RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур уңыштың башы – тырышлыҡ

07.11.2014 Ҙур уңыштың башы – тырышлыҡ

Ҙур уңыштың башы – тырышлыҡБер төркөм бала йыйылып, дәрес үткәреп уйнай. Уҡырға төшмәгәндәре лә ошо уйындан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Кем­дер – уҡытыусы, ә күпселеге уҡыу­сылар ролендә. Аҡбур, төҫлө ҡәләм, ручка, таҙа дәфтәр бите, тағы өйҙән алып сыҡ­ҡан төрлө китаптар – быларҙың барыһы ла “уйынсыҡ мәктәп”кә йыйнала. Кемдер өлкән туғандарынан ҡалған яҙыу кәрәк-яраҡтарын килтерә, кемгәлер уҡытыусы ата-әсәһенеке лә эләгә. Тап ошо урында кемдеңдер: “уҡытыусы балаһы ябай уйынсыҡ менән уйнай белмәй ул, бар белгәне – ҡәләм дә ҡағыҙ”, – тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Артабанғы һүҙем шундай мөхиттә уйнап үҫкән һәм тәрбиәләнгән балаларҙың береһе, ун дүрт йылға яҡын Әхмәт Лотфуллин исемендәге Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Йомағужина хаҡында.
Гөлшат Рауил ҡыҙы үҙен киң ҡарашлы уҡытыусы, оҫта ойоштороусы һәм абруйлы етәксе итеп танытты. Был үрҙәр уның маҡсатҡа ынтылыусан, көслө рухлы булыуы арҡаһында яу­лан­ғандыр, минеңсә.

Ояһында ни күрһә,
осҡанында шул булыр

Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫеүе лә уның күңелендә мәктәп, белемгә ынтылыу рухының нығыныуына нигеҙ булып торған. Атаһы Рауил Мөждәбә улы ғүмере буйына рус теле һәм әҙәбиәтенән балалар­ға белем бирһә, әсәһе Гөлнур Хөснулла ҡыҙы – математика hәм физика уҡытыусыhы. Әле икеһе лә хаҡлы ялда, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләргә ярҙам итә. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәктәп эшен алып барыу менән бер рәттән, Вәлиевтар биш балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына әҙерләгән. Оло улдары Салауат, ата-әсәhе юлын һайлап, әлеге ваҡытта Мәсәғүт педагогия училищеһында юғары категориялы музыка белгесе. Ул төрлө музыка ҡоралдарында оҫта уйнай, йырҙар ижад итә һәм уларҙы башҡара. Рәмил республика буйынса Эске эштәр министрлығында мәҙәниәт бүлеген етәкләй. Уның яуаплы һәм ҡатмарлы хеҙмәтендә ҡурай һәм баян рухи таянысы булып тора.
– Бәләкәй саҡта, сауҙа хеҙмәткәре һөнәрен һайлармын, тип уй­лағайным. Әммә өйҙә атай-әсәйҙең дәрескә әҙерләнгәнен күреп, мин дә үҙемсә дәрес пландары яҙа торғайным. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, ти бит халыҡ, – тип бүлешә бала саҡ тәьҫораттары менән Гөлшат Рауил ҡыҙы.
Мәктәп йылдары буласаҡ уҡы­тыу­сы күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ үҙ емешен бирмәй ҡалмай, Гөлшат үҙен башҡа һөнәрҙә күҙ алдына ла килтермәй. Тәүге уҡытыусыhы Клара Мәғдән ҡыҙы Атнағолованы үҙ әсәһе кеүек яҡын күрә, уның һәр һүҙен күңеленә һеңдереп бара. Юғары синыфтарҙа ла тырыш ҡыҙ алдынғылыҡты бирмәй. Башҡорт әҙәбиәте һәм рус әҙәбиәте дәрестәрен ихлас ярата. Мәктәп, ауыл китапханаларында ул уҡымаған, ҡулына алмаған китап ҡалмай.

Булмышы менән –
уҡытыусы

Белемгә ынтылған булдыҡлы ҡыҙ Белорет педагогия училищеһына бер ниндәй ауырлыҡһыҙ уҡырға инә. Бында алған оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ уҡытыусы өсөн тағы бер баҫҡыс ролен үтәй. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, тыуған ауылы мәктәбенә башланғыс класс уҡы­тыу­сыһы булып эшкә ҡайта. Бәлә­кәй балалар менән уртаҡ тел табыу, уҡыу-уҡытыу эшен ойоштороу йәш белгескә әллә ни ауыр бирелмәй. Ул артабан профессиональ белемен камиллаштырырға ҡарар итә – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгәндә Гөлшат Рауил ҡыҙын директор вазифаһына үрләтәләр. Мәктәптә етәкселек итеү менән юғары белем алыуҙы бергә алып барыу еңел бирелмәй. Әммә тырышлыҡ ерҙә ятып ҡалмай – БДУ-ны уңышлы тамамлап, ҡулына диплом ала.
Оло яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған егерме биш йәшлек ҡатын яңынан-яңы маҡсаттар менән янып эшләй. Уҡыу-уҡытыу процесын тейешле кимәлдә ойоштороу, уҡытыусылар коллективында яҡшы атмосфера булдырыу, уҡыусыларға белем биреү, уларҙың ялын ойоштороу, рухи йәһәттән үҫтереп, төрлө сараларға йәлеп итеү һәм башҡа хәстәр­ҙәр уның иңенә һалына.
Абҙаҡта яңы мәктәп төҙөлөүе лә йәш етәксенән ныҡышлыҡ, көс талап итә. Директор булып эшләгәндә уҡытыусы эшен бергә алып барыуы еңел түгел, әлбиттә. Яңы мәктәптең бәҫен үҫтереү өсөн төрлө саралар ойошторола: эксперимент майҙансыҡтар, семинар hәм конференциялар үткәрелә.
Гөлшат Рауил ҡыҙы, талапсан етәксе, оҫта педагог булыу менән бер рәттән, сәмле, яҡшы ойоштороусы ла. Ул 2003 йылда уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында коллективтан иң тәүгеләрҙән булып үҙе ҡатнашып, башҡаларға өлгө күрһәтте. Уның һәм уҡытыусылар­ҙың тырышлығы менән Абҙаҡ мәктәбе 2008 йылда “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә уҙғарылған конкурста еңеп, грантҡа лайыҡ булды. Мәктәп етәкселеге тарафынан уҡыусыларҙы бәләкәй­ҙән спортҡа йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Ошо маҡсатта белем усағында саңғы, хоккей секциялары ойошторолhа, хәҙер уҡыусылар сноуборд, милли көрәш төрҙәренә лә өҫтөнлөк бирә.
2008 йылда Абҙаҡ урта мәктәбенә яҡташыбыҙ, СССР-ҙың халыҡ рәссамы, күренекле шәхес Әхмәт Лотфул­линдың исеме бирелә. Мәк­тәп менән БР Рәссамдар союзы араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыла. Һа­най китһәң, Гөлшат Рауил ҡыҙы етәкселек иткән ва­ҡытта мәктәп яулаған уңыштарҙың осона сығырлыҡ түгел. Әммә уларҙың барыһы ла алтындай бөртөклөп йы­йылған, һәр ҡайһыһына көс һәм күңел йылыһы һалынған, ғәҙел хеҙмәт менән яулап алынған. Өлгәш­кән­дәрҙең барыһы ла мәктәп уҡытыусыларының – фиҙакәр хеҙмәте, уҡыу­сыларҙың илһөйәр һәм тәрбиәле булыуынан килә, тип иҫәпләй Гөлшат Йомағужина һәм ул хаҡлы ла.

Ғаиләһе – ҡәлғәһе

Мәктәп эше нисек кенә ауыр булмаһын, юлда ниндәй генә кәртәләр тормаһын, уларҙы йырып сығырға көстө һәм илһамды Гөлшат Рауил ҡыҙы ғаиләһенән ала. Мәктәптә етди ҡарашлы, талапсан директор булһа, өйҙә ул наҙлы ҡатын, яғымлы, хәстәрлекле әсә, оҫта ҡуллы өлгөр хужабикә. Тормош юлдашы Раян Нуретдин улы менән ике ул үҫтерәләр. Балаларҙы тәрбиәләүҙә ғаилә бөтөнлөгө һәм атай-әсәйҙең үрнәк булыуы мөһим, тип иҫәпләй улар. Оло улдары Ришат быйыл, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлап, ҡулына диплом алды. Ул бының менән туҡталып ҡалманы, әлеге ваҡытта Санкт-Петербург ҡалаһындағы технология университетының өсөнсө курсында уңышлы уҡып йөрөй. Буш ваҡытында ағасҡа соҡоп һүрәт төшөрөргә ярата. Кинйәләре Руслан – икенсе синыф уҡыусыһы.
Йомағужиндарҙың татыу ғаиләһе бер минут та эшhеҙ тормай: мал аҫрай, баҡсаларында йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш ала. Йорт хужаһы бал ҡорттары ҡарай. Хужабикә – аш-һыу оҫтаһы, бигерәк тә ҡамыр аштарын әҙерләргә ярата. Уларҙың ҡотло йортонан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Ғаиләнең туғандары, дуҫтары һәм таныштары ла уларға ҙур теләк менән килә, берҙәй аралашып, бер-береһен хөрмәт итеп йәшәйҙәр.

Бар яҡтан да уңышлы итеп тормош ҡороу барыһының да көсөнән килерҙәй эш түгел. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың. Әммә Гөлшат Йомағужина гармониялы итеп бергә алып бара: профессиональ хеҙмәт юлында мәртәбәле уңыш­тар­ға өлгәшеп, юғары вазифа биләй, татыу ғаиләһендә күңеленә йыуаныс таба, тәүфиҡлы балалар үҫтерә. Дуҫтарының, туғандарының, хеҙмәттәштәренең хөрмәтенә төрөнөп йәшәй. Олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, миһырбанлы ул. Киң ҡарашлы, тормошто һөйөүсе ҡатын бәхет төшөнсәһе хаҡында бына нимә ти: “Эшләгән эшеңдән йәм, ашаған ашыңдан тәм табып, ғаиләңдә аңлау, яҡлау, тормошта күңел тыныслығы тапһаң, шулдыр инде бәхет тигәне. Ә ҡатын-ҡыҙҙың ысын бәхете – әсә булыуҙа”. Гөлшат Рауил ҡыҙының үҙе ҡорған бәхетле яҙмышы һоҡландырырлыҡ һәм күптәргә өлгө булырлыҡ.

Гүзәл БАЙБУЛАТОВА,
филология фәндәре кандидаты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе

05.10.2019 - Мәғариф Ҡыл-ҡумыҙ алиһәһе


Шатлыҡҡа ла,  борсолоуҙарға ла тулы уның йөрәге

Ата-әсәләрҙең төп хаталары

Бер бала ла юғалмаһын!

26.09.2019 - Мәғариф Бер бала ла юғалмаһын!


«Уҡыусының ихтирамы – иң ҙур баһа»

Һарытауҙың рухлы ҡыҙы

17.09.2019 - Мәғариф Һарытауҙың рухлы ҡыҙы


Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе

12.09.2019 - Мәғариф Рух һәм ҡөҙрәт биреүсе


Бар яҡтан да килгән ул

26.08.2019 - Мәғариф Бар яҡтан да килгән ул


Эш һөйгәнде ил һөйгән

12.08.2019 - Мәғариф Эш һөйгәнде ил һөйгән


“Баламды йәберләмәгеҙ!”

“Һатып ал, һатып ал!”

28.06.2019 - Мәғариф “Һатып ал, һатып ал!”


Ата-әсәләргә кәңәштәр

08.06.2019 - Мәғариф Ата-әсәләргә кәңәштәр


Яңы мәктәп  яңы өмөттәр уята

Бала һаранлығы өсөн ун ҡағиҙә

Сәмле, тәүәккәл, һәләтлеләр!

Һорау - яуап? Балалар түңәрәктәре һәм сертификаттар

Ете бөртөк ун беренселәр

21.05.2019 - Мәғариф Ете бөртөк ун беренселәр


“Тамыр”лы бала саҡ – рухлы бала саҡ

«Тел уҡытыусыһы таш диуар кеүек булһын»

Мөһим эштәр алда әле

17.04.2019 - Мәғариф Мөһим эштәр алда әле


Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!

30.03.2019 - Мәғариф Һаҡ булығыҙ: йәнһүрәт!


Ниндәй йәнһүрәтте ҡарарға мөмкин?

Белемегеҙ илгә файҙа килтерһен!

Бала рәхимһеҙлегенә юл ҡуйма!