«Йәшлек» гәзите » Яңы номер » «Йәшлек» гәзитенең 34-се һанына һанына күҙәтеү



26.08.2019 «Йәшлек» гәзитенең 34-се һанына һанына күҙәтеү


« Йәшлек»тең яңы һаны һөйөнөслө яңылыҡ менән асыла – БР Башлығының гражданлыҡ йәмғиәтенең үҫешенә арналған гранттар субсидияһы конкурсында беҙҙең гәзит уҡыусылар араһында ойошторолған Булат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурс еңеү яулап, грантҡа лайыҡ булды. Киләһе йыл да « Йәшлек» тә ойоштороласаҡ был ижади бәйгелә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Төштәр нимә хаҡында иҫкәртә? Улар кешеләрҙе дөрөҫ йәшәргә өйрәтәме? Гәзитебеҙҙең әүҙем авторы Х. Ғәлиәхмәтов үҙенең мәҡәләһендә уларҙа фәһем алырлыҡ мәғәнә ятыуы тураһында һөйләй.
Иҡтисадсы Илдар Ғәбитовтың « Йөк тартмаһаң, байлыҡ артмай» мәҡәләһе еңел генә аҡса эшләргә уйлаған һәр кемде уйландырыр, моғайын. Автор үҙенең уйланыуҙарында «селтәрле маркетинг»тарҙы, семинар- тренингтарҙы ваҡыт, аҡса туҙҙырыу формаһы, тип һанай һәм гәзит уҡыусыға үҙеңдең хәләл көсөң менән генә тапҡан малдың бәрәкәте була, тигән фекерҙе еткерә .
«Шиғриәт минуттары» рубрикаһында Әбйәлилдән Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов менән Ейәнсура районынынан Гөлфиә Ишмөхәмәтова- Сотанғужина үҙҙәренең ижад емештәре менән уртаҡлаша.
Был һанда уҡытыусылар, эшҡыуарҙар, йәш ғаиләләр тураһында һүрәтләмәләр урын алған. «Сәләмәтлек», « Спорт» битен уҡый алаһығыҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға