«Йәшлек» гәзите » Яңы номер » №2 (11205)



14.01.2019 №2 (11205)

Гәзиттең был һаны ла бай йөкмәткеле, уҡымлы. Уҡыусыларыбыҙ үҙҙәре әйтмешләй, йығылып ятырлыҡ уҡырлыҡ мәҡәләләр, файҙалы мәғлүмәттәр, фәһемле яҙмалар етерлек.

Тәүге биттәрҙә, һәр ваҡыттағыса, яңылыҡтар, сәйәсәт, ауыл хәбәрҙәре урын алған. Баҫманың махсус рубрикалары был юлы ла кәрәкле материалдарҙан тупланған.

Ҡышҡыһын юлдар тайғаҡ булыу сәбәпле, ҡолап, берәй ереңде ауырттырыу хәүефе бигерәк тә ҙур. Үҙеңде нисек һаҡларға? “Сәләмәтлек” битендә был һорауға яуап табырһығыҙ.

Ишек емерелгәнгә кем ғәйепле? Һүҙ автомобиль ишеге хаҡында. Ҡала ихаталарының ниндәй тарлығын, машиналарҙың бер-береһенә тейә яҙып ултырғанын иҫәпкә алғанда, ысынлап та, ишек емерелергә мөмкин. Ә кем ғәйепле икәнен “Күсәр” махсус рубрикаһында белерһегеҙ.

“Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” рубрикаһында баҫылған мауыҡтырғыс һүрәттәрҙе балаларығыҙ менән ҡарайһығыҙмы? Күп ата-әсә аңғармаҫтан балаларға тәғәйенләнгән башватҡыстарҙы үҙҙәре сисеп ташлай икән. Сөнки ҡыҙыҡ! Ә был һанда, матурлыҡ ҡорбан талап итә, тигән әйтемгә ярашлы бер һорауға яуап табырһығыҙ. Әҙерәк серҙе сисә биреп ҡуябыҙ: һүҙ алҡалар тураһында.

“Тоҙаҡҡа эләгеүе оҙаҡ түгел” мәҡәләһендә Себергә эшкә юлланған башҡорт иренең Ҡаҙағстанда ҡоллоҡта булыуы тураһында ғибрәтле хәл бәйән ителә. Бер аптырайһың, мең уйланаһың бындай яҙмышлы кешеләр тураһында ишетһәң, уҡыһаң. Себер темаһы һәр кемебеҙҙең өйөндә күтәрелә шул.

“Йәшлек”те уҡығыҙ, алдырығыҙ, таратығыҙ һәм, әлбиттә, яратығыҙ! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға