«Йәшлек» гәзите » Яңы номер » №27 (11230)



05.07.2019 №27 (11230)

№27 (11230)Үткән аҙнала Башҡортостан тарихында оло ваҡиға - 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтте. Гәзитебеҙҙең сираттағы һанында был йыйынға ҙур урын бирелгән. Уҡыусылар унда ҡоролтай сиктәрендә ойошторолған барлыҡ сара менән таныша ала.

Аҡ халатлы һөнәр эйәләренә ҡарата йәмғиәттәге мөнәсәбәт тураһындағы фекере менән отставкалағы медицина подполковнигы Хәлил Һөйөндөков бүлешә. Ә билдәле журналист Илдар Ғәбитов дүрт көнлөк эш аҙнаһына үҙ ҡарашын белдерә.

"Сәләмәтлек" бите һыу ингәндә һаҡ булырға өндәй. Шиғриәт битендә Баймаҡ районынан Хәлиҙә Ишдәүләтова менән Шарандан Фирҙәт Вәлиев ижады менән танышырһығыҙ.

Был һанда шулай уҡ күптәрҙең яратҡан рубрикалары - "Тормош юлдары ҡатмарлы", "Йондоҙло табын", "Шәхси хужалыҡ", сканворд, спорт бите урын алған.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға