18.01.2019 №3 (11206)
“Йәшлек”гәзитенең 3-сө һанына күҙәтеүҙе тәҡдим итәбеҙ
Сибай һауаһы ҡасан таҙарыр?! Йәшәүселәр әйтеүенсә, һуңғы бер ай самаһы был ҡалала экология шарттары түҙеп торғоһоҙ. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың сираттағы эш визиты тап ошонда булды. Етәксе проблеманы хәл итеү өсөн аныҡ ваҡыт арауығы билдәләне һәм мәсьәләне үҙ контроленә алды. Был хаҡта мәҡәлә “Йәшлек” гәзитенең тәүге битендә урын алған.
Бөгөн күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған “сүп-сар реформаһы” тураһында, ҡала-район буйынса операторҙар хаҡында 2-се биттә тулы мәғлүмәт менән таныша алаһығыҙ. Шулай уҡ, урманда йығылып ятҡан ағасты бушлай алыу законы тураһында даими авторыбыҙ Урал Ҡәйүповтың фекере ауыл халҡы өсөн ҡыҙыҡлы булыр.
Өфөлә мәктәп уҡыусыларының башҡорт теле һәм әҙәбиәт буйынса төбәк-ара олимпиадаһы үтте. Унда ҡатнашыусылар, еңеүселәр һәм ойоштороусылар хаҡында “Һин янмаһаң, мин янмаһам, ул янмаһа, кем яныр?” тигән мәҡәлә донъя күрҙе.
Ғәйбәт һөйләүҙең гонаһлы эш икәнен барыһы ла белә, тик үҙҙәрен тыйып тора аламы? Белорет районының Йөйәк ауылы имамы Р. Ғәләүетдинов аңлатыуынса, ғәйбәт һүҙҙәрен ишетеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп йөрөүҙе Ҡөрьән хупламай. “Иман” битендә тағы тәҡдир, саҙаҡа биреү тураһында ла дини нәсихәттәр урын алған.
Уғатарҙар ярыштары йышайған һайын, ойоштороу кимәле лә үҫә бара. Ҡаныбыҙға һалынған ҡомар уянды — сараларҙа башҡорттар сәмләнеп ҡулына уҡ-һаҙаҡ ала. Ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәр менән бергә тиң ярыша ла ҡуя. Учалылағы “Ирәмәл уҡсылары” клубының сираттағы сараһы хаҡында “Ун мәргән” репортажында танышырһығыҙ.
Ҡыш бабайҙың нисек дауаханала ауырыуҙарҙы барып ҡотлауы, уларға һауығыу өмөтөн бүләк итеүе хаҡында “Мәрхәмәтле Ҡыш бабай” яҙмаһы, Нефтекама филармонияһы артистары Рита һәм Илшат Ҡарасуриндарҙың мөхәббәт тарихы, М. Кәрим исемендәге конкурсҡа килгән ”Бер бүрек бәрәңге” хикәйәһенең башы, “Тормош юлдары ҡатмарлы” рубрикаһында баҫылған “Алһыу таҫмалы бәхет”, спорт битендә биатлонсыларыбыҙҙың триумфы һәм башҡа — “Йәшлек”тең 3-сө һанында һәр кем үҙенең зауығына ярағандай рухи аҙыҡ табыр.