«Йәшлек» гәзите » Яңы номер » «Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү



25.10.2019 «Йәшлек» гәзитенең 43-сө һанына күҙәтеү

Гәзиттең беренсе бите Бөрйән районының Яуымбай ауылынан фермер Фәһим Хәйбуллин тураһында һүрәтләмә менән асыла.
Ҡый- һай ниңә йылдан - йыл арта? Сүп-сарҙан нисек ҡотолорға? Алһыу Ишемғолова «Кеше рәхәт йәшәгән һайын сүп-сары күбәйә» мәҡәләһендә ошо һорауҙарға яуап эҙләй.
Башҡортостандан 52 меңдән артыҡ кеше репрессия ҡорбаны була. Баймаҡ районынынң Иҫәнбәт ауылынан сәйәси золом ҡорбанының, ауыл муллаһының ҡатыны, күп балалы әсә Хөсниямал Лотфуллинаның ауыр яҙмышы тураһында «Беҙҙең ҡаһарман өләсәйебеҙ» мәҡәләһендә уҡый алаһығыҙ.
«Иман» бите лә гәзит уҡыусыларыбыҙға ҡыҙыҡлы булыр.
Был һандағы «Шиғриәт минуттары» рубрикаһында Күмертау ҡалаһынан Римма Арыҫланова менән Белорет районынан Рәсимә Сәлихованың шиғырҙары биҙәй.
Ғәйнә ырыуы башҡорттарына юғалыу янаймы? Пермь крайында уҙғарылған Башҡортостан мәҙәниәте һәм мағарифы көндәрендә ҡатнашҡан журналист Гөлнур Ҡыуатова саралағы тәьҫораттары менән уртаҡлаша, милләттәштәребеҙҙең бөгөнгө йәшәйеше тураһында бәйән итә.
Умыртҡа һөйәге ҡайһы орган өсөн яуап бирә? Ҡан баҫымын нисек төшөрөргә? Ҡайһы бутҡа файҙалыраҡ? Ошо һорауҙарға «Сәләмәтлек» битендә яуап табырһығыҙ.
Бәхет –һәр кемдең үҙ ҡулында . Психолог Әлмира Исхакова отставкалағы милиция подполковнигы Ғәйнулла Ғиззәтуллиндың тормошта бәхетле һәм уңышлы булыу серҙәре менән уртаҡлаша.
«Тормош юлдары ҡатмарлы» рубрикаһы аҫтында Баныу Ҡаһарманованың «Тормош- ҡуласа» мәҡәләһе лә һәр кемде уйландырыр, моғайын.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға