«Йәшлек» гәзите » Яңы номер » №4 (11207)



25.01.2019 №4 (11207)


“Йәшлек”тең 25 ғинуар һанына күҙәтеү

Яңы һан һан Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультеты студенты, уҡыу алдынғыһы Гөлкәй Алтынбаева тураһында һүрәтләмә менән асыла.

Гәзитебеҙ быйыл Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар премияһына мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән конкурсты дауам итә. Сираттағы һанда Азалия Камалова менән Вилиә Кинйәбаеваның ижадына урын бирелгән.

Чечен Республикаһы газ өсөн булған бурыстарын түләмәйәсәк. Был яңылыҡ бөтә илде шаулатты. Алһыу Ишемғолова « Зәңгәр яғыулыҡ»тың буш булыуы –« зәңгәр хыял» мәҡәләһендә коммуналь ресурстар буйынса бурыстар ниңә башҡа төбәктәрҙә дәүләт тарафынан ҡапланмай тигән һорауға яуап эҙләй.

Ни өсөн ауылдарҙарыбыҙҙа буҙаҡтар күп? 30-40 йәште үткән егеттәребеҙең ғаилә ҡорорға ашыҡмауының сәбәбе ниҙә? Х.Ғәлиәхмәтов үҙенең «Һин дә егет, мин дә егет» мәҡәләһендә буйҙаҡ йөрөүсе егеттәрҙең «армия»һы күп булыуына әсенә .

Билдәле булыуынса , 1 ғинуарҙан ҡороп ергә ауған ағастарҙы халыҡҡа алырға рөхсәт биреүсе закон үҙ көсөнә инде. «Утын алып булырмы?» мәҡәләһендә З. Хәсәнова Урман кодексындағы үҙгәрештәрҙең ыңғай һәм кире яҡтарын яҡтарын бәйән итә.

« Шиғриәт минуттары» рубрикаһында был һанды Баймаҡ районыныан Сәлимә Барлыбаева менән Өфөнән Венер Фәттәховтың шиғырҙары биҙәй.
«Исемең матур , кемдәр ҡушҡан» рубрикаһында исемдәре Р хәрефенә башланған билдәле шәхестәр, уларға исем ҡушыу тарихы менән таныштыра гәзит.

«Сәләмәтлек» битен уҡыусыларыбыҙ көтөп алалыр. Был һанда йүтәлдең сәбәптәре менән таныштырабыҙ. Инсультты, юғары ҡан баҫымын нормала тотоу буйынса практик кәңәштәр ҙә улар өсөн файҙалы булыр, моғайын. Гәзит уҡыусыларыбыҙ был һанда өлгөлө ғаиләләр, психолог кәңәше менән таныша ала. Баныу Ҡаһарманованың « Ҡалып үлсәмдәргә һыймаған яҙмыштар» исеме аҫтында бер ғаиләнең ғибрәтле тормошон бәйән иткән фәһемле яҙмаһы ла күптәрҙе уйландырыр, моғайын.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға