«Йәшлек» гәзите » Яңы номер » №7 (11210)



15.02.2019 №7 (11210)

“Йәшлек”тең 15 февраль һанына күҙәтеү

Сафланырмы һауаң, Сибай? Экологик һәләкәт алдында торған таусылар ҡалаһы өсөн барыһы ла борсола. Гәзит карьерҙа мәғдән ятҡылыҡтары әселәнеүҙән килеп тыуған хәл тураһында бәйән итә, бында йәшәүселәр көкөртлө төтөнлө һауаның ғаиләләренең сәләмәтлектәрендә нисек сағылыш табыуы тураһында һөйләй.

Баҫҡан еренән ут сыға, тиҙәр ундайҙар тураһында. Был һанда Ғафури районынан сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина , хаҡлы ялдағы табип Хәлиҙә Купаева тураһындағы һүрәтләмәләрҙе уҡығыҙ.

Халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың тыуыуына 110 йыл тулды. Зөһрә Бәшәрова данлыҡлы шәхес менән осрашыу хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлаша. Был һанда Афғанда булған яугир- интернационалистар тураһында мәҡәләләр менән дә таныша алаһығыҙ.

Билдәле булыуынса, тиҙҙән Башҡортостан мәктәптәре биш көнлөк уҡытыуға күсәсәк. «Мәғрифәт» битендә республика уҡытыусылары мәғариф системаһындағы үҙгәрештәргә ҡарата үҙҙәренең фекерҙәрен белдерә.

Төрлө уйындар , кәңәштәр бирелгән « Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» бите лә балаларға ла, атай- әсәйҙәргә лә оҡшар, моғайын. «Сәләмәтлек» битендә ферменттарҙың организмда ниндәй роль башҡарыуы, сөйәлдән дауаланыу, йыраҡтан насар күргәндәрҙең күҙҙәрен лазер менән дауалау тураһында уҡырһығыҙ. Баныу Ҡаһарманованың яман шештән вафат булған һеңлеһен юғалтҡан ханымдың кисерештәрен бәйән иткән « Һин бит шиңмәҫ гөл булып, хәтерҙә ҡалдың мәңгегә» мәҡәләһен бер кем дә тетрәнмәйенсә, тыныс күңел менән уҡый алмаҫ, моғайын.

Гәзитебеҙҙең был һанында психолог кәңәштәре, спорт яңылыҡтарын да уҡый алаһығыҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға