08.02.2019 №6 (11209)
“Йәшлек”тең 8 февраль һанына күҙәтеү
Был һанды “Ил тарихы һеҙҙе күптән яҙҙы, хәтеренә беҙҙең быуаттың...” тип аталған мәҡәлә асып ебәрә. Һүҙ Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың 85 йәшлек юбилейы хаҡында бара. Халыҡ ил ағаһына үҙенең рәхмәтен еткерә, Мортаза Ғөбәйҙулла улының барлыҡ изге эшен барлай.
Ай башынан алып иң төп яңылыҡтарҙың береһе — биш көнлөк уҡыуға күсеү бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ошо хаҡта резолюция ҡабул ителгән “Үргә ос” Беренсе мәктәп форумы тураһында мәҡәлә педагогтарға һәм ата-әсәләргә ҡыҙыҡлы булыр.
Енәйәттә ғәйепләнеүсе сенатор, бурлыҡта ғәйепләнеүсе Тула ҡалаһының элекке мэры Алла Толкачева һәм башҡа —ни өсөн Рәсәй чиновниктары түрә вазифаһын биләү менән ҡырын юлға аяҡ баҫа икән?! Сәйәсәт битендә Алһыу Ишемғолованың көн ҡаҙағына һуҡҡан “Рәсәй парламентының Юғары палатаһы тапты нисек юйыр?” тип аталған фәһемле мәҡәләһе уйға һала.
Тирә-йүнендә гүзәллек тыуҙырырға ынтылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың асылын сағыу балҡыш менән сағыштырырға була. Дизайнер, биҙәүсе рәссам, тәржемәсе Алһыу Хамматова ла матур образдар тыуҙырыу оҫтаһы. Нәзәкәтле, зауыҡлы дизайнерҙың ижадҡа һәләт ҡанында — ул Яныбай Хамматовтың яратҡан ейәнсәре.
Ни өсөн Линар Белый (Вәлиев) Әбйәлилдә сәкән һуғып йөрөгән? Ә Азалия Вәлиева урман өйөндә ҡышҡыһын нимә эшләй? Улар һәм башҡа йырсыларҙың ялдарҙы нисек үткәреүе хаҡында “Минең кумирым” рубрикаһында танышырһығыҙ.
Баймаҡ районының Бөрйән-Йылға ауылында ойошторолған Сәңгелдәк байрамында бишектәрҙең ниндәйе генә булмаған. Шуларҙың етмеш өс йыл буйына хужаларына хеҙмәт иткәне — йорт, нәҫел ҡото, тип яҙа гәзит уҡыусыбыҙ. Гәзиттең тағы бер яҡын дуҫы Әбйәлил районының Боранғол ауылынан Нурсилә Мөхәммәтова туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаусы ветеран уҡытыусы Бәширә Усманова һәм уның уҡыусылары тураһында һөйләй.
“Күсәр”, “Шәхси хужалыҡ”, “Сәләмәтлек”, “Спорт” биттәре лә үҙ уҡыусыһын табыр тип уйлайбыҙ. “ятып уҡығандай” яҙмаларҙан — “Тормош юлдары ҡатмарлы” рубрикаһы, М. Кәрим исемендәге конкурсҡа килгән “Бөрсә” хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.