14.06.2019 №24 (11227)
“Йәшлек” гәзитенең 24-се һанына күҙәтеү
Башҡортостанда шаулап-гөрләп “Берҙәмлек” Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале бара. Гәзитебеҙ тәүге биттән үк ошо сағыу ваҡиға хаҡында һөйләй.
Белеүегеҙсә, 2020 йылда Бөтә донъя Фольклориадаһы беҙҙең баш ҡалала үтә. Быйылғы “Берҙәмлек” уға әҙерлек сараһының береһе. Кемдәр килде, тиһегеҙме? 1 – 13 биттәрҙә Гөлнур Ҡыуатова менән Юлай Кәримов әҙерләгән репортажды уҡығыҙ. Шулай уҡ Өфө көнө лә билдәләнде. Сәғәт рәүешендә төҙөлгән фонтан хаҡында ла мәғлүмәт бар.
Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асылыуға ике аҙна ваҡыт ҡалды. Был көнгә Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы әҙерләнергә тейеш. Уны кемдәр яҙа? Документ ниндәй стадияла? Был һорауҙарға яуапты “Башҡорт проекттары: стратегия халыҡҡа киләсәген берҙәм рәүештә күреү ысулын тәҡдим итә” мәҡәләһендә табырһығыҙ.
Ошо көндәрҙә медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Был һанда талантлы табип Ишмырҙа Һиҙиәтов тураһында мәҡәлә менән танышырһығыҙ. Ишмырҙа Хәйернур улы Әбйәлилдә астырған хоспис бөгөн н индәй хәлдә икән?
Бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ. Гәзитебеҙҙең “Тормош юлдары ҡатмарлы” даими рубрикаһында баҫылған яҙманы уҡып, тап шулай тиергә кәрәк.
“Иремде иҫән сағында ҡәҙер итмәнем дә, хәҙер үкенестәр солғанышында йәшәргә мәжбүрмен...” ти Баныу Ҡаһарманованың геройы.
“Сәләмәтлек” махсус битендә Сажиҙә Лотфуллина шифалы үләндәрҙең русса-башҡортса атамаһын бирә.
Заһира исемле ҡыҙ баланың яҙмышы тураһында уҡығығыҙ килһә, Мостай Кәрим исемендәге хикәйәләр конкурсына килгән “Бәхеткәйҙәрең бер булмаһа...” хикәйәһен уҡығыҙ.