20.09.2019 «Йәшлек» гәзитенең 38-се һанына күҙәтеү
Беренсе бит Башҡортостан Башлығы инаугурацияһынан репортаж менән асыла.
Йәш һәм уңышлы эшҡыуар, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаровты Сибай халҡы яҡшы белә. Мәүлиҙә Яҡупованың уның менән әҙерләнгән « Халыҡ менән осрашырға һәм, күҙгә – күҙ ҡарашып, асыҡтан-асыҡ һөйләшергә кәрәк!» тигән баш аҫтындағы әңгәмәне 5-се биттә уҡығыҙ.
Рәсәй халҡы өсөн ғаилә юғары ҡиммәттәр иҫәбендә тора. « Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә» мәҡәләһендә Илдар Ғәбитов, үҙең һайлап алған кешеңде ҡәҙерләп, хөрмәтләп йөрөтәһе урынға, уны тәнҡит утында тотоу, мыҫҡыллау юлы менән бәхеткә өлгәшеп булмаясаҡ, бер -береһен яратҡан,ихтирам иткән атай-әсәйҙе күреп үҫкән балалары ла киләсәктә улар менән ғорурлана аласаҡ, тигән фекерҙе үткәрә.
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителеүселәр араһында Милли йәштәр театры актрисаһы Лилиә Исҡужинаның да исеме бар. Уның менән Лилиә Хәлитова йәнле әңгәмә ҡорған. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына тәҡдим ителгән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин тураһында «Мәлендә тота белгән яңылыҡ мөһим» мәҡәләһендә танышырға мөмкин.
«Етегән» битенең сираттағы ҡунағы – шағирә, бик күп популяр йырҙар авторы, продюсер Светлана Шәрипова.
Балар битен ата- әсәләр ҙә, балалар ҙа көтөп алалыр. Был һандағы балалар тәрбиәләүҙәге кәңәштәр, уйындар һәр кемгә оҡшар, моғайын.
Ҡабаҡтың организмға файҙаһы бармы? Көҙгөһөн ауырыуҙарҙан нисек һаҡланырға? Был һорауҙарға «Сәләмәтлек» битендә яуап табырһығыҙ.
Артыҡ эшһөйәр булыу кәрәкме? Психолог Әлмира Исхакованың кәңәштәре һәр кемде уйландырыр.
«Тормош юлдары ҡатмарлы» рубрикаһында килендәштәрҙең тормошо тураһында уҡырһығыҙ.
Был һанда спорт яңылыҡтары, файҙалы кәңәштәр ҙә бирелгән.