«Йәшлек» гәзите » Яңы номер » «Йәшлек» гәзитенең 37-се һанына күҙәтеү



13.09.2019 «Йәшлек» гәзитенең 37-се һанына күҙәтеү

Гәзитебеҙҙең бөгөнгө һаны ла һәр ваҡыттағыса бай йөкмәткеле һәм уҡымлы булып сыҡты.

Тәүге биттә генерал Шайморатовтың тыуыуына арналған ҙур флешмоб тураһында уҡығыҙ. Ул август айында баш ҡаланың "Ватан" этнопаркында уҙҙы.

Икенсе-өсөнсө биттәрҙә рәсми яңылыҡтар, осрашыуҙар, ауылдарҙан хәбәрҙәр, баҙар хаҡтары менән танышығыҙ.

Дүртенсе биттә Нәркәс Алсынбаева "Бөгөн бәхетле һәм ҡәнәғәт бул!" тип үҙенең фекерҙәрен мәҡәлә формаһына теҙгән.

"Яҡшы ғаилә - ил күрке" рубрикаһында Белорет районының Рысыҡай ауылында йәшәгән Ғимрановтар тураһында белергә мөмкин. Уға баҡсасы-фермер Родион Сәйетгәрәев тураһындағы мәҡәлә лә ауаздаш.

"Шаңдау" рубрикаһы "Туҡмай, тимәк ҡасығыҙ!" тип сыҡты.

Һигеҙенсе-туғыҙынсы биттә быйылғы Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр тураһында уҡып белергә мөмкин.

2000-се йылдар башы йәштәре кумиры Рөстәм Ғиззәтуллин тураһында яҙма 11-се биттә бирелгән.

15 сентябрҙә Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә, уға арналған мәҡәлә 12-се биттә урын алған.

14-се биттә башҡорт "Википедия"һы әүҙемдәре хаҡында дауамлы мәҡәлә баҫылған.

Сәсмәүер әҫәрҙәр яратыусылар "Тормош юлдары ҡатмарлы" рубрикаһында һәм М.Кәрим исемендәге хикәйәләр конкурсына килгән әҫәрҙәрҙе уҡып кинәнер һәм уйланыр.

Гәзиттә шулай уҡ даими рубрикаларҙан "Сәләмәтлек", спорт биттәре, йондоҙнамә, аҙналыҡ телепрограмма, ҡотлауҙар уҡырға мөмкин.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға