30.01.2015 Уҡытыусылар, еңегеҙҙе һыҙғанығыҙ!
Иң яҡшы уҡытыусыларҙы дәртләндереүгә Башҡортостан 2015 йылда федераль бюджеттан 7 миллион һум субсидия аласаҡ. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 28 ғинуарындағы Указы менән һәр береһенең күләме 200 мең һум тәшкил иткән 1000 аҡсалата бүләкләү булдырылған. Шуға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы субъекттарына 2015 йылға 200 миллион һум аҡса бүлеп бирелә.
Аҡса Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән конкурс йомғаҡтары буйынса тапшырыласаҡ. Федерацияның һәр субъекты өсөн аҡсалата дәртләндереү күләме 2014 йылдың декабрендә раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы билдәләнә. Ауыл йәки ҡала ерендә урынлашҡан мәғариф учреждениеларында уҡыусылар һаны ла иҫәпкә алынасаҡ.
З. Йәһүҙина.