«Йәшлек» гәзите » Яңы номер » № 33 "Йәшлек"



16.08.2019 № 33 "Йәшлек"

“Йәшлек” гәзитенең 33-сө һанына күҙәтеү

Август айы йәй менән көҙ миҙгелен ҡауыштырған ғәҙәти ай ғынамы? Ә бит Рәсәй һәм донъя тарихына күҙ һалһаң, күп кенә бола, һуғыш, тәбиғәт ғәрәсәте һәм башҡалар тап ошо айҙа булған йә башланған түгелме?..

Беҙҙең бөйөк Рәсәй иленә мигранттар кәрәкме ул? Әллә уларҙың күпләп килеүе чиновниктарға, түрәләргә ҡулаймы?

Сәхнә кешеһе мотлаҡ матур булырға тейешме? Нефтекама филармонияһында эшләүсе Ирина Халиҡова ни өсөн институтта күңел һалып уҡымаған?

Йәмил Ишмөхәмәтов бешмәгән алмаларҙы нимә эшләтә?

Ошо һәм тағы ла бик күп һорауға яуаптарҙы “Йәшлек” гәзитенең яңы һанында табырһығыҙ. Шулай уҡ бында өр-яңы сканворд, хикәйә, шиғырҙар һәм спорт яңылыҡтары.

Күгәрсендән талантлы Ниғмәтуллиндар ғаиләһе, Яңауылдан уҡытыусы Әлфиә Фаршатова, Туймазы районы Үрге Бишенде ауылы старостаһы Әбүталип Мөхәмәтшин һәм башҡалар тураһында ла “Йәшлек”тән уҡып белерһегеҙ.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға