«Йәшлек» гәзите » Яңы номер » "Йәшлек" гәзитенең 35-се һанына күҙәтеү



29.08.2019 "Йәшлек" гәзитенең 35-се һанына күҙәтеү

"Йәшлек" гәзитенең 35-се һанына күҙәтеү

Гәзитебеҙҙең был һанында ғәҙәттәгесә республикабыҙ тормошондағы һуңғы яңылыҡтар, сағыу ваҡиғалар, көнүҙәк мәсьәләләр сағылыш таба. Башҡортостанда 9-сы тапҡыр ойошторолған «Һөт иле» фестиваленән, Әбйәлил районының Ташбулат ауылында үткән «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» байрамынан репортаждар ундағы ваҡиғалар эсенә әйҙәп, күңелгә байрам кәйефе өҫтәй.

Яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә ҡаршылау – икеләтә ҡыуаныслы. Быйыл иһә Бөрйән районы Ағиҙел ҡасабаһы уҡыусыларын шундай шатлыҡ көтә. Иҫке, һыуыҡ мәктәп урынына өр-яңы заманса уҡыу йортонда белем аласаҡ улар. Ғөмүмән, яңы уҡыу йылында беҙҙе нимәләр көтә? Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә ниндәй үҙгәрештәр булыуы ихтимал? «Мәғрифәт» махсус бите гәзит уҡыусыларҙы мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар менән таныштыра.

Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсына килгән «Ҡарасман» хикәйәһенең тәүге өлөшөн күптәр ҡыҙыҡһынып уҡығандыр. Был һанда иһә ундағы ваҡиғаларҙың артабан ниндәй йүнәлеш алыуын күрерһегеҙ.

Туймазы районынан даими авторыбыҙ Миҙхәт Шәрипов «Тормош ҡайнап торғанда, эшләүе лә ҡыҙығыраҡ» тигән мәҡәләһендә «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль программаһы тормошҡа ашырыу сиктәрендә Дуҫлыҡ ауылын төҙөү һәм төҙөкләндереү эштәре хаҡында бәйән итә.

«Иман», Сәләмәтлек» битендә, «Писихолог кәңәше» рубрикаһы аҫтында бирелгән кәңәштәрҙең дә гәзит уҡыусыларға файҙаһы тейер, тип ышанабыҙ.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: ye02.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға