RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күгәрсендәрҙең “мәғариф министры”

14.11.2014 Күгәрсендәрҙең “мәғариф министры”

Күгәрсендәрҙең “мәғариф министры”Күгәрсен районының Ҡалдар мәктәбендә оҙаҡ йылдар директор булып эшләгән Марат Ихсанов менән бөгөнгө мәғариф торошо тураһында фекер алышабыҙ. Ул ҡапыл ғына: “Сәлимйән ағай, һөйләшеү төплөрәк һәм күңеллерәк булһын өсөн, әйҙә, мәғариф министрына барайыҡ, ул бик күп белә”, – тигән тәҡдим яһаны. Мин аптырап ҡалдым да: “Мәғариф министры Өфөлә беҙҙе көтөп ултырмай бит”, – тинем. Ул, көлөмһөрәп: “Беҙҙең үҙебеҙҙең министр бар, Рауил Болғаировты Күгәрсен районының мәғариф министры тип йөрөтәбеҙ”, – тине…
Рауил Ноғман улы Болғаировты күптән беләм. Сөнки Хоҙайбирҙин мәктәбендә республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа йыш булдым, уның директоры Рауил Болғаиров менән фекер алышып ултырырға тура килде. Ошо сараларҙа ҡатнаш­ҡан уҡытыусылар, мәктәп һәм мәғариф бүлеге етәкселәре, методис­тар педагогик коллективтың һәм директорҙың эшен һәр ваҡыт юғары баһалай ине. Директор бер сығышында: “Беҙҙең мәктәп Баш­ҡортостан Республикаһының һәм уның мәғарифы үҫешенә тос өлөш индергән бөйөк шәхес Шәһит Хоҙайбирҙин исемен йөрөтә, уның менән беҙ ихлас ғорурланабыҙ. Шуға күрә миңә, мәктәп директорына, педагогик коллективҡа һәр ваҡыт өлгө булыу өсөн тырышырға кәрәк. Шөкөр, беҙ был бурысты намыҫ менән аҡлайбыҙ”, – тигәйне. Уҡыусыларҙы ла улар ошо рухта тәрбиәләй.
Рауил Ноғман улы педагогик хеҙмәт юлын, 1958 йылда Мораҡ педагогия училищеһын уңышлы тамамлап, башланғыс синыф уҡытыусыһы булып башлап ебәрә. Әммә йәш белгес эшенән ҡәнәғәтлек табып бөтмәй – үҙенең белем кимәленең наҡыҫыраҡ булыуын тоя. Заманса эшләү өсөн юғары белемдең мотлаҡ кәрәк икәнлеген һиҙә. Ошо маҡсат менән ул Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә һәм юғары белемле уҡытыусы булып сыға.
Район етәкселәре тырыш, ойоштороу һәләтенә эйә, юғары белемле йәш белгесте ябай уҡытыусы түгел, ә мәктәп етәксеһе итеп күрергә теләй. Уны Ибрай, артабан Ҡалдар мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Уның ойоштороу һәләте, педагогик оҫталығы, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар менән аралаша белеү сифаттары Хоҙайбирҙин мәктәбендә директор вазифаһын башҡарған саҡта айырыуса асыҡ күренә. Әлбиттә, ул эшләгән дәүер еңел түгел ине, мәғариф тормошонда өҙлөкһөҙ реформалар, ҙур-ҙур үҙгәрештәр, тотош систематик модернизация тынғы бирмәне. Педагогик коллектив уңған директор етәкселегендә был проблемаларҙы ыңғай хәл итә барҙы.
Халыҡ әйтмешләй, “май сүлмәге тышынан билдәле”. Рауил Ноғман улы быны бик яҡшы аңланы. Хоҙайбирҙин мәктәбе һәр тикшереүсене, һәр ҡунаҡты иң беренсе булып ҡабул итергә ғәҙәтләнгән. Сөнки ауыл һәм мәктәп Күгәрсен, Мәләүез райондары сигендә урынлашҡан. Ә килгән кешеләр, тормош күрһәткәнсә, иң башта ихатаға күҙ ташлай ҙа коллективтың эшенә баһа бирә. Шуға күрә мәктәп ихатаһы һәр ваҡыт таҙа була, ә бина сәскәләргә күмелеп ултыра. Уҡытыу-тәрбиәне яҡшы кимәлдә ойоштороу өсөн кәрәкле шарттар булдырыу директор елкәһенә төшкәнлеген һәр кем белә. Ул директор булып эшләгән сағында мәғариф тарихында ҙур үҙгәрештәр булды: уҡытыу буйынса кабинет системаһына күсеү осоро ине. Һәр предметты уҡытыу уға тип йыһазландырылған бүлмәлә ойошторолдо. Әлбиттә, кабинет системаһына күсеү өсөн күп кенә техник сара талап ителде. Хоҙайбирҙин мәктәбе был йүнәлештә лә ҙур уңыштарға иреште. Кабинеттар, лабораториялар заман талап иткән компьютер­ҙар, ҡорамалдар, станоктар, химия приборҙары менән йыһазландырылды. Әйткәндәй, ул ваҡытта тотош уҡытыу-тәрбиә эшенә баһа биргәндә кабинет системаһына күсеү төп иғтибарҙа ине.
Мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эше кимәле педагогик коллективтың хеҙмәтенә һәм уның етәксеһенә бәйле. Был йәһәттән Рауил Ноғман улы уңды – берҙәм һәм эшлекле педколлектив ойошторҙо. Һәр уҡытыусы дәүләт алдында уға ышанып тапшырылған уҡыусы шәхесе өсөн ҙур яуаплылыҡ тойҙо. Хәйер, ысын педагог шулай булалыр ҙа инде. Бөйөк педагог В. Сухомлинский: “Йөрәгемде балаларға бирәм”, – тигән. Ошо принцип Хоҙайбирҙин мәктәбенә лә хас. Шуға күрә был мәктәптең педагогик коллективы хеҙмәте, директор эшмәкәрлеге районда алдынғыларҙан һаналды һәм өлгө итеп ҡуйылды.
Директор уҡытыусыларға эш һәм йәшәү шарттары булдырырға тырышты. Күптәрен фатир менән тәьмин итте һәм рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп һөйөндө.
Бөгөнгө мәғариф тураһында һүҙ алып барғанда Рауил Болғаиров, йөҙөн үҙгәртеп, зарланып та ҡуйҙы. “Беҙ, – тине ул, – йәш быуынға тәрбиә биргәндә хеҙмәтте һәр саҡ алғы планға ҡуя инек. Хәҙер иң көслө тәрбиә сараһы мәғариф системаһында бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Ата-бабаларҙан эстафета һымаҡ быуаттарҙан-быуаттарға бирелгән сихри көс онотолдо. Ә бит хеҙмәт һалмай бер ни ҙә барлыҡҡа килмәй, йәмғиәт үҫмәй”. Бик хаҡ һүҙҙәр.
Билдәле булыуынса, коллективтың һәм мәктәп етәксеһенең эш һөҙөмтәһе улар уҡытып сығарған, яңы тормош башларға ярҙам иткән балалар менән баһалана. Был йәһәттән уларҙың шатланырлыҡ та, ғорурланырлыҡ та уңыштары бар. Элекке уҡыусыларының тиҫтәләгәне – атҡаҙанған уҡытыусы, табип, хеҙмәт алдынғыһы, ғилми хеҙмәткәр. Улар үҙ мәктәптәрен онотмай, төрлө осрашыуҙарға килә, уҡытыусыларына оло рәхмәтен еткерә. Мәктәп – уларҙың ғорурлығы. Хоҙайбирҙин мәктәбен хатта сит илдәрҙә лә беләләр, “Матур мәктәп” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашҡан сит ил вәкилдәре, белем усағының тәжрибәһен өйрәнеп, ҙур баһа бирҙе.
Яуаплы етәкселек эшендә Рауил Болғаировтың иң яҡын ярҙамсыһы һәм кәңәшсеһе һөйөклө ҡатыны, сит телдәр уҡытыусыһы Гөлшат Шәһит ҡыҙы булды. Илле йылға яҡын иңгә-иң терәп, ауырын да, еңелен дә тигеҙ бүлешеп татыу йәшәйҙәр. Мөхәббәт емеше булып өс балалары донъяға килә, хәҙер уларҙың үҙ ғаиләләре бар, матур тормош ҡорғандар.
Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡор­тостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, танылған педагог һәм мәғрифәтсе Рауил Ноғман улы Болғаиров бөгөн дә сафта. Хоҙай­бирҙин мәктәбенең көтөп алған ҡунағы, уҡытыусыларға бай тәжрибәһен йомарт тарата, уҡыу­сылар менән ихлас осраша. Ҡыҫҡаһы, ул – ауылда ҙур абруй ҡаҙанған шәхес.

Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!