«Йәшлек» гәзите » Яңы номер » №13 (11216)



29.03.2019 №13 (11216)

“Йәшлек”тең 29 март һанына күҙәтеү

”Йәшлек” гәзитенең сираттағы уҡымлы һаны уҡыусыларына ашыға!

Коллегаларын шаяртырға, сығыш мәлендә башҡаларҙы шаршау артында тороп эләкләргә яратҡан йырсыға ни булған? Ни өсөн хәҙер Искәндәр Ғәзизов этлек уйламай? Был хаҡта Гөлнур Ҡыуатованың “Тормошомда осраған һәр кешегә рәхмәтлемен” тип аталған интервьюһынан белерһегеҙ.
2020 йылда уҙасаҡ йәниҫәпкә әҙерлек нисек бара? Әйтеүҙәренсә, был юлы бер кем дә үҙе хаҡында мәғлүмәттәрҙе алдап яҙҙырта алмаясаҡ. Әтеү быға тиклем, кейәүҙә булғандар – кейәүҙә түгел, ҡатынлылар – буйҙаҡ, имеш... Быны нисек эшләргә уйлайҙар – беҙҙе көткән акция тураһында Алһыу Ишемғолованың мәҡәләһендә уҡығыҙ.

Бөгөн донъялағы иң масштаблы акция —“Ер сәғәте” уҙа. Ул ҡасан, ҡайҙа килеп сыҡҡан, унда нисек ҡатнашырға икәнен дә белерһегеҙ.
”Үлгең килһә – район дауаханаһына бар” тигәнде бер районда йыш ҡабатлайҙар. Ҡайҙа, тиһегеҙме, Баныу Ҡаһарманованың “Табиптың да була төрлөһө” тигән көнүҙәк мәсьәләне күтәргән репортажын уҡығыҙ!

Үҙен ҡыҙыҡ замандың теп-тере көләссигы тип атаған Мар. Сәлимде юбилейы менән ҡотлап, етеп килгән Көлкө көнө айҡанлы уның шиғырҙары тәҡдим ителә. Тағы ла шиғриәт минуттарында илһамланып уҡыр өсөн был һанда Дамир Шәрәфетдиновтың шиғырҙар шәлкеме бар.

“Шулай уҡ ”Тормош юлдары ҡатмарлы”, “Икәү генә белер серҙәр бар”, “Шаңдау” кеүек” уҡыусылар араһында көтөп алынған рубрикалар, “Шәхси хужалыҡ”, “Сәләмәтлек” “Спорт” махсус биттәре лә күңелегеҙгә ятыр, тип ышанабыҙ.

Гәзит биттәрендә тағы ла осрашҡанға тиклем!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға