынан 25 йыл элек Башҡортостандың, улай ғынамы ни әле, ул ваҡыттағы бөтә СССР-ҙың юғары белем биреү системаһы тарихында бер төркөм коллегам менән тәү башлап башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын барлыҡҡа килтереү өсөн йән атып, унан инде уның беренсе деканы булып янып-ярһып, ең һыҙғанып эшләп йөрөгән йылдарым, ни тиклем генә ауыр, ҡаршылыҡлы осорға тап килгән булмаһын, хәтерем түрендә ғүмер юлындағы яҡты сәхифәләрҙең береһе булып уйылып ҡалған. Ошо уңай менән минең өсөн күптән йәшәү һәм эшләү принцибына әүерелгән бер нәмә хаҡында әйтеп китәйем әле: тормошта һәр саҡ булғанды нисек бар, шулай үҙ исеме, үҙ есеме менән нарыҡлап һәм күрһәтеп эш итергә кәрәк. Заманы өсөн республикабыҙҙың рухи-мәҙәни, сәйәси тормошондағы ҙур яңылыҡ, мөһим ҡаҙаныш булған һәм әле лә тарихи әһәмиәтен юғалтмаған милли филология менән милли журналистиканың юғары белем биреү кимәлендәге системаһы барлыҡҡа килеүе барыбер ике кешенең ҡөҙрәтле теләк-ынтылышы һөҙөмтәһендә генә булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алып үткем килә. Был күренеш, асылда, бер килеп барыбер хәл итеүҙе талап иткән заман талабы ине. Уның объектив сәбәптәре булды. Күптәрҙең хәтерендәлер әле, 1985 – 1991 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары, бер үк ваҡытта 1990 – 1991 йылдарҙа СССР-ҙың тәүге Президенты вазифаларында эшләгәндә, М. Горбачев «процесс башланды» тигән лозунг аҫтында илде үҙгәртеп ҡороу сәйәсәтен башлап ебәрҙе, уның асылын халыҡҡа аңлатырға тырышып, бер туҡтауһыҙ сығыш яһаны, ҡайһы бер идеяларын тормошҡа ашырырға ынтылып ҡараны. Ошо осорҙа күп милләтле ҙур илдең халҡы араһында, миллионлаған кешелә үҙҙәренең конституцион һәм халыҡ-ара хоҡуҡтарын файҙаланырға, милләттәрҙең үҙаллылығын, кеше иркен, фекер, һүҙ иркен дауларға ынтылыш көсәйә төштө. Ҙур йылға ла инештән башланған кеүек, БДУ-ла үҙаллы башҡорт филологияһы факультетын, журналистика бүлеген булдырыу идеяһы йәмғиәттә яңылыҡҡа, демократик үҙгәртеп ҡороуҙарға ынтылыштар әүҙемләшкән ошо йылдарҙа вуздың бөтә факультеттарында ла абитуриенттарҙың үҙ теләге буйынса рус теле һәм әҙәбиәтенән яҙма эш урынына башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән яҙма эш башҡарыу, башҡа предметтарҙан яуапты башҡортса ла бирә алыу хоҡуғын тулыһынса тормошҡа ашырыу, уның шауҡымында Өфө, Стәрлетамаҡ педагогия институттарында ла (хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында) был ҡағиҙә буйынса эш итә башлау яйға һалына һәм нығына төштө. Ошондай бәләкәйерәк аҙымдарҙан үҙаллы милли факультет ойоштороу идеяһына ныҡлап ойотҡо һалына башланы ла инде. Беҙҙең хоҡуҡ күтәрелде, идеялар китте. Беренсе аҙым шулай бәләкәй генә булды. Миҙхәт Ғәйнуллин иң тәүҙә журналистика бүлеге ойоштороуға Мәскәүҙән лицензия алып ҡайтты. Филология факультетынан айырылып, айырым башҡорт филологияһы факультеты ойоштороу тураһында һүҙ ҡуҙғата башланыҡ. Ул ваҡыттағы БДУ ректоры Рәғиб Насретдин улы Ғимаев беҙҙең тәҡдимде аңлап ҡабул итте. Иң тәүҙә рабфакта рәсми булмаған рәүештә башҡорт бүлеге булдырҙыҡ. Вуздың ғилми советы һуңынан башҡорт филологияһы факультеты булдырыу тураһында ҡарар сығарҙы, журналистика бүлеге лә беҙгә ҡушылды. Филология факультетының декан урынбаҫары булып эшләп йөрөй инем, декан итеп мине һайланылар. Айырым бүленеп сыҡтыҡ та бит, тутыҡ ҡаҙаҡ та, финанслау ҙа юҡ, етмәһә, эш хаҡтары тотҡарлана, өр-яңынан уҡыу пландарын төҙөргә кәрәк. Башҡа вуздарҙыҡын күсереп алып ҡына булмай, төбәк компонентын индереү шарт. Факультет ойоштороу – бер, йәшәй аласаҡ, тип иҫбатларға ла кәрәк ине. Тырыша торғас, Мәскәүҙән башҡорт бүлегендә – 50, журналистика бүлегендә 35 кешене уҡытыу өсөн рөхсәт алыуға өлгәштек. Артабан студенттар һанын арттырып, көндөҙгө бүлеккә генә 115 кеше ала башланыҡ. БДУ-ла студенттар иҫәбе буйынса, юридик факультеттан ҡала, беҙ икенсе урында тора инек. Ҙур факультет ойоштороу бер кешенең генә көсө түгел. Был факт беҙҙең республиканың рухи, мәҙәни, фәнни, педагогик тормошо өсөн үҙенә күрә оло тарихи ваҡиға булды. Милли факультет, милли журналистика булдырыуҙа заман атмосфераһының да еле үҙ ролен уйнамай ҡалманы.
Факультетты ун йыл етәкләнем. Яңы кафедралар ойошторҙоҡ, башҡорт теле, сит телдәр буйынса яңы йүнәлештәр асып уҡыта башланыҡ. Һәр кафедрала 3 – 4 доктор, профессор ине. Әллә күпме кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланды. Беҙҙең факультет базаһында булған Ғилми советҡа кандидатлыҡ яҡларға күпме оппонент килә, улар алдында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының абруйын да күрһәтергә кәрәк ине.
Бөгөн, дөйөм ил күләмендәге оптималләштереү шарттарында, әлбиттә, юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙырға тура килә. Милли кадрҙар әҙерләү өсөн бюджет урындары һанаулы ғына бүленгән. Был үҙебеҙгә алмаш әҙерләүҙә лә сағылыш табасаҡ. Беҙ хәҙер инде ҡарт гвардия иҫәбендәгеләр. Йәштәрҙең һүлпәнлеге, бер кандидатлыҡ диссертацияһы менән генә сикләнеп, докторлыҡ диссертацияһына тотонмауы күңелде өйкәй. Фекер, ысын мәғәнәһендә идея бирә алырлыҡ, милләте алдында бурыс тойғоһон аңлаған, фәнни яҡтан белемле ғалимдар кәрәк беҙгә. Әҙәбиәт ғилеме буйынса үҙ фекерен әйтерлек кеше юҡ. Гуманитар фәндең торошо – милләттең рухи йөҙөн, эстетик, этик, тарихи, сәйәси, социаль, ҡыҫҡаһы, интеллектуаль-мәҙәни үҫеш кимәлен күрһәтеүсе бит. Ә бит былар – факультеттың йәшәүенең бер күрһәткесе. Студенттар контингентының ҡыҫҡартылыуы ла борсоуға һала. Беҙ бит милли кадрҙар әҙерләйбеҙ. Шуның мөһимлеген иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.
Риф ӘХМӘҘИЕВ, филология фәндәре докторы, профессор, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы:
– Бөгөн факультетта филология һәм журналистика, Көнсығышты өйрәнеү һәм африканистика специальносы буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм сит телдәр (төрөк, фарсы, ғәрәп) профилдәре буйынса белгестәр әҙерләнә. Заманға ҡулайлашырға тура килә, абитуриенттар өсөн бюджет урындары кәмене. Улар кәмегәс, уҡытыусылар өсөн сәғәттәр һаны ла кәмей, тигән һүҙ. Беҙҙә 9 студентҡа 1 уҡытыусы тура килә. Дөйөм Рәсәй күрһәткестәре буйынса 11,5 студентҡа бер уҡытыусы булырға тейеш.
Оптималләштереү шарттарында вуздың рентабелле эшләүе баһалана. Факультеттың, уҡытыусыларҙың һөҙөмтәле эшләүе – төп талаптарҙың береһе. Доценттар, профессорҙар, Юғары аттестация комиссияһы (ВАК) талаптарына ярашлы, йылына ике-өс мәҡәлә баҫтырырға тейеш. Ғилми баҫмаларҙа фәнни хеҙмәт баҫтырыу монография сығарыуҙан да юғарыраҡ баһалана. Факультеттар өсөн мөһим критерий – абитуриенттарҙың сифат кимәле, студенттарҙың, уҡыуҙы тамамлағас, эшкә урынлашыуы.
Ғилми потенциалыбыҙ етерлек – йыл һайын 2 – 3 ғилми-ғәмәли конференция һәм симпозиум үткәрәбеҙ, гранттар яулайбыҙ. Факультет сит илдәрҙең уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнеш тота, уларҙан саҡырылған белгестәр дәрестәр үткәрә. Студенттарыбыҙ Төркиәлә, Иранда, Ҡытайҙа стажировка үтә, филология һәм журналистика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаларында һәм конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Факультетта журналистика бүлеге студенттары көсө менән «Ауаз», «Ре – Пост», «На острие пера» гәзиттәре сығып килә. «Шоңҡар» әҙәби түңәрәге менән «Осҡон» студент театры ла уңышлы эшләй. Республика өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте, журналистика буйынса белгестәр әҙерләүҙә факультеттың роле баһалап бөткөһөҙ. Оптималләштереү шарттарында үҙ йөҙөбөҙҙө һаҡлап алып ҡалырға һәм үҫешергә тейешбеҙ.
З. ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.