«Йәшлек» гәзите » Яңы номер » №14 (11217)



05.04.2019 №14 (11217)

«ЙӘШЛЕК» гәзитенең 14-се һанына күҙәтеү

Гәзитебеҙҙең яңы һаны « Аҙна һайын- бүләк» уйынында еңеп, төп призды - велосипедты отҡан Ләлә менән Рәйес Кәримовтар тураһындағы һүрәтләмә менән асыла.

Был һанда баш ҡалабыҙҙа үткән Наурыҙ байрамы, Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата Ейәнсура районында үткәрелгән тантаналы байрам менән таныша алаһығыҙ.

Ватаныбыҙ үткән 100 йыллыҡ тарих эседә бик күп ҡаҙаныштар булған кеүек, байтаҡ һынауға дусар ителгән осорҙар ҙа етерлек. « Үрҙәр һынауҙар аша яулана» мәҡәләһендә Тамара Ғәниева шул ваҡыттарҙағы хәтирәләре менән уртаҡлаша.

«Шоңҡар» журналы ойошторолоуға - 25 йыл. Уның тәүге мөхәррире, шағирә Таңһылыу Ҡарамышева журналды ойоштороу тарихы менән таныштыра. Шиғриәт битендә Миләүшә Ҡаһарманованың шиғырҙарын уҡығыҙ.

Аталы -ҡыҙлы Шәүрә менән Рәшит Шәкүровтар – башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте өсөн күп хеҙмәт һалған шәхестәр. Гөлнур Ҡыуатованың интервьюһында Шәүрә Шәкүрова үҙенең ижады һәм атаһы тураһында һөйләй.

Ватс апта «Ағым һыу» йырын моңло итеп башҡарған йырсынының видеоһын күптәр күргәндер. Баныу Ҡаһарманова үҙенең һоҡланғыс тауышы менән халыҡтың һөйөүен яулаған, Туймазыла ябай водитель булып эшләгән Рауил Шафиҡов менән таныштыра.

Ырғаҡ менән нисек милли биҙәкле түбәтәй бәйләргә? «Белгән – өйрәтә» рубрикаһында Алһыу Зарипова гәзит уҡыусыларҙы ҡул эшенә өйрәтә.

Ҡолаҡ ауыртҡанда, үҙәк көйгәндә нимә эшләргә була? Даун сире ҡайҙан барлыҡҡа килә? Был һорауҙарҙың барыһына ла яуапты гәзитебеҙҙең сираттағы һанынан таба алаһығыҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға