06.03.2015 Яратҡан һөнәр бәхет килтерә
Һәр нәмәгә үҙ фекере булған, кәрәк саҡта шул фекерен яҡлай, дәлилләй алған, уңған, эшлекле, талантлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған Зәриә Рахманғолова кеүек ҡатындарҙы, үткер кеше, тиҙәр. Утҡа ла инер, сабып барған атты ла туҡтатыр башҡорт ҡатындары тап шундай булғандыр. Ә бәлки, яҙмыш тарафынан һынала-һынала шулай булып киткәндер…
– Тыуған ауылымда урта мәктәпте тамамлау менән Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы педагогия училищеһына юл тоттом. Үҙемдең теләгем булғанға түгел, ә әсәйемдең өгөтләүе буйынса. Бер туған апайым тап ошо ҡалала йәшәй ине, яныңда терәгең, яҡлаусың булыр, тине. Уҡыу башланды, әммә һиҙәм: күңелемә ятмай. Уҡыуҙың практик өлөшөн үтер өсөн мәктәпкә барып эшләй башлағайным, уҡытыусылыҡ минең һөнәрем түгел икәнен аңланым. Ә әсәйем уҡыуҙы ташлауыма ҡырҡа ҡаршы. Мин шул саҡта уҡ яҙмышымды яҙыр мөһим ҡарарҙарҙы тик үҙемә генә ҡабул итергә кәрәк икәнлеген аңланым һәм документтарымды Өфө китапхана техникумына алып барҙым. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға индем. Бала саҡтан китап уҡырға яраттым, китапханала үткән төрлө сараларҙа ҡатнаша торғайным. Һөнәрҙе үҙ иткәнгәме, уҡыуы еңел булды. Китапхана эшенең барлыҡ серҙәрен өйрәнеп, ҡулыма диплом алдым.
Зәриәгә тормошта күп тапҡыр ашығыс, әммә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. Яҙмыш үҙен төрлө ауырлыҡ менән дә, бәхет менән дә һынап ҡараһа ла, уның һис бирешергә иҫәбе юҡ.
1996 йылда ҡыҙ уҡыуын тамамлап, үҙ районының Ҡужанаҡ ауылында эш башлай. Мөхәббәт хистәренә төрөнгән Зәриә, мәңгелеккә тигән өмөттәр бағлап, яҙмышын һөйгән йәре менән бәйләй. Тап ошо мәлдән уны яҙмыш ҡаға-һуға башлай ҙа инде. Сит тарафта йәш килен тәүҙә эш таба алмаһа, икенсенән, ире эсергә әүәҫләнә. Улы Камил тыуғас, Зәриә, бала яҙмышын уйлап, ире менән айырылышырға хәл итә:
– Аллаһы Тәғәлә биргән берҙән-бер ғүмеремде ирҙең мыҫҡыллы һүҙҙәре, көнләшеүе, әрләшеүҙәр менән үткәргем килмәне. Балаға атай кәрәк икәнлеген аңлайым, әлбиттә, әммә ундай атайҙың тәрбиәһе йүнле булырына ышанмайым. Шуға күрә күҙ йәштәре аша булһа ла айырылырға ҡарар иттем. Яңғыҙ ҡатын иңенә төшәсәк һынауҙарға ла күңелем менән әҙер инем инде. Бәлки, шуғалыр ҙа һынманым, бөгөлмәнем. Атай йортонда бер аҙ йәшәгәс, аҡса туплау маҡсатында Себер тарафтарына юлландым. Улым ауылда, әсәйем янында ҡалды. Төштәремә ингән баламды һағынып, ҡайтып йөрөргә уңайлы булыр, тигән уй менән Өфө ҡалаһына килеп, заводҡа эшкә урынлаштым. Эшләп йөрөйөм, үҙем уйланам. Балама матур тәрбиә бирәм тип, иремдән айырылып, уны инде әсә наҙынан да мәхрүм итеүем дөрөҫ түгеллеген аңланым. Йылдар үтер, мал да, аҡса ла йыйылыр. Тик улымдың ғына бала сағы күҙ йәшенә мансылып үткән булыр… Ошо уйҙар менән тыуған яҡҡа ҡайтырға ҡарар иттем. Эш табырға уңайлыраҡ булыр тип, Силәбе дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһы Өфө филиалының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға индем.
Зәриә Ейәнсура районына ҡайтып, тәүҙә Күгәрсен, аҙаҡ Үтәғол ауыл китапханаһына эшкә урынлаша. Яратҡан эшен һағынғанғамы, әллә улының янында булыу шатлығынанмы, ең һыҙғанып, бар күңелен биреп эшкә тотона. Һәр китапты яратып, һаҡсыл эш итә ул. Уҡыусылар конференциялары, осрашыуҙар, әҙәби кисәләрҙән тыш, мәҙәниәт йортонда үткән һәр сараны ойошторорға ярҙам итә, уларҙа үҙе лә әүҙем ҡатнаша. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ ҡатын күңеле көр булғанға ла сәхнәлә сығыш яһай башлай. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Алтын тирмә” уйынында ҡатнашып, әхирәте, хеҙмәттәше Зифа Ишмырҙина менән бергә йыр менән сығыш яһайҙар.
Ике тиҫтәгә яҡын эшләү дәүерендә Зәриә Шәйхислам ҡыҙы үҙен коллективта аралашыусан, бай телле, яңы килгән хеҙмәткәрҙәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ кеше булараҡ таныта. 2013 йыл йомғаҡтары буйынса районда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булһа, үҙ проекты менән 2014 йылда “Йылдың иң яҡшы китабы” конкурсында икенсе урын яулай.
Ҡул эштәрен, айырыуса шәл бәйләргә яратҡан ҡатын, Ейәнсура шәлдәрен данлап, Мәскәүгә, Түбәнге Новгородҡа, Өфөгә барып, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Ә “Салауат йыйыны”нда ҡул эштәре буйынса үткәрелгән “Көмөш өҙәңге” конкурсында лауреат исеме ала.
– Китапханала һәр ваҡыт кеше менән аралашаһың. Эшем шул яғы менән оҡшай. Китап уҡыған һәр кем әҫәрҙән алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша, үҙенең серен дә һөйләп китә, тормош тәжрибәһе менән дә бүлешә. Унан ҡалһа, һәр ваҡыт эҙләнәһең, яңылыҡтар менән танышаһың. Кисәләр өсөн сценарийҙар яҙаһың, яңы идеялар индерәһең – эш ижад менән үрелеп бара. Район гәзитенә мәҡәләләр яҙҙым, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә эшләнем, ҡыҫҡаһы, яратҡан эшемде бар күңелемде биреп атҡарҙым. Шуның менән дә тормошта бәхетлемен.
Зәриәнең үҙ эшенә яуаплы ҡарауын, әүҙем булыуын күргән Ейәнсура район китапханалар селтәре директоры Нәзирә Кәримова уны район үҙәгенә эшкә саҡыра. Был осраҡта ла ҡатын улының яҙмышын уйлап эш итә: район үҙәгендә сәнғәт мәктәбе, физкультура-һауыҡтырыу үҙәге тулы ҡеүәтенә эшләй. Һәләтле малайҙың төрлө яҡтан үҫешә, шөғөлөн арттыра алырын күҙаллап, Зәриә район үҙәгенә күсергә ризалыҡ бирә. Ул әлеге ваҡытта библиограф булып эшләй.
– Район үҙәгендә эшләүҙең һәйбәт яҡтары байтаҡ. Уҡыусылар ҙа күп, төрлө саралар йыш үткәрелә. Осрашыуҙарға яҙыусылар, шағирҙар, төрлө һөнәр кешеләре килә. Идеяларҙы тормошҡа ашырыуы еңел, мөмкинлектәр ҙә бар. Мәктәп, гимназия уҡытыусылары, төрлө ойошмалар менән эшләргә була. “Халыҡ университеты” проектында ҡатнашыусы оло быуын вәкилдәре менән эшләү оҡшай. Ә халыҡ китапханаға йөрөмәй икән, бында китапханасыларҙың да ғәйебе бар. Әлбиттә, китап уҡымаған кешене көсләп уҡытып булмай. Әгәр инде китаптар тейешле урынында тормаһа, уларҙы таба алмай, уҡыусыға кәрәкле мәғлүмәтте йә әҫәрҙе бирмәһәң, ул кешенең дә яйлап ҡына, уҡыуға ҡарашы үҙгәрә, ҡыҙыҡһыныуы һүрелә. Икенсенән, бөгөнгө тиҙлек заманында һинең кәрәкле китапты сәғәттәр буйына эҙләгәнеңде көтөргә ваҡыты юҡ. Шуға күрә тәртип, бөхтәлек булырға тейеш һәм китапханасы һәр уҡыусыны яратырға бурыслы. Шул саҡта ғына китапхана тулы ҡеүәткә эшләй ала.
Ҙур ергә күсеүе Зәриәнең үҙе өсөн дә файҙаға ғына була: “Үҫәргән” халыҡ театры етәксеһе Радмир Дәүләтбәков талантлы ҡатынды үҙ төркөмөнә йәлеп итә. Әлеге ваҡытта улар Александр Володиндың әҫәрен сәхнәләштерә, унда Зәриә төп ролде башҡара.
Тормоштан – йәм, һөнәренән рәхәтлек табып, улы Камилдың уңыштарына һөйөнөп йәшәүе менән Зәриә бөгөн икеләтә бәхетле.
Г. ҠЫУАТОВА.
Ейәнсура районы.