«Йәшлек» гәзите » Яңы номер » №16 (11219)



19.04.2019 №16 (11219)

16-сы һанға күҙәтеү

“Йәшлек” гәзитенең сираттағы һаны ла бай йөкмәткеле булып сыҡты.
“Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ!” – был “ут күрше”ләрҙең берлектәге яңы девизы. Башҡортостанда Татарстан көндәре үтте. Баҫмабыҙҙа ошо турала хәбәрҙәр тәүге биттән башлана.

Тағы бер һөйөнөслө мәғлүмәт: башҡорт теленән диктант халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Ул ҡасан буласаҡ? Был һанда яуап табырһығыҙ.

“Йәшлек”тең даими рубрикалары ла үҙ урынында. “Йәшлек” ҡунағы” был юлы Нефтекама дәүләт филармонияһы бейеүсеһе. 15 йәшенән хеҙмәт юлын башлаған Юнир Ноғоманов менән әңгәмә.

Быйыл йәй илебеҙҙең байтаҡ төбәгендә цифрлы телевидение эшләй башлаясаҡ. Ә һеҙ быға әҙерме? Әллә бер аҙ аңламайыраҡ та тораһығыҙмы? Гәзиттә күп һорауығыҙға яуап табырһығыҙ, тип ышанабыҙ.

Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар премияһына мәҡәләләр ҙә бар. Үҫеп килгән быуындың уйҙары, тәҡдимдәре ҡыҙыҡлы.

”Исеменә күрә – есеме” рубрикаһында сират Т хәрефенә етте. Тәлғәт һәм Тәнзилә исемдәре, ошо исемдәге шәхестәр тураһында уҡығыҙ.

Мостай Кәрим исемендәге хикәйәләр конкурсы дауам итә. Бөгөнгө һанда ”Йәшлектәге һөйөү доғаһы” хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға