24.05.2019 №21 (11223)
«Йәшлек» гәзитенең 21-се һанына күҙәтеү
Был аҙнала мәктәп уҡыусылары өсөн оло байрам: уҡыу йылы тамамлана. Ә сығарылыш кластары өсөн икеләтә иҫтәлекле көн: улар өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. "Йәшлек" гәзитенең яңы номеры ошо тема менән асыла. "Сәмле, тәүәкәл, һәләтлеләр" мәҡәләһе Учалы районының Мулдаҡай урта мәктәбенең 11-се клас уҡыусылары тураһында.
Журналист Алһыу Ишемғолова "Сәйәсәт кенә түгел" рубрикаһында Бөтә Рәсәй халыҡ фронты эшмәкәрлеген һүрәтләй.
Уҡыусылар өсөн фольклорсы-ғалим Әхәт Сөләймәнов тураһындағы һүрәтләмә лә бик оҡшар тип ышанғы килә.
Кем ул электрон көтөүсе? Асҡын районы Төлгөҙбаш ауылы нимәһе менән үҙенсәлекле? Йырсы, актер Венер Камалов опера театрына эшкә күсергә йыйынамы? Был турала ла гәзиттән уҡып белерһегеҙ. Шулай уҡ республикалағы мөһим ваҡиғалар - башҡорт теленән диктант яҙыу, Юлай Моратов исемендәге композиторҙар конкурсы, Архангель районындағы яңы мәктәп төҙөлөшө тураһында ла байтаҡ репортаждар бар.